19.04.2011 Тәүге уҡытыусынан алған һабаҡтар ғүмерлек
Башлап хәреф танырға, уҡырға, яҙырға өйрәткән тәүге уҡытыусыһын һәр кем оло ихтирам менән иҫкә ала. Беҙ ҙә уҡытыусыбыҙ Гөлсөм Ғүмәр ҡыҙы Ноғоманованы яраттыҡ, һәр яҡлап уға оҡшарға тырыштыҡ. Дәрестәрен һәр ваҡыт көтөп алдыҡ. Йыш ҡына тәбиғәт ҡосағына алып сығып, уҡыусыларында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләне. Концерт ҡуйыр булһаҡ, матур бейеүҙәр, йырҙар өйрәтте. Ә синыф сәғәтендәге фәһемле һөйләшеүҙәр... Беҙ бөтә серҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ.
Гөлсөм Ғүмәр ҡыҙы күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫә. Уға 12 йәш булғанда атайҙары мәрхүм булып ҡала. Әсәйҙәре туғыҙ баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Гөлсөм апайыбыҙ ауылда урта белем алғас, тәүҙә Өфөләге 1-се полиграфия училищеһында белем ала, һуңынан ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Гөлсөм Ғүмәр ҡыҙының мәктәптә эшләүенә сирек быуат ваҡыт үтеп киткән. Ошо ваҡыт эсендә күпме баланы хәреф танырға өйрәткән. Уның уҡыусылары бөгөн ниндәй генә уҡыу йорттарында уҡымай ҙа, ниндәй генә һөнәр алып сыҡмаған?!
Күп ваҡыты эштә үтһә лә, үҙ балаларына матур итеп тәрбиә бирергә, бына тигән итеп донъя көтөргә лә өлгөрә Гөлсөм апайыбыҙ. Уның уңғанлығына, оҫталығына хайран ҡалырлыҡ. Инде мәктәпте тамамлап сыҡһаҡ та ул һәр саҡ беҙгә өлгө булып тора.
Әлиә ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА.
Белорет районы,
Йөйәк ауылы.