28.05.2011 Һуңғы ҡыңғырау сыңы оҙатты һәм осраштырҙы
Тәбиғәттең йәшеллеккә күмелгән, ағастарҙың сәскәгә төрөнгән иң йәмле сағы. Ошондай гүзәл мәлдә мәктәптәрҙә лә иң матур байрамдарҙың береһе – Һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә. Мәктәпте тамамлаусы уҡыусылар ҙа, ана шул сәскәгә күмелгән алмағастар, муйылдар, сирендәр кеүек, һоҡланып туйғыһыҙ матур, күҙҙәре яна, йөҙҙәре балҡый, күңелдәре иң яҡты уйҙарға, саф хыялдарға ғына тулышҡан. Республикабыҙҙа 28614 уҡыусы быйыл мәктәп менән, яратҡан уҡытыусылары, тәрбиәселәре менән хушлаша.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназияһы – республикабыҙҙа киң билдәле белем усаҡтарының береһе. Бында Башҡортостандың ҡала-райондарынан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә уҡыусылар белем ала. Йыл һайын уның сығарылыш синыф уҡыусылары юғары уҡыу йорттарына инеү буйынса юғары һөҙөмтә күрһәтә. Былтыр, мәҫәлән, ошо мәктәптән генә 24 уҡыусы Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларының абруйлы уҡыу йорттарына уҡырға ингән. Быйыл гимназияны өс синыф, барлығы 63 уҡыусы тамамлай. Шуларҙың етәүһе миҙалға дәғүә итә.
– Бик әүҙем, тырыш, аҡыллы, һәләтле уҡыусылар. Улар, берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инер, тип ышанабыҙ. Әле үк вуздарҙа ойошторолған Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призлы урынға лайыҡ булып, инде студент тип иҫәпләрлек уҡыусылар бар, – ти гимназия директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Луиза Мирасова быйылғы сығарылыш уҡыусылары хаҡында.
Һәр мәктәптә Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үҙенсәлекле үтә. Гимназистар иһә йыл һайын линейканан һуң Торатауға юл ала. Кискеһен улар өсөн мәктәптә күңелле уйындар, дискотека ойошторола.
Йылайыр районының Юлдыбай мәктәбендә иһә Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы – күп йылдар элек мәктәпте тамамлаусыларҙың осрашыу мәле лә. Йыл һайын тап ошо көндә бында өс-дүрт синыф уҡыусылары осрашыуға йыйыла. Быйыл, 1966 йылда һәм 2001 йылда мәктәпте тамамлаусылар менән бер рәттән, 1951 йылғы сығарылыш синыф уҡыусылары осрашты. Һуңғыларының уҡып бөтөүенә – 60 йыл. Уларҙың мәктәп йылдары ауыр һуғыш осорона тура килә. Барлығы 16 уҡыусы урта белем тураһында аттестат алып сыға. Әле шуларҙың алтауһы иҫән, ә осрашыуға дүртәүһе генә килә алған. Дәүләтша Аҡҡужин, Хәмзә ҡашҡаров, Садиҡа Амантаева һәм Бөртөкбикә Иҫәнгилдиналарҙы туған мәктәптәренең ҡыңғырау сыңы тағы осраштырҙы. 60 йыл күрешмәгән класташтарҙың һөйләшер һүҙҙәре лә, һағынып иҫләрлек хәтирәләре лә күп ине.
– Мәктәптә уҡырға килгәндә русса ике һүҙ ҙә белмәй инем. Көслө уҡытыусылар уҡытты, улар биргән белем миңә институтҡа уҡырға инергә, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләргә ярҙам итте, – тине Дәүләтша олатай, уҡыусылар алдында сығыш яһап.
Бөртөкбикә инәй, үҙенең мөнәжәттәрен уҡып, тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, тип уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. Бына шулай һәр мәктәптә үҙенә генә хас йолалары менән Һуңғы ҡыңғырау тантаналары уҡыусыларҙы ҙур тормош юлына оҙатты.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.