«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе



05.10.2019 Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Миңлегөл Солтанбаева, балаларҙы фортепьяно, скрипкала уйнарға өйрәтеүҙән тыш, районда беренселәрҙән булып ҡыл-ҡумыҙ класын асыуға өлгәште

“Матурлыҡты күрер өсөн
уны үҙеңдә йөрөтөү кәрәк!”
Р. Эмерсон

Һуңғы йылдарҙа Асҡар сәнғәт мәктәбе хаҡында йыш ишетергә тура килә. Уның ижади коллективы кисә-концерттар үткәреп кенә ҡалмай, башҡа райондарҙың ҙур мәҙәни сараларында, республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡат­нашып, еңеү яулап тора. Сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡурай, виолончель, фортепьяно, скрипка, баян, гармун, домра һәм думбыра кеүек музыка ҡоралдарында уйнап, юғары күрһәткестәргә лә өлгәшә, яңынан-яңы музыка ҡоралдарында ла уйнарға өйрәнә. Шундай етәк­селәрҙең береһе Миңлегөл Бәх­тинур ҡыҙы Солтанбаева, балалар­ҙы фортепьяно, скрипкала уйнарға өйрәтеүҙән тыш, районда берен­селәрҙән булып ҡыл-ҡумыҙ класын асыуға өлгәште. Хәҙер уның сы­ғарылыш уҡыусылары Эльвина Мөхәмәтдинова, Зилә Иғдисамова, Зарина Ғайсина, Розалина Усманова, Эльвина Ҡужина, Эльмира Әхмәҙиева һәм башҡа бик күптәр был йүнәлеш буйынса сәнғәт мәк­тәптәрендә, училище һәм академияла эшләп йөрөй.

Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы үҙ уҡыусылары һәм ғаиләһе менән, “Ирәндек моңдары”, “Ғаилә мо­заикаһы”, “Аҡмулла нәси­хәттәре”, “Ашҡаҙар таңдары” кеүек кон­курстарҙан тыш, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған “Таланттар иле”, “Рәсәй ғаиләһе”, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнашып, еңеүҙәр яулап, лауреат исеменә лайыҡ була. Шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен эшкәртеп тә бик күп Маҡтау грамоталарын алыуға өлгәшә. Башҡор­тостандың Өфө, Мәләүез, Күмер­тау, Нефтекама, Белорет, Учалы, Сибай һәм Силәбе ҡалаларында уҙғарылған кон­курс­тарҙа ла сығыш яһай уның уҡыусылары.

Быйылғы уҡыу йылында ғына уның тәрбиәләнеүселәренән 32 уҡыусы лауреат исеменә лайыҡ булды. Үҙенең эш дәүерендә һәләтле музыкант 12 йыл профсоюз комитеты рәйесе, балалар музыка мәктәптәре буйынса методист та, сәнғәт мәктәбе директоры ла булып эшләй.
Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙының альбом, портфолио һәм күп һанлы папкаһына күҙ һалһаң, уҡытыу­сының сәнғәт өлкәһендәге иҫ китмәле эшмәкәрлеген күрәһең. Дипломдар, Маҡтау грамоталары, уҡытыусы – остаздарының Миң­легөл хаҡында яҙған уй-фекерҙәре, маҡтау-хуплауҙарынан уның ябай уҡытыусы ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә талантлы остаз, оҫта етәксе, музыка белгесе булыуына инанаһың. Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Таһирова бына нимә тип яҙа: “Миңлегөл Бәх­тинуровнаның эше, таланты, ойоштороу һәләтенең юғары кимәлдә һәм ойоштороусы булыуына һоҡ­ланам. Ғаилә сцена­рийҙарын ҡара­ғандан һуң, ғорурлыҡ хисе солғап алды. Ҙур рәхмәт уға, эшендә уңыштар теләйһе генә ҡала”.

“Рәсәй ғаиләһе” тип аталған Бөтә Рәсәй ғаилә фестивалендә Солтанбаевтар еңеүсе булып, лауреат исемен алып ҡайтты.

“Уйлап ҡараһаң, “виолончель” һүҙе генә ни тора! Шундай шәп, күңелде ярып үтерлек, илатырлыҡ, йөрәккә моң өҫтәүсе музыка ҡоралы бит ул. Мин шундай шатмын шул тиклем шәп музыка ҡоралында уйнап өйрәнеүемә.

Миңлегөл Бәхтинуровна минең мәңге иҫемдә ҡаласаҡ. Беҙ һеҙҙең менән башҡарған “Сәрмәсән” көйө (дуэт) – шул тиклем матур көй”, – тип яҙа уның уҡыусыларының береһе.

Әлеге көндә Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы 6 йәштән 14 йәшкә тиклем 16 бала менән шөғөлләнә. Уға туғыҙ ауылдан йөрөп уҡыйҙар.
– Мин уларҙа рух тәрбиәләргә ынтылам, – ти Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы. – Йыһандан килгән тауыш мейенең нескә ҡылдарына сирт­кәндәй була. Сит илдәрҙә иһә ҡыл­лы музыка ҡоралдары дауалау өлкәһендә киң ҡулланыла. Уларҙың аһәңле яңғырашы мейегә, йөрәктең иң нескә ҡылдарына үтеп инә.

“Ҡыл-ҡумыҙ класы асылғас та, башта беҙҙең музыка ҡоралдары икәү генә ине, – ти уҡытыусы. – Ата-әсәләр бер йылда дүрт ҡыл-ҡу­мыҙ эшләтеп бирҙе”. Башҡортос­таны­быҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына ла Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы 100 лауреат әҙерләүгә өлгәшә. Үҙенең 34 йыл сәнғәт мәктәбендә эшләү дәүерендә М. Солтан­баеваның тырышып башҡарған эшенең һөҙөмтәһе был.

Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙың бөгөнгө ҡаҙа­ныштары ҡасандыр уның төшөнә лә инмәгәндер, бәлки. Байназар мәк­тәбендә дүртенсе синыфты тамам­лағас та, музыкаға булған һөйөү кескәй Миңлегөлдө Өфөләге Ғ. Әлмөхәмәтов исе­мендәге махсус музыка мәктәбенә алып килә. Унан сәнғәт училищеһы менән Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. Уларҙы тамамлағас, хеҙмәт юлы бер генә урында үтә. Ул да булһа – беҙҙең Асҡар сәнғәт мәктәбе. һигеҙ йыл директор вазифаһын да башҡара. Мәктәптең матди-техник базаһын нығытыу, уҡыу йортон төрлө әсбап, музыка ҡоралы, костюмдар менән тәьмин итеү буйынса ла күп эш башҡарырға тура килә. Мәҫәлән, 2011 – 2012 уҡыу йылының һөҙөмтәләренә күҙ һалғанда, финанс-хужалыҡ эш­мәкәрлеге буйынса Асҡар сәнғәт мәктәбе Рәсәйҙең бронза лидеры булыуға өлгәшә. Ә инде Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы был эш һөҙөмтәһе буйынса “Хеҙмәт эшмәкәрлегенең һөҙөм­тәлелеге өсөн” миҙалына лайыҡ була.

Бөгөн Ләйлә Ноғоманова һәм Нурия Ғарипова (Ҡырҙас), Алина Йосопова һәм Ләйлә Шәйәхмәтова (Салауат), алты йәшлек Ынйыгөл Мөлөкова (Асҡар) – ҡыл-ҡумыҙҙың сағыу йондоҙҙары. Улар, төбәк-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, лауреат исемдәренә лайыҡ булды. Ләйлә Ноғоманова иһә бындай бәйгеләрҙә тик беренсе һәм икенсе урындарҙы ғына алып килә. “Уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәренең ярҙамы ҙур, – ти Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы. – Ҡайҙа барһаҡ та, финанс, юл йөрөү сығымдарын да үҙҙәре ҡапларға тырыша”.

Ике балаға әсәй, биш ейән-ейәнсәргә өләсәй булған Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы сәнғәт мәктәбендә яңы йүнәлештәге кластарҙың асылыуы тураһында һоҡланып һөйләне. “Хореография, Азат Атанғолов етәкселегендәге гармун, думбыра, музыка фольклоры кластары асылыу ҙа балаларҙы музыка сәнғәтенә йәлеп итеүҙә ҙур бер аҙым булды, – тине ул. – Ҡырҙас, Ташбулат, Үтәгән, Дәүләт, Амангилде ауылдарында ҡурай, бейеү кластары асылһа ла, үкенескә күрә, улар бөгөн ябылып, филиал ғына булып ҡалды. Красная Башкирия һәм Йәнгел музыка мәктәптәрен иһә Асҡар мәктәбенә ҡуштылар”.

Бөгөн Миңлегөл Бәхтинур ҡы­ҙының иң ҙур хыялы – ҡыл-ҡу­мыҙҙың брендын нығытып ҡал­дырыу һәм был музыка ҡоралында уйнау буйынса ҡыл-ҡумыҙ­сы­лар­ҙың төбәк-ара конкурсын үткәреү. “Ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙ был музыка ҡоралына Астанала (Нур-Солтан) хатта һәйкәл ҡуйҙы, – ти Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы. – Был ҡоралда уйнарға өйрәтеү буйынса ла махсус музыка мәктәптәрендә уҡыталар”.

Һәләтле уҡытыусы районы­быҙҙың “Миләш” халыҡ фольклор ансамблендә лә шөғөлләнә. Был ансамбль былтыр Ҡазанда үткән Рәсәй халыҡтарының милли әҙә­биәте фестиваленең “Мәҙәниәт биҙәктәре” тип аталған мәҙәни өлөшөндә, Башҡортостан Респуб­ликаһы исеменән сығыш яһап, гран-при алыуға өлгәшә һәм, еңеүсе булараҡ, йәнә сәхнәгә сығып, фестивалде ябып ҡуя. “Рухыбыҙ үҫеп, күңелебеҙ байып, тағы ла дәртләнеберәк ижад итергә илһамланып ҡайттыҡ”, – ти ҡыл-ҡумыҙҙы бөтә төр музыка ҡорал­дарынан да өҫтөн ҡуйған уҡытыусы.

Сәнғәт мәктәбен дәртле, йәш кадрҙар менән тулыландырыу һәм уҡытыуҙа заманса яңы алымдар ҡулланыу, балалар филар­мония­һының эшен йәнләндереү, башҡа уҡыу йорттары менән ижади бәй­ләнештәр булдырыу тураһында хыялланған һәләтле музыка белгесенә, талантлы уҡытыусыға артабан да уңыштар ғына юлдаш булһын.





Автор: З. КАШАПОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға