«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Мәғариф тураһындағы закон тирәләй



01.03.2011 Мәғариф тураһындағы закон тирәләй

Өлкән класс уҡыусылары өсөн мәғариф стандарты проекты тирәләй бөгөн ығы-зығы һәм бәхәстәр бара. Яңы проекттың төп принцибы – 10 – 11-се класс уҡыусылары ҡайһы бер предметтарҙы минималь кимәлдә (интеграцияланған курста), ҡайһыларын төплө һәм етди (төп йәки профилле кимәлдә) уҡыясаҡ. Ниндәй кимәлде һайлау теге йәки был фәнде өйрәнеү өсөн бүленгән дәрестәр һанына бәйле буласаҡ.
Федераль дәүләт мәғариф стандартын эшләүселәр алты предмет төркөмөн билдәләй. Уларҙың тәүгеһе – рус теле һәм әҙәбиәте, шулай уҡ туған тел һәм әҙәбиәт, икенсе төркөм – сит телдәр, өсөнсөһө – математика һәм информатика, дүртенсеһе – ижтимағи фәндәр, бишенсеһе – тәбиғи фәндәр, алтынсыһы сәнғәтте йәки үҙ теләгең менән һайлап алған фәндәрҙе үҙ эсенә ала. Уҡыусы был төркөмдәрҙең һәр береһенән үҙе өйрәнергә теләгән бер-ике фәнде һайлап алырға тейеш.
Бынан тыш, вариациялар мөмкин булмаған өс предмет – «Россия в мире», ОБЖ һәм физкультура ла бар. Уларҙы өйрәнеү һәр кем өсөн мотлаҡ. Шулай итеп, өлкән кластарҙа өйрәнеләсәк предметтар һаны 16 – 21-ҙән 9 – 10-ға тиклем кәмейәсәк. Уҡыусылар үҙ аллы өйрәнәсәк индивидуаль проектҡа ла мәктәп программаһында билдәле бер ваҡыт биреләсәк. Хәйер, был мәсьәләләрҙе РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында үҙегеҙ уҡый алаһығыҙ. Ә түбәндә Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенконың яңы мәғариф стандартына ҡарата уй-ҡараштары менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Өлкән класс уҡыусыларын 30 – 40 йыл элек төҙөлгән мәғариф стандарттары буйынса уҡытырға мөмкинме? Әллә бөгөнгө йәштәрҙе мәктәптә ниндәй фәндәр һәм улар ниндәйерәк кимәлдә уҡытылыуы ҡыҙыҡһынды­рыр­ға тейешме? Сер түгел, хәҙер өлкән класс уҡыусыларының күбеһе экстерн уҡый, йәғни улар өйҙә, репетиторҙар ярҙамында, белем ала. Тимәк, улар мәктәптәге дәрестәр планы ҡоролошо менән ҡәнәғәт түгел һәм мәктәптә нимәгә, ни рәүешле уҡытырға тейешлекте яҡшы күҙаллай.
Яңы мәғариф стандарты буйынса мәктәпте тамамлаусы артабан гуманитар юлды һайлаймы, йә булмаһа, тәбиғи фәндәрҙеме, йә киләсәктә ул сәнғәт кешеһе буласаҡмы, әллә юғары квалификациялы эшсеме – ул, иң тәүҙә, сәләмәт кеше булырға тейеш. Тимәк, спорт, физкультура дәрестәре мотлаҡ. Шулай уҡ әҙәм балаһы тормошта ниндәй генә хәл-ваҡиғаларға юлыҡмай. Шунлыҡтан ОБЖ курсын өйрәнеү ҙә ҡотолғоһоҙ! Индивидуаль проектҡа килгәндә, әлбиттә, уҡыусы уны үҙе хәл итәсәк. Ә бына «Россия в мире» фәне иһә үҙ эсенә тарихты ла, географияны ла, иҡтисадты ла аласаҡ, һәм был курс белгестәр, йәмәғәт вәкилдәре, граждандар институттары менән берлектә эшкәртеләсәк.
Мотлаҡ өйрәнеләсәк предметтар тураһында һүҙ алып барғанда, һәр уҡыусы ниндәйҙер кимәлдә, әйтәйек, рус телен дә, тарихты ла, гуманитар фәндәрҙе лә, тәбиғи фәндәрҙе лә барыбер өйрәнәсәк. Шул уҡ ваҡытта был фәндәргә ҡушып үҙе теләгән башҡа фәндәр менән дә ҡыҙыҡһына ала. Әммә филология фәненә берләштерелгән рус теле һәм әҙәбиәтте уҡыусы теге йәки был кимәлдә өйрәнергә тейеш. Сит телде лә, әле үҙ эсенә информатиканы алған математиканы ла.
Яңы мәғариф стандарты тураһындағы законды тикшергән саҡта ниңәлер күптәр нәҡ 10–11-се класс программаһына нығыраҡ баҫым яһай, әйтерһең дә, йәш кешенең артабанғы бөтөн тормошо шуға ғына ҡайтып ҡаласаҡ. Ә өлкән кластар­ға тиклемге, мәктәптән һуңғы артабанғы тормошто һәм уның мөмкинлектәрен ниңә һуң күҙ уңынан ысҡындырабыҙ? Бала мәктәптә бушлай, дәүләт иҫәбенә күп өлкәләр буйынса төп белемгә эйә була. Был белем төплө, сифатлы булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бала мәктәптә уҡырға өйрәнергә, кәрәк булһа, үҙ эшмәкәрлеге йүнәлештәрен үҙгәртеп ҡора белергә һәм өҫтәмә мәғлүмәт, белем алырға өйрәнергә тейеш. Быларҙың барыһына ла уҡыусы өлкән кластарҙа ғына өйрәнмәй бит. Шул иҫәптән рус телен дә.
Берҙәм дәүләт имтихандары һорауҙарына килгәндә, улар яңы мәғариф стандарттары буйынса, әлбиттә, үҙгәрәсәк. Хәйер, һорауҙар яңы стандартһыҙ ҙа былай ҙа даими үҙгәрә килде. Артабан да үҙгәреүен дауам итәсәк. Әйтәйек, ун йыл элек физика дәрестәрендә бирелгән белемде хәҙергеһе менән сағыштырып булмай бит. Һуңғы 3 – 4 йыл эсендә нанотехнология тигән һүҙ модаға инеп китте. Ун йылдан һуң, минеңсә, берҙәм дәүләт имтихандарында нанофәндәргә, нанотехнологияларға ҡағылышлы һорауҙар буласаҡ.
Мәктәптә уҡыу бушлай буласаҡмы, тигән һорауҙар йыш яңғырай. Әлбиттә, бушлай. Беҙҙә медицина күрһәткестәре буйынса бала аҙ­наһына 36 дәрес алырға тейеш, һәм был 36 сәғәт өсөн бюджет түләй. Бына ошо сәғәттәрҙе мөмкин тиклем йоғонтоло файҙаланыу фа­рыз. Дәрестәрҙән һуң ниндәй­ҙер түңәрәктәрҙә лә бушлай шөғөлләнергә мөмкин – яңы стандартта ла был ҡарал­ған. Шул уҡ ваҡытта программала ҡаралған башҡа варианттар­ҙың да булыуы ихтимал.
ҡыҫҡаһы, яңы мәғариф стандарты беренсе тикшереүҙе үтте, уны камиллаштырыу эше дауам итә һәм итәсәк. Һәм уны беҙ төп принциптан – уҡыусылар өсөн нимә кәрәк, нимә яҡшыраҡ буласаҡ икәнлегенән сығып төҙөргә тейешбеҙ.

Яңы мәғариф стандарты балаларҙы ахмаҡландырасаҡ

Приморье уҡытыусылары өлкән класс уҡыусыларын яңы стандарттар буйынса уҡытыуға ҡаршы.
Улар иҫәпләүенсә, реформаның төп маҡсаты – мәғариф өлкәһендә сығымдарҙы кәметеү. Ә был мәктәпте тамамлаусы балаларҙың белем кимәленең бик һай булыуына килтерәсәк. Тәжрибәле уҡытыусыларҙы иң хайран ҡалдырғаны – мәктәп программаһында ҡаралған мотлаҡ дәрестәр исемлегенә рус теле һәм әҙәбиәтенең инмәүе. Бәхеткә күрә, рус телен мотлаҡ дәрестәр программаһына кире ҡайтарҙылар. Ә бына әҙәбиәтте, тарихты, физика менән химияны һәм башҡа предметтарҙы өйрәнергәме, әллә юҡмы, тигән һорауҙы һигеҙенсе класс балаларының үҙҙәренең ҡарамағына ҡалдыр­ҙылар.
– Бындай стандарт белемдең сифатын түбәнәйтәсәк, балалар­ҙы ахмаҡландырасаҡ, – тип иҫәпләй РФ-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мария Крит. – 35 йыл эшләү осоромда мәғариф реформаларын күп күрҙем. Һәр реформа һайын хәл насарайғандан-насарая. Яңы стандарттар мәктәп мәғарифы сифатын бөтөнләй түбәнәйтәсәк. Әҙәбиәтте мотлаҡ дәрестәр иҫәбенән нисек төшөрөп ҡалдырмаҡ кәрәк? Бөгөн күп кенә уҡыусылар былай ҙа үҙ фекерен әҙәби телдә еткерә белмәй – ҡулдары менән һелтәнеп, жаргон һүҙҙәре менән саҡ-саҡ аңлата. Фурсенко, беҙ балаларҙы бәхетле итергә тейеш, ти. Нимә, беҙгә хәҙер улар алдында бейергә һәм йырларға ҡаламы?
Мария Адамовна, былай барһа, 5 – 6 йылдан Рәсәйҙең мәғариф системаһы юҡҡа сығасаҡ, тип иҫәпләй. Владивостокта мәктәптә эшләгән уҡытыусыларҙың уртаса йәше бөгөн – 56 йәш. Унда, башлыса, 70-те уҙғандар уҡыта.
Рус теле уҡытыусылары фекерен химия уҡытыусыһы Татьяна Заболотнова ла йөпләй. Уның фекеренсә, традициялар һәм инновациялар бер-береһен тултырып килергә тейеш. «Ысынлап та, элекке реформалар үҙ «емеш»ен күрһәтте: бала­лар­ҙың күбеһе мәсьәлә сискәндә «Х»-ты эҙләй. Уның оҙонлоҡ, күләм йәки ауырлыҡ икәнлеген белмәйҙәр. Проценттарҙы йәки ағастың оҙонлоғон нисек табырға икәнлеген аңламайҙар. Йәғни иң ябай арифметика өйрәнелмәй. Үҙгәртеүҙәр, әлбиттә, кәрәк, әммә улар, төптән уйлап, өлкән быуындар тәжрибәһен иҫәпкә алып, эшләнергә тейеш», – ти ул.

Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға