«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Кеҫә телефондары менән файҙаланыу тыйылды



26.04.2011 Кеҫә телефондары менән файҙаланыу тыйылды

Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылда Башҡортостанда 26500 кеше берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ.
Былтыр иһә барлығы 27897 сығарылыш синыф уҡыусыһы һынау тотҡайны, ә 2009 йылда БДИ тапшырыусылар һаны 29963 уҡыусы булған. БДИ-ның тәүге этабы – быйылғы сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн 27 майҙа башланып, 20 июнгә тиклем дауам итәсәк. Ә алдағы йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары өсөн икенсе этабы 8 июлдән 18 июлгә тиклем үтәсәк. БДИ йәиһә элекке кеүек традицион формала имтихан тапшырыуҙы һайлау хоҡуғына мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар һәм үҙҙәре уҡыған йүнәлеш буйынса уҡырға инергә теләүсе урта махсус уҡыу йортон тамамлаусы йәштәр эйә. Ә кемдәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырылыу, сит илгә сәфәр, етди дауаланыу көтә, шулар Рәсәй һәм донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыусы спортсылар берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшыра. Әйткәндәй, граждандар­ҙың был категориялары өсөн һынауҙар башланды ла инде.
Берҙәм дәүләт имтиханына ҡағылышлы тағы бер мөһим яңылыҡ: 2011 йылдың ғинуар айында РФ Дәүләт Думаһы депутаттары БДИ тапшыр­ған ваҡытта кеҫә телефондары менән файҙаланыуҙы тыйыу өсөн тауыш бирҙе. Тимәк, уҡыу­сылар кемдәндер ярҙамға өмөт итә алмай, тик үҙ белемдәренә генә ышана ала.

С. ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға