«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Аңыңа кил, мөфтөй!



22.02.2011 Аңыңа кил, мөфтөй!

Беҙ тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә хаҡлы ялдағы уҡытыусылар. «Йәшлек» гәзитендә «Рухиәткә һалым булырмы?» тигән мәҡәләне уҡығас, шаҡ ҡаттыҡ.
Шундай тәҡдимде индереү – үҙе үк мәрхәмәтһеҙлек.
Кемдәр һуң ул даими эш хаҡы алыу­сылар: минең аңлауым буйынса, осон-осҡа саҡ ялғап, ғаилә килеме йәшәү минимумына ла етмәгән, бәләкәй эш хаҡы алыусы уҡытыусылар, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре, шәфҡәт туташтары, йыйыштырыусылар, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәре һ. б. Бөгөн һәр яҡлап күтәрелгән хаҡтар теңкәгә тейгәндә, уларҙың самалы эш хаҡынан һалым тотоу үҙе үк әхлаҡһыҙлыҡ түгелме ни? «Күләме иһә кешеләр өсөн һиҙелерлек тә булмаҫ – бер нисә һум ғына», имеш. Биргәнгә – биш тә күп, алғанға – алты ла аҙ, тигән мәҡәлдәгеләй, бер нисә һумы ла күп юғарыла һанап киткән хеҙмәткәрҙәр өсөн. Халыҡты талау бит был. Ә балда, майҙа йөҙгәндәрҙең аҡсаһы икенсе каналдарҙан аға. Уларҙың аныҡ эш хаҡтарын кем белә, билдәһеҙ.
Кемдер юғары көстөң язаһынан, гонаһтарынан ҡотолорға теләй икән – намыҫлы йәшәһен, кеше хаҡын ашамаһын, кешеләрҙе рәнйетмәһен, мохтаждарға ярҙам итһен, әхлаҡ нормаларын онотмаһын, балаларын да шулай тәрбиәләһен.
Мәсеттәр, сиркәүҙәр, ҡорамдар һалыу өсөн аҡсаны элек-электән байҙар биргән, уныһы ла – теләк буйынса.
Беҙ Аллаһтың барлығына ла, берлегенә лә ышанабыҙ, намаҙ ҙа уҡырға тырышабыҙ. Изге ҡөрьән дә уҡыйбыҙ, аяттар ҙа уҡытабыҙ. Ауылда ысын күңелдән дингә ышаныусы ябай кешеләр бик күп. Ә ҡайһы бер дин әһелдәренең дин ҡанундарын боҙоуы, йәшәү рәүеше халыҡты диндән өркөтә, кире тәьҫир итә. Бәхеткә күрә, ундай­ҙар – әҙселек.
Мәҡәләне уҡығас, шундай һорау тыуҙы, хөрмәтле мөфтөй, был һалымды тәҡдим итеү ҡөрьән ҡанундарына ҡаршы сығыу түгелме?

Иршат ҒӘНИЕВ.
Әлшәй районы,
Мәндән ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға