«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Һарытауҙың рухлы ҡыҙы



17.09.2019 Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

Кәмәлек буйы башҡорто Римма Биктимерова Һарытау өлкәһенең Мәҡсүт ауылынан. Ул – урындағы башланғыс кластар уҡытыусыһы, бынан тыш, башҡорт теленән факультатив дәрестәр алып бара.

– Мәҡсүт – боронғо башҡорт ауылы. Алыҫ йәшәһәк тә, Башҡортостан менән бәйләнеш тотабыҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар йортонан рухи ҡеүәт алабыҙ. Милләттәштәребеҙҙең ярҙамы менән төрлө саралар уҙғарабыҙ, үҙ йыр-бейеүенә һәм йолаларына ынтылып торған халыҡ барыһында ла әүҙем ҡатнаша, – ти Римма Ғәли ҡыҙы. – Туған телеңде белеү-белмәү иң беренсе ғаиләнән тора. Бына мин, мәҫәлән, башҡорт теле буйынса белем алмаһам да, атай-әсәйемдең беҙҙең менән тик туған телдә аралашыуы арҡаһында башҡортса өйрәндем. Бөгөн үҙем дә ҡыҙым менән тик туған телдә һөйләшәм.

Был ябай уҡытыусының халҡы өсөн башҡарған ғәмәлдәре һоҡланыу тыуҙыра. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы, Башҡортостанда барған төрлө әҙәби-шиғри флешмобтарға ҡушылыу, башҡорт телендә диктант яҙыу, “Кәмәлек” фольклор ансамблен етәкләү тиһеңме – Римма Ғәли ҡыҙының башҡорт телен һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә һәм пропагандалауға йүнәлтелгән әүҙемлеге бик күптәргә өлгө булып тора.

Фотохәбәрсебеҙ Юлай Кәримов уны Өфөләге педагогик сараларҙың береһендә ҡатнашҡан сағында фотоға төшөрөп алған.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға