05.10.2019 Шатлыҡҡа ла, борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге
“Эшләү йылдарында ниндәй генә хәл, ваҡиға, үҙгәртеп ҡороу булмаһын, ошо һөнәрҙе һайлағаныма бер ҡасан да үкенмәнем!” – ти Ейәнсура районының Абзан дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Сәриә Азат ҡыҙы БУЛАТАСОВА. Ә бит уйлап ҡараһаң, 31 йылда ул күпме балаға донъяны танып белергә, киләсәккә илтер юлды табырға ярҙам иткән, белемгә әйҙәгән.
Береһенән-береһе аҡыллыраҡ, уңғаныраҡ, матурыраҡ һәм маҡсатлыраҡ биш ҡыҙлы ғаиләлә тыуып үҫкән бөгөнгө мәҡәләм геройы. Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән Азат олатай менән Мәйсәрә инәй балаларын уҡырға, белем алырға өндәй. “Беҙҙең мөмкинлек булманы, ә хәҙер заман – белемлеләр ҡулында!” – тип өндәгән ата-әсә теләгенә ирешә. Ике ҡыҙы – Әлфиә менән Айһылыу медицина юлын һайлаһа, Зилә, Әнисә һәм Сәриә уҡытыусы булырға теләй.
– Миңә, ниндәй уҡыу йортон һайларға, тип оҙаҡ уйланырға тура килмәне. Сибай педагогия училищеһын тамамлағас, ситтән тороп юғары белем алған Әнисә апайым тура институтҡа барырға кәңәш бирҙе. Бер генә йыл айырма менән, беҙ бер үк уҡыу йортоноң башланғыс кластар педагогикаһы факультетын тамамланыҡ. Һәм мин дә апайым эшләгән Абзан мәктәбендә хеҙмәт юлымды башларға булдым, – ти Сәриә Азат ҡыҙы.
Ул саҡтағы директор Миҙхәт Зиннәт улы Байназаров юғары белемле ҡыҙҙы ҡуш ҡуллап эшкә ала. Был ваҡиғаға инде 31 йыл ғүмер үтһә лә, кисәгеләй генә кеүек тойола. Тәүге көндәрҙән үк үҙен хәстәрлекле лә, талапсан да, ғәҙел дә, белемле лә итеп күрһәткән йәш уҡытыусы тиҙ арала хеҙмәттәштәренең, ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың ихтирамын яулай. 2014 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһе тапшырыла. Район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүсе уҡыусылар әҙерләгәне өсөн Мәғариф министрлығының рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Уның етәкселегендә 2015 йылда башланғыс класс уҡытыусылары Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә тәжрибә майҙансығы ойоштороп, методик әсбап сығарыуға өлгәште. Был һөнәр инде күптән уның йәшәү рәүешенә әүерелгән: һәр баланың белеме, тәртибе өсөн генә түгел, тотош яҙмышы өсөн дә борсолоу, аралашыуға бармаған кескәйҙәрҙең күңеленә асҡыс табыу өсөн эҙләнеүҙәр. Ә үткән йыл Сәриә Азат ҡыҙының иңенә барлыҡ мәктәп эше һәм мәшәҡәте ятты – ул бай традициялы, һәр саҡ алдынғылар рәтендә булған, бер быуатлыҡ тарихлы Абзан мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләнде. Хәҙер инде уның һәр иртәһе: “Күрше ауылдарҙағы балалар имен генә килеп етһен ине...” – тигән уйланыуҙарҙан башлана ла, көнө: “Өйҙәрендә барыһы ла һәйбәтме икән?” – тигән борсолоуҙар менән тамамлана. Интернатта йәшәгән, мәктәптә уҡыған барлыҡ баланың да, уларға ашарға бешергән ашнаҡсының да, белем биргән уҡытыусының да, ауылдан-ауылға йөрөткән шоферҙың да һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең дә яҙмышына битараф ҡала алмай. Һәм был хәстәрлек эш өсөн түгел, ә ысын йөрәктән. Йөҙҙән ашыу бала, ике филиалы булған оло мәктәп, ҙур коллектив, матди-техник базаһы бай белем усағы – гүзәл зат ҡына түгел, ә көслө ир-егеттәр өсөн дә күтәрә алмаҫ йөк кеүек.
– Бер йыл мәктәп етәксеһе булып эшләү өсөн әллә ни күп ваҡыт түгел. Быға тиклем яуланған уңыштарҙы юғалтмай, белем кимәлен төшөрмәй эшләргә, тигән маҡсат ҡуйғанмын. Мәктәп өсөн иң мөһиме – бала яҙмышы һәм белеме. Беҙҙең элекке уҡыусылар әлеге ваҡытта Өфө, Мәскәү, Ырымбурҙағы уҡыу йорттарында уҡый. Быйыл да 13 сығарылыусыбыҙҙың һигеҙе юғары уҡыу йортона инде. Был – тотош коллективтың хеҙмәт һөҙөмтәһе, һәр уҡытыусының ғорурлығы. Башҡа мәктәптәргә хас проблемалар беҙҙә лә бар. Иң борсоуға һалғаны – йылдан-йыл балалар һаны кәмей. Ҙур ауылдан быйыл 1-се класҡа ни бары һигеҙ уҡыусы килде, – тип бер аҙ борсолоуҙары менән дә бүлеште уҡытыусы.
Кешенең тырышлығы, ғәҙәттә, өҫтәмә эш менән баһалана. Бер йылда үҙен булдыҡлы етәксе итеп күрһәткән мәктәп директорын быйыл ауылдаштары ауыл советы депутаты итеп тә һайланы. Тимәк, хәҙер уның иңенә тағы ла мәшәҡәттәр өҫтәлде. Хәйер, Сәриә Азат ҡыҙы зарланып ултырырға яратмай.
Изге лә, яуаплы ла, ауыр ҙа уҡытыу эшендә Сәриә апайға, хеҙмәттәштәренән тыш, һәр ваҡыт иң яҡын кешеләре – ғаиләһе терәк булып тора. Бер туған апаһы уның тәүге дәрестәренә кәңәшсе була. Коллективта улар 30 йыл бергә эшләп, быйыл ғына Әнисә Азат ҡыҙы Назарова хаҡлы ялға сыҡты. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар эҙһеҙ үтмәй, һаулығын юғалтып, Азат олатай 2011 йылда мәрхүм булды. Юлдаш ауылында йәшәүсе әсәйҙәрен – Мәйсәрә инәйҙе лә яңғыҙ итмәй ҡыҙҙары. Сәриә апай ҙа тынғыһыҙ эшенән күңеленә ял һәм дауа табыр өсөн, аҙна һайын хәл белешергә ҡәҙерле кешеһе янына ашыға. Ә Рәфил Хөрмәтулла улы менән ҡорған ғаиләләрендә буй еткергән балалары – Вадим да, Миләүшә лә юғары белемде иҡтисад йүнәлешендә алған. Әсәһенең юлын, бәлки, әлегә мәктәптә уҡып йөрөгән кесе улы Ильяс дауам итер?
Уҡытыусы йөрәге шатлыҡтарға ла, борсолоуҙарға ла тулы була. Уға төбәлгән өмөтлө ҡараштарҙың киләсәге билдәһеҙ. Әммә ата-әсәләре кеүек, уҡытыусы ла уларға тик аҡ бәхеттәр, файҙалы ғилем, матур тормош һәм уңышлы яҙмыш ҡына теләй.