«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Һеҙ нисек студент булдығыҙ?



28.08.2010 Һеҙ нисек студент булдығыҙ?

Йәйге каникулға студенттар ҡайтып киткәс бер аҙ бушап ҡалған ҡала урамдары август аҙағында йәнә йәштәр менән тула башланы. Былтырғы студенттарға әле генә был статусҡа эйә булған ҡыҙҙар һәм егеттәр өҫтәлде.
Алмас ЯНЫШЕВ, студент, Миәкә районының Тамъян ауылынан:
– Мин Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына уҡырға индем. Райондан маҡсатлы йүнәлтмә буйынса килгәс, уҡырға инеүе ауыр булманы. Мәктәптә тапшырған берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса үттем. Тәүҙән үк үҙем техник специальносты һайларға ҡарар иткәйнем, шунлыҡтан документтарымды ла ошо факультетҡа ғына тапшырҙым. Дөйөм ятаҡтан бүлмә лә алдым. Юғары уҡыу йортонда белем алыу ҙур тырышлыҡ талап итәлер, тип уйлайым. Бында, мәктәптәге кеүек, бер көн әҙерләнмәй барһам да ярай, тип йөрөп булмай, минеңсә.

Фәнирә САБИТОВА, табип, Өфө ҡалаһы:
– Хәҙер уҡырға ингәндә барыһын да берҙәм дәүләт имтиханы хәл итә бит. Ә имтихан ул кәрт уйыны һымаҡ, кемгә нисек уңыш йылмая. Беҙҙең дә шулайыраҡ килеп сыҡты. Улым математиканан имтиханға бар­ғанда паспортын өйҙә ҡалдырып киткән. ҡайтып, уны алып килгәнсе, әллә күпме ваҡыт үтте. Имтиханға һуңлап ингәс, балдары ла көтөлгәндән түбән булды. Һөҙөмтәлә, йүнәлтмәбеҙ булып та, Өфө дәүләт нефть техник университетына бюджет нигеҙендә уҡырға инә алманы, түләүле бүлеккә барҙы.

Илдар МӨХӘМӘТЙӘНОВ, уҡытыусы, Нуриман районы:
– Быйылғы йәй ял теймәне инде ул. Хәҙер балалар уҡырға инмәй, ата-әсәһе индерә бит. Улыбыҙ уҡырға ингәнсе Өфөгә әллә нисә тапҡыр килеп ҡайттыҡ. Өҫтәүенә, хәҙер документтарын ҡырҡмаһа ҡырҡ урынға тапшыралар ҙа, аҙаҡ, ҡайҙа барһаҡ, конкурстан үтербеҙ икән, тип баш ваталар. Беҙҙең заманда рәхәт ине, бер урынға бирәһең дә, шунда инһәң – инәһең, инмәһәң – юҡ тигәндәй.
Улыбыҙ ҙа документтарын дүрт вузға тапшырғайны. Райондан йүнәлтмә лә булғас, бөтә өмөтөбөҙ Башҡорт дәүләт аграр университетында ине. Әммә конкурстан үтмәне. Шунан албырғап ҡалып, башҡаларына ла ваҡытында документтарҙың төп нөсхәһен алып бармағанбыҙ. Һөҙөмтәлә Өфө дәүләт нефть техник университетының коммерция бүлеген һайларға тура килде. Хәҙер уҡыу өсөн йылына 80 мең һум аҡса түләргә кәрәк. Тағы ла беҙгә «тырышырға» инде.

Ләйсән САБИТОВА, студент, Сибай ҡалаһы:
– Уф, уҡырға инәмме-юҡмы, тип күпме борсолоуҙарым. Ниһайәт, мин студент булдым, үҙем теләгән вузға, һәм факультетҡа уҡырға индем! Уҡырға инеүе еңел булды, тип әйтә алмайым. Бер йыл буйы тырышып уҡырға, берҙәм дәүләт имтихандарын һәйбәт тапшырыу өсөн әҙерләнергә тура килде. Репетиторҙарға ла йөрөнөм, әсәйемдәрҙең әллә күпме аҡсаһы сыҡты инде. Әммә үҙен аҡланы тип уйлайым, хәҙер уҡыу өсөн түләргә кәрәкмәйәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға