«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Йөрәгендә – балаларға һөйөү, Уйҙарында – бары изгелек



05.04.2011 Йөрәгендә – балаларға һөйөү, Уйҙарында – бары изгелек

Конкурста ҡатнашыусы һәр уҡытыусы хаҡында шулай тиергә була
Йөрәгендә – балаларға һөйөү, Уйҙарында – бары изгелекҮткән аҙнала баш ҡалабыҙ Өфөлә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы үтте. Республикабыҙҙа һөнәри бәйгеләр күп уҙа, әммә 1996 йылдан башлап ойошторолған был конкурстың республикабыҙҙа үҙ статусы, үҙ мәртәбәһе. Ошо йылдар арауығында унда барлығы 815 уҡытыусы ҡатнашҡан, 88-е лауреат исеменә лайыҡ булған. Конкурстың бөгөнгө ҡатмарлы заманда уҡытыу­сы һөнәренең абруйын күтәреүгә, туған телде үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
– Был конкурстың әһәмиәте ҙур, – ти жюри рәйесе, филология фәндәре докторы Ғиниәт ҡунафин да. – Беренсенән, уҡыу-уҡытыуҙың сифа­тын, уҡытыусыларҙың профессиональ кимәлен күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Конкурста уҡытыусылар бер-береһенең эш тәжрибәһен, яңы алымдарҙы өйрәнә, фекер алыша, уларҙы ҡарап ултырһаң, бер туҡтауһыҙ нимәлер яҙалар, күҙҙәре янып тора, улар үҙҙәренә бик күп асыш яһай...
Икенсенән, конкурс сәйәси яҡтан да әһәмиәткә эйә. Нисек кенә булмаһын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының профессиональ бәйгеһе ябай ғына конкурс тип иҫәпләнмәй. Сөнки башҡорт теле – республикабыҙ кимәлендәге дәүләт теле. Ошо дәүләт телен мәктәптәрҙә ғәмәлгә ашырыуҙа (беҙ әле саҡ мәктәптәр тураһында ғына һүҙ алып барабыҙ, башҡа мәғариф системаһы, башҡа этаптары тураһында бөтөнләй уйламайбыҙ ҙа), башҡорт теленең республика кимәлендә дәүләт теле булараҡ үҙ функцияһын үтәргә тейешлегенә шулай уҡ саҡ ҡына булһа ла бер этәргес буласаҡ сара.
Был конкурста республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән уҡытыусылар ҡатнашыуы ла әһәмиәтле. Йәшермәйек, араларында төрлө милләттән булған, әммә башҡорт телен күңеле менән ҡабул итеп уҡытып йөрөгән иптәштәребеҙ ҙә бар. Үҙҙәренең төбәктәрендә ошо телдең әһәмиәтен, республиканы барлыҡҡа килтереүсе, уға нигеҙ һалыу­сы халыҡтың теле булыуын аңлатырға ынтылыу­сы мөғәллимдәр улар. Был йәһәттән алһаҡ, конкурста республикабыҙҙа дуҫлыҡты, берҙәмлекте тәьмин итеүсе сара тип тә ҡарарға кәрәк.
Йөрәгендә – балаларға һөйөү, Уйҙарында – бары изгелекБыйылғы бәйгелә 57 уҡытыусы ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла – үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, эшмәкәрлектәрендә заманса технологияларҙы, алдынғы методик алымдарҙы ҡулланып эшләүсе һәләтле, тәжрибәле уҡытыусылар. Бына шунан ғына ла конкурстың ни тиклем көсөргәнешле һәм еңел булмауын күҙалларға мөмкин. Республика бәйгеһендә ҡатнашыу уҡытыусыларҙан ныҡлы әҙерлек тә талап итә. Бик күп мәғлүмәт тупларға, методик әҙәбиәтте өйрәнергә, хатта бер нисә тапҡыр район конкурсында ҡатнашырға тура килә. Шулай уҡ ҡатнашыусылар үҙҙәренең эш алымдары, уның һөҙөмтәләре хаҡында портфолио ла әҙерләргә тейеш.
Конкурстың иң төп һынауҙарының береһе – дәрес. Ысынлап та, методик яҡтан дөрөҫ ҡорол­ған, бөгөнгө көн талаптарына ярашлы инновацион технологиялар ҡулланып ойошторолған, теманы аңлайышлы итеп асып биреүгә йүнәлтелгән һәм уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырҙай дәрес үткәрә белгән уҡытыусыны ғына үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтергә мөмкин.
Йөрәгендә – балаларға һөйөү, Уйҙарында – бары изгелекАртабанғы һынау төрҙәре иһә уҡытыусының үҙ фәне һәм һөнәре буйынса теоретик белемен, зиһен байлығын, уҡыусылар менән аралашыу оҫталығын, ойоштороу һәләтен, мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар менән хәбәрҙар булыуын асыҡлауға йүнәлтелде. Мәҫәлән, «Оҫталыҡ дәресе»ндә улар үҙҙәренең педагогик эшмәкәрлегендә ҡулланған иң төп һәм һөҙөмтәле эш алымдарын һәм ысулдарын күрһәтте. Үҙе бер тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны ине ул. Йылдағыса, был һынау төрөндә инновацион технологиялар ҙур урын алды. Әңгәмә-бәхәс иһә уҡытыусының компетентлылығын, мәғариф өлкәһендә барған үҙгәрештәрҙе күҙәтеп, өйрәнеп барыуын күрһәтте. Коллегалары алдында лекция менән сығыш яһағанда иһә конкурсанттарға бар тел байлығын, һөйләү оҫталығын эшкә егергә тура килде.
Уҡытыусылар өсөн конкурстың йомғаҡлау тантанаһы үҙе бер матур байрамға әйләнә. Йома көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ла йәнлелек хөкөм һөрҙө.
– Бөгөн, ысынлап та, мәғариф селтәре өсөн оло байрам. Конкурс хәҙер инде 16 йыл матур дауам итеп килә, республикабыҙҙа күркәм традицияға әүерелде. Уның төп маҡсаты республика мәктәптәрендә, күрше өлкәләрҙә арымай-талмай эшләп, туған телебеҙгә, тыуған еребеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыу­сыларыбыҙҙың эш тәжрибәһен, һөнәр оҫталығын, инновацион уйланыуҙарын республика кимәленә күтәреүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының абруйын, уҡытыусы һөнәренең мәртәбәһен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Йылдан-йыл конкурстың талаптары ҡатмарлаша, шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге заман талаптарына ярашлы белем, тәрбиә биреүсе уҡытыусыларыбыҙҙың һаны артҡандан-арта бара. Был бик ҡыуаныслы күренеш. Уҡытыусы – иң абруйлы, иғтибарға, ихтирамға лайыҡ һөнәр. Сөнки йәшәйеш кимәле лә, балаларыбыҙҙың рухи торошо ла, уларҙың эҙләнеү юлдары ла тәү сиратта уҡытыусыға бәйле. Конкурста ҡатнашыусы уҡытыусылар­ҙың барыһы ла еңеүсе. Улар барыһы ла маҡтауға, данлауға, ихтирамға лайыҡ, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, бәйгелә ҡатнашыусы уҡытыусыларҙы тәбрикләп.
Ысынлап та, конкурста бик күп уҡытыусы үҙҙәренең оҙайлы тырыш хеҙмәтенең лайыҡлы баһаһын алды. «Быуындар бәйләнеше», «Ижади фекерләүсе уҡытыусы», «Өмөтлө киләсәк», «Халыҡ педагогикаһын оҫта ҡулланыусы», «Мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар оҫтаһы», «Һөнәремә тоғро ҡалам», «Рух һәм иман һаҡсыһы», «Теоретик маһирлыҡ», «Өлгөлө оҫталыҡ класы», «Өлгөлө дәрес» кеүек номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнеп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Респуб­ликабыҙҙың гәзит-журналдары ла үҙҙәренең номинацияһын булдырҙы. «Йәшлек» гәзите үҙенең махсус бүләген Ауырғазы районының Миҫәле урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Нажиә Килдебаеваға, Благовещен ҡалаһынан Милә Сәлимоваға һәм Бәләбәй ҡалаһынан Әлмира Фәйзуллинаға тапшырҙы.
Ә Әбйәлил районынан Зиниә Ғәлләмова, Өфө ҡалаһынан Наилә Буранғолова, Балтас районынан Гөлсирә Мөьминова, Ғафури районынан Юлай Мәүлетҡолов «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2011» төбәк-ара конкурсының лауреаты исеменә лайыҡ булды.
– Уҡытыусылар конкурсы – ул ижади бәйге. Ныҡлы уйланылған, яҡшы ойошторолған, шул хәтле кешелекле мөнәсәбәт тантана иткән бәйге ул. Үҙемде байрамға килгән кеүек хис иттем, ҡыуанып-шатланып йөрөнөм. Әлбиттә, конкурста ҡатнашыу ентекле әҙерлек талап итте. Дүрт йыл район конкурсында ҡатнашып, үҙемде әҙерләгәндән һуң ғына республика кимәленә сығырға йөрьәт иттем. Ярышҡа, үҙемдең эшләү дәүеремдә ниндәйҙер һығымталарға килеп, шул һығымталарым менән уртаҡлашырға, башҡа уҡытыусыларҙың икенсе ерлектә нисек эшләгәндәрен күрергә, ярыштан үҙемә дәрт, илһам алырға тип килдем. Һәр сығышымда башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте дәрестәрен этно-лингвик культурологик нигеҙҙә ойоштороу темаһы ҡыҙыл һыҙыҡ булып үтте. Ғөмүмән, мин эшемдә лә уны төп йүнәлеш итеп алғанмын. 2009 йылда уҡыусым Инсаф Ғилмановтың «Йолалар» исемле эше Мәскәүҙә Кесе фәндәр академияһында 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ошо еңеү беҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙға ишара булды һәм, халыҡ ижады өлгөһөндә тәрбиәләнгән баланың бер ҡасан да юғалып ҡалмаясағына ышанып, шул йүнәлештә эшебеҙҙе дауам итәбеҙ, – тип һөйләй Зиниә Ғәлләмова конкурс һәм үҙенең һөнәре хаҡында.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу­сыһы – 2011» төбәк-ара конкурсының еңеүсеһе исеменә Өфө ҡалаһы Ленин районының 35-се мәктәбенән Эльза Толомбаева лайыҡ булды. Уның дөйөм педагогик стажы – 16 йыл, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Әлегә тиклемге ҙур еңеүҙәренән – «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеһе» энциклопедияһына инеп, «Рәсәй мәғарифын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
– Конкурста тәүге тапҡыр ҡатнаштым, бик оҡшаны. Һәр бер уҡытыусының үҙенә генә хас эш алымдары бар, һәр сығыштың бер сағыу өлөшө булды. Үҙемә тәжрибә туплап, һоҡланып ҡарап ултырҙым. Республика конкурсына сығыр­ҙан алда ҡала бәйгеһендә ҡатнашҡайным. Ошо ике конкурсты сағыштырып ҡарайым да, ҡаланыҡында ауырыраҡ булды, тип иҫәпләйем. Унда һынау төрҙәре лә күп ине, тәүгә сыҡҡанғамы, ҙур теләк, дәрт менән сығыш яһаным. Ошондай әҙерлек мәктәбе үткәнгәме, республика конкурсында үҙемде күпкә ышаныслыраҡ, еңелерәк тойҙом, – ти Эльза Толомбаева, оло еңеүенең сере менән уртаҡлашып.
Шулай итеп, быйылғы конкурс та үҙ маҡсатына өлгәште, юғары профессиональ һыҙаттарға эйә уҡытыусыларҙы асыҡларға булышлыҡ итте.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға