«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » «Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»



24.09.2019 «Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Мейестә шартлап утын яна. Йылы юрғанға уранған кескәй Айгөл йоҡоһонан уяна алмай ята. Ара-тирә аш бүлмәһенән шыбырлашҡан тауыштар ишетелә. Тимәк, атаһы менән әсәһе иртәнге сәй эсә.
– Мин бөгөн тағы ла мәктәптән кисләп кенә ҡайтырмын инде, “политучеба” көнө бит. Айгөлдө үҙең менән алырһың, йәме, – быныһы әсәһенең наҙлы тауышы.

– Ярай, борсолма, Йомроҡайҙы үҙем менән алып йүгән-ыңғырсыҡтарҙы йүнәтеп ҡайтырмын, – тип яуаплай көр тауыш...

Атаһы уны “Йомроҡай” тип ярата шул. Кисә генә дәртләнеп эшләп йөрөгән уҡытыусыға, һаулығы насарайыу сәбәпле, мәктәптән китергә һәм яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә тура килде. Дүрт ҡыҙ араһында иң бәләкәйе булған Айгөл, атаһы дилбегә өсөн епте ҡатлап ыуарлағанда ла, затлы тиреләрҙе бесеп бүрек теккәндә лә, хатта балтаһын тотоп бура бурағанда ла гел генә уның янында уралана. Ҡыҙыу эш араһында алдына ултыртып арҡаһынан һөйөп алырға өлгөрә ғәзиз кешеһе. Һәм ҡыҙына тормош, кешеләр, эш тураһында үҙенең фәлсәфәһен һөйләп ала. Атай педагогикаһы ҡыҙға оло хәҡиҡәтте һеңдерә: кешеләрҙе, тормошто яратып йәшәгәндә генә, эшләгән эшеңдән ҡәнәғәтлек хисе алып була икән.

Учалы районының Сәфәр ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллина – уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе. Мәктәпте тамамлағас, уның алдында ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау тормай ҙа. Ата-әсәһе, бабайы Зәйнулла Әһлиуллин, уның балалары Альвира һәм Абрик, бер туған апайҙары, бынан тыш, ике туғандар араһынан сыҡҡан уҡытыусылар – бөгөн Айгөл Абдуллинаның шәжәрәһендә ике тиҫтә самаһы мөғәллимде иҫәпләргә мөмкин.

– Уҡытыусылыҡ беҙҙең ғаиләбеҙҙең булмышында. Атайым – биология һәм хеҙмәт, әсәйем – башланғыс кластар уҡытыусыһы булды. Бер туған Эльмера апайым Ишҡолда уҡыусыларға математика серҙәрен өйрәтә. Ә Эльза апайым күп йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡарып, һуңғы ун йылда Учалы тау сәнәғәте колледжында уҡытыу-тәрбиә эшенә яуаплы. Ике туғандарҙан биология, башланғыс кластар, информатика, инглиз теле белгестәре сыҡһа, мин башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һайланым, – ти ул.

Туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә иң тәүҙә тыуған йорто торһа, артабан Рысай мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Хәтижә Сәғитова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйҙә Мөхәмәтйәрова ҡыҙҙың күңеленә рух орлоҡтарын сәсә. Тырышып уҡып, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалының дипломын алғас, Айгөл тыуған яҡтарына эшкә ҡайта.

Бөгөн ул билдәле шәхестәр төйәге Сәфәрҙә дәртләнеп эшләп йөрөй. “Әсә теленә ҡарата вайымһыҙлыҡ халҡыңдың үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙ ҡарауҙан килә. Үҙ теленә вайымһыҙ кеше – ул ҡырағай кеше”, – тигән яҙыусы Константин Паустовский. Шул ҡырағай кешеләргә әйләнмәҫ, милләт тамырына ҡырау төшмәҫ элек тел һағына баҫтым”, – ти уҡытыусы.

Айгөл Хәлит ҡыҙының фекеренсә, тел ғилеменән элек, уның иңендә – балаларға рух, милли ғорурлыҡ, туғанлыҡ төшөнсәһен, милләт өсөн яуаплылыҡ тойғоһон һалыу. Шуға күрә башҡорт теле уҡытыусылары башҡа фән уҡытыусыларынан бер башҡа юғарыраҡ, яуаплыраҡ булырға тейеш!

Сирек быуат самаһы хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булған Айгөл Абдуллинаның һис тә тыныс ултырғаны юҡ. Заман талап иткән яңылыҡтарҙы, үҙгәрештәрҙе үҙ эшендә һөҙөмтәле итеп ҡулланырға тырыша. Район, республика кимәлендә уҙғарылған бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, “Интернет-педсовет”тарҙа белемен камиллаштыра, дәрес эшкәртмәләрен баҫтыра. Мәктәптең ғилми-тикшереү эштәре түңәрәген дә етәкләй. Күптән түгел “Тере шишмәләр” яттан һөйләү республика конкурсында лауреат, Учалы яҙыусылар ойошмаһының Учалы телеви­дениеһы менән берлектә иғлан иткән “Илһам сығанағы Ирәмәл” тип аталған шиғри һүҙ яратыусылар конкурсында икенсе урын яулай. Бөтә уңыштары өсөн ышаныслы хеҙмәттәштәре, ныҡлы терәк һәм таяныс булған ғаиләһенә рәхмәтле.

Айгөл Хәлит ҡыҙы 2016 йылда мәғариф өлкәһендә һәм үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштары, мәғариф сис­темаһы үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙын алыуы менән сикһеҙ ғорурлана.

– Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә тағы ла нығыраҡ ышанам, – тип йылмая педагог. – Мәктәп партаһы артынан сығып, бөгөн тормош даръяларында гиҙгән уҡыусыларымдың: “Һеҙ минең иң яратҡан уҡытыусым булдығыҙ!” – тип әйтеүҙәре – хеҙмәтемә ҡуйылған иң ҙур баһа!





Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға