«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Һынау ауыр булған һайын еңеү шатлығы ла татлыраҡ



17.05.2011 Һынау ауыр булған һайын еңеү шатлығы ла татлыраҡ

Һынау ауыр булған һайын еңеү шатлығы ла татлыраҡРәсәйҙең иң йәшел һәм төҙөк ҡалаларының береһе баш ҡалабыҙ Өфө уҙған аҙнала илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йәш экологтарҙы ҡабул итте. Бында экология буйынса уҡыусы­лар­ҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Өфөгә ул тиклем дә күп уҡыусы йыйылғаны булмағандыр − олимпиадала илдең 65 төбәгенән 198 уҡыусы ҡатнашты.
– Беҙ Өфөлә беренсе тапҡыр. ҡала төҙөклөгө менән дә, матурлығы менән дә, кешеләренең ихласлығы менән дә әсир итте. Олимпиада юғары кимәлдә ойошторол­ған. Ойоштороусы­ларҙың күп көс һалыуы күренеп тора. Беҙ йәшәгән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты ла бик оҡшаны, хатта унда уҡыған уҡыусыларға көнләшеп ҡуйҙыҡ. Ғөмүмән, иң яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалды. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса дүрт уҡыусынан икәүһе призер, бик тә ҡәнәғәтбеҙ, – ти Орел ҡалаһынан килгән төркөмдөң етәксеһе Татьяна Гольцева.
Олимпиада – уҡыусылар тормошонда иң оло һынауҙарҙың береһе. Өҫтәүенә, Бөтә Рәсәй мәктәптәренән иң көслө уҡыусылар йыйылыуын иҫәпкә алғанда. Рәсәйҙең иң абруйлы уҡыу йорттарының фән әһелдәре алдында һынау тоторға тура килә бит! Шуға күрә ярыштың ни тиклем көсөргәнешле булыуын, еңеүгә өлгәшеү өсөн күпме әҙерлек һәм белем кәрәклеген аңлауы ҡыйын түгел. Әммә һынау ни тиклем ауырыраҡ булһа, еңеү ҡыуанысы ла шул тиклем татлыраҡ. Быны сәхнәгә йүгерә-атлай сығыусы олимпиада призерҙары һәм еңеүселәренән дә күрергә мөмкин. Йөҙҙәре балҡый, күҙҙәре яна, ҡыуаныстан бер-береһенең ҡулдарын ҡыҫалар.
11-се синыф уҡыусылары өсөн был еңеү айырыуса мөһим, сөнки ошо йүнәлеш буйынса вузға уҡырға ингәндә уларға өҫтөнлөк биреләсәк.
Һынау ауыр булған һайын еңеү шатлығы ла татлыраҡ– Олимпиаданың бигерәк тә икенсе туры ауыр, бында теоретик белемеңде практикала иҫбатларға кәрәк. Ни тиклем генә ауыр булмаһын, аҙаҡҡаса еңеүгә ышанысымды юғалтманым. Еңеүемдән бигерәк, олимпиадала ҡатнашыуыма бик шатмын, үҙемә күп дуҫтар таптым, төрлө ҡалаларҙан тиҫтерҙәрем менән аралаштым, шундай матур һәм таҙа ҡаланы күрҙем, – ти Пенза ҡалаһының 55-се мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Даша Князева.
Башҡортостан уҡыусылары ла һынатмаған – республиканан өс призер һәм өс еңеүсе. 9-сы синыф уҡыусыһы Сабина Ибраһимова, 11-се синыф уҡыусылары Анна Вахмянина менән Ангелина Бриллиантова еңеүселәр рәтендә.
Анна Вахмянина 117-се мәктәптең 11-се синыфын тамамлай, олимпиадала быйыл өсөнсө тапҡыр ҡатнаша икән.
– Олимпиада һорауҙары ауырмы? Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға уйлайһың? – тип һорайым унан.
– Һорауҙарҙы еңел тип әйтеп булмай. Әммә минең өсөн өс йыл дауамында маҡсатҡа ярашлы әҙерләнеүем үҙ һөҙөмтәһен биргәндер тип уйлайым. Ә һөнәр һайлауға килгәндә, әле ныҡлап ҡына хәл итмәгәнмен, медицина университетына барырмын тигән уйым бар, – ти ул.
Туймазы районының Серафимовка мәктәбенән Сабина Ибраһимованың иһә тәүге еңеүе.
– Олимпиадала беренсе тапҡыр ҡатнашам һәм шундай уңыш. ҡыуанысымдың сиге юҡ! Олимпиада, әлбиттә, бик оҡшаны, иҫ киткес тәьҫораттар ҡалдырҙы, – ти ул.
– Теге йәки был һынау төрөнә әҙерләнеп, дүрт көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Олимпиада үҙеңдең белемеңде һынау ғына түгел, дуҫлыҡҡа ла һынау булып тора. Эргәңдә дуҫтарыңдың һинең өсөн борсолоп, ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә әҙер тороуы һөйөнөслө, – ти олимпиадала ҡатнашыусылар.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға