«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Алда әле заман имтиханы...



24.05.2011 Алда әле заман имтиханы...

Алда әле заман имтиханы...Иртәгә – һуңғы ҡыңғырау. Башланғыс һәм урта синыф уҡыусылары өсөн был көн, уҡыу тамамланыуға бер аҙна ғына ваҡыт ҡалып, күңелле каникул яҡынлашыуын аңлатһа, сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн мәктәп менән хушлашыу билдәһе лә ул. Быйыл Башҡортостанда 27 меңдән ашыу уҡыу­сы мәктәпте тамамлай. Тағы бер ай­ҙан улар, туған мәктәптәрен ҡалдырып, төрлөһө төрлө яҡҡа тараласаҡ, ә әлегә алда иң яуаплы осор – берҙәм дәүләт имтиханы көтә.
БДИ менән нисек кенә ҡурҡытһалар ҙа, уҡыусы бирә алырлыҡ шул уҡ имтихан ул. Йыл буйы ныҡлы әҙерләнһәгеҙ, 100 балл уҡ булмаһа ла, уртасанан күпкә юғары балға тапшырырға мөмкин. Юғары уҡыу йортона уҡырға инергә шул балдар ҙа етә.
Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу расписаниеһы:
27 май – информатика һәм ИКТ, биология, рус әҙәбиәте;
30 май – сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан телдәре), химия;
6 июнь – математика;
10 июнь – география, йәмғиәтте өйрәнеү;
14 июнь – тарих, физика.
Әйткәндәй, тап ошо көндәрҙә, БДИ буйынса ярҙам итәм, тип үҙҙәренең хеҙмәтен тәҡдим итеүсе аферистар күбәйә. Һаҡ булығыҙ, бының өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса һорау­ҙары бар. Бәлки, улар ярҙам да итер, әммә аҡсаға һатып алын­ған баһаға ҡарағанда үҙеңдең белемеңә таянып алған баһа күпкә ҡәҙерлерәк һәм ҡиммәтерәк.
Был көндәрҙә ниндәйҙер сәбәп менән БДИ тапшыра алмаған уҡыу­сылар Дәүләт имтихан комиссияһы ҡарары буйынса уны резерв көндәрҙә тапшыра ала.
Резерв көндәр
16 июнь – сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан); йәмғиәтте өйрәнеү, биология, информатика һәм информацион-коммуникатив технологиялар;
17 июнь – география, химия, рус әҙәбиәте, тарих, физика;
18 июнь – рус теле;
20 июнь – математика.

БДИ тапшырыу өсөн өҫтәмә көндәр
Алдағы йылдарҙағы сығарылыш синыф уҡыусылары һәм кемдәр ниндәйҙер сәбәп буйынса май – июнь айҙарында БДИ тапшыра алмаған, улар БДИ тапшырыу өсөн билдәләнгән өҫтәмә ваҡытта тапшыра ала.
Шулай уҡ мотлаҡ тапшырыла торған фәндәрҙең береһенән «икеле» билдәһе алған уҡыусылар­ға ла был көндәрҙә яңынан имтихан тапшырыу мөмкинлеге бирелә. Әгәр ҙә уҡыусы рус теленән дә, математиканан да БДИ-ны тапшыра алмаһа, бындай уҡыусылар икенсе йылына ғына БДИ тапшырасаҡ.
8 июль – рус теле, химия, информатика һәм ИКТ;
11 июль – математика, география, сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан);
13 июль – йәмғиәтте өйрәнеү, рус әҙәбиәте, физика;
15 июль – биология, тарих;
18 июль – бөтә фәндәр буйынса ла резерв көн.

С. НИЯЗОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға