05.04.2011 Йыл уҡытыусыһы кем булыр?
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының профессиональ конкурсы тамамланыуға республика мәктәптәренең башҡа фәндәрҙән белем биреүсе уҡытыусыларының конкурсы башланды.
Кисә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында «Йыл уҡытыусыһы – 2011» республика конкурсын асыу танатанаһы үтте. Быйыл конкурста 123 уҡытыусы ҡатнаша, шул иҫәптән – 37 рус теле һәм 26 татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Конкурс бер аҙна дауам итәсәк. Уҡытыусылар баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр күрһәтәсәк, үҙҙәренең инновацион проекттарын яҡлаясаҡ.
12 апрелдә конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.
С. НИЯЗОВА.