«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Ҡаш төҙәтәбеҙ тип, күҙ сығарабыҙ түгелме?



15.02.2011 Ҡаш төҙәтәбеҙ тип, күҙ сығарабыҙ түгелме?

Тормош – тере организм. Ул барлыҡҡа килә, үҫә, үҙгәрә, камиллаша йәки, киреһенсә, тарҡала. Шуға күрә лә тормоштағы бер нәмәне лә даими һәм мәңгелек тип әйтеп булмай. Тормоштоң һәр өлкәһендә лә динамика йәки көрсөк барлыҡҡа килә. Әле бөтә донъяны иңләп алған финанс көрсөгө лә тәбиғи ҡануниәттең бер сағылышы. Шул иҫәптән мәғариф системаһындағы көрсөк тә. Ошо «упҡын»дан сығыу өсөн реформалар, йәғни үҙгәртеп ҡороуҙар фарыз. Шуға ла «бөйөк реформаторҙар» ҡыйыу рәүештә тәүҙә юғары белем системаһын үҙгәртергә тотондо. Һәм бына, ниһайәт, сират урта белем биреү системаһына килеп етте. 9 февралдә Дәүләт Думаһы ултырышында сығыш яһаған РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко был турала ап-асыҡ белдереү яһаны. Уның фекеренсә, совет мәктәбе иҫкерҙе һәм әлеге көндә мәғарифты нигеҙенән үҙгәртеп ҡорорға кәрәк. Нимә тәҡдим итә һуң реформатор? Һәм ниңә уның тәҡдимдәре депутаттар араһында бәхәстәр тыуҙырҙы?
Һүҙ иң тәүҙә мәктәптең юғары, йәғни 9, 10, 11-се кластарында, «профилле» белем алыуҙы закон тарафынан нығытыу кәрәклеге тураһында барҙы. Ул нимәнән ғибәрәт һуң? Баҡһаң, мәктәп программаһында физкультура, хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре (ОБЖ) һәм «Россия в мире» тигән дәрестәр бөтә уҡыусылар өсөн дә мотлаҡ булып ҡала, ә ҡалған предметтар­ҙы уҡыусылар үҙҙәре һайларға тейеш. ҡайһы бер фәндәр программала төп фән булараҡ ҡалһа, ҡалғандарын балалар профиль кимәлендә үҙләштерергә тейеш, ә ҡайһылары, ғөмүмән, программанан төшөп ҡаласаҡ. Уның ҡарауы, яңы мәғариф стандартының авторҙары тәҡдим итеүенсә, конференцияларға, экскурсияларға һәм хатта хәрби-эҙләнеү эштәренә айырым иғтибар бүленәсәк...
Реформаға ҡаршы сығыусыларҙың фекеренсә, яңы уҡыу программаһын был рәүешле төҙөү мәктәптә өйрәнелә килгән фәндәр даирәһен бөтөнләй сикләйәсәк һәм быға тиклем стандарт буйынса өйрәнелгән предметтар һанын кәметәсәк.
Белем биреү стандарты – мәғарифҡа дәүләт заказы күләмен билдәләүсе документ, тимәк, мәктәптәр тап уға ҡарап, һәм «аҡса уҡыусы артынан йөрөй» принцибы буйынса финансланасаҡ.
Министр үҙенең тәҡдимдәренә ҡаршы сығыусыларҙы тынысландырырға тырышты: йәнәһе, төп (һигеҙ йыллыҡ) мәктәптә уҡыусыларға төп, универсаль белем биреләсәк. Шунлыҡтан реформаны нәҡ ошо төп мәктәп системаһында башлау, һуңынан өлкән синыфтарға күсеү ҡарала. Реформа 2013 йылда башланһа, 2020 йылда тулыһынса тамамланасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта министр аҙ комплектлы мәктәптәрҙе ябыу яғында. Уның фекеренсә, был учреждениелар балаларға тейешле белем бирә алмай.
2013 йылда башланасаҡ реформаның «һәрмәүестәре» бөгөн үк Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостандың аҙ комплект­лы мәктәптәренә килеп етеүенә шаһитбыҙ: быға тиклем 5 – 7 генә бала уҡыған мәктәптәр ябылды, йәғни ҙур мәктәптәргә ҡушылды. Ә бындай ябылған мәктәптәр Рәсәй буйынса 90-сы йылдарҙа меңдән ашыу булһа, 2000 йылдан 19 меңдән ашып киткән! Күренеүенсә, иҡтисадҡа бәйле – 83-сө законға ярашлы, мәғарифты коммерциализациялау, шуға ярашлы, 2012 – 2013 уҡыу йылына мәғарифты финанслау­ҙағы сығымдарҙы кәметеү күҙ уңында тотола. Балаларын уҡытыу өсөн ата-әсә үҙ аҡсаһын түкһә, бюджетҡа еңеллек киләсәк бит!
Ә аҡса таба алмағандар нишләр икән? Белем алыу мөмкинлегенең сикләнеүе һәм ҡасандыр советтар еңеп сыҡҡан ТИГЕҘҺЕҘЛЕК бына ҡайҙа һәм ҡасан килеп сығасаҡ! Шулай итеп, тарихтағы «спираль үҫеш» ҡабатлана түгелме?
Мәғариф реформаһына ҡаршы сығыу­сыларҙың элекке мәғариф стандартын ҡалдырыу яҡлы булыуы ла урынлы кеүек. Әйтәйек, 2000 йылдың урталарында башланған реформаның бер шауҡымы – берҙәм дәүләт имтихандарына күсеүҙең, вуз уҡытыусылары фекеренсә, кире яғы күберәк: вузға беренсе курсҡа уҡырға килгән студенттарҙың белем яғы бик һай!
Рәсәй – төплө һыналмаған эксперименттар иле. Йыш ҡына, ҡаш төҙәтәбеҙ тип, күҙ сығарабыҙ! Көнбайышҡа ҡарайбыҙ ҙа – һынауҙарға күсәбеҙ! Модернизация! Беҙҙең ерлеккә яраймы, ярамаймы – уныһы мөһим түгел. Тик ятмау мөһим! Күрегеҙ, илебеҙ бер урында тормай – үҫә һәм үҫешә!
Мәғарифты модернизациялаусылар фекеренсә, бөгөн балаларҙың белем кимәле түгел, ә компетенция кимәле мөһимерәк. Ә уға социализация, үҙ-үҙеңде презентациялау күнекмәләре, кешеләр менән эшләй белеү инә, ә рәсәйҙәр, модернизаторҙар иҫәпләүенсә, был юҫыҡта Көнбайыш халҡынан күпкә ҡалыша. Компетенция булһа, белемде һәр төрлө белешмәләрҙән дә үҙ аллы үҙләштереп була, имеш... Шулай итеп, башланғыс кластар уҡыусыһы, киләсәктә компетентлы ла, белемле лә кеше булайым тиһәң, бөгөндән һәр төрлө белешмәләр менән ҡораллана башла!
Эйе, был донъяла бер нәмә лә даими һәм мәңгелек түгел. Шул иҫәптән мәғариф системаһы ла. Был өлкә лә реформалар талап итә. Һүҙҙе күренекле Рәсәй психологы Анатолий Некрасовтың («Жизнь без кризисов» китабы) фекерҙәре менән тамамлағы килә: «Рәсәй мәғариф системаһы уҡыусыларҙы белем менән «тыңҡыслай», һөҙөмтәлә балаларҙа эске дисгармония барлыҡҡа килә. Арыған аҡыл, асылып етмәгән йөрәк, етерлек үҫешмәгән тән – бөгөнгө уҡыусының асылы. Белемде немецтарса, йәғни баһаламалар (оценкалар) менән баһалау системаһына, сыбыртҡы һәм перәник принцибына таянған система һәр яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүгә булышлыҡ итә алмай. Был турала ата-әсәләргә лә, мәғариф өсөн дәүләт кимәлендә яуаплыларға ла уйланырға ваҡыт. Норвегияла башланғыс белем алыу 15 йәшкә тиклем дауам итә. Был осорҙа, белем биреүҙән бигерәк, балаларҙың физик, рухи, художество үҫешенә иғтибар нығыраҡ бирелә. Формалашып етмәгән бала организмына артыҡ көсөргәнеш ярамай. Бигерәк тә уның аңын, аҡылын һаҡлау зарур. Ә 15 йәштән һуң норвегтар урта белем ала. Уларҙа урта мәктәп ике йүнәлештә ҡорол­ған: бер йүнәлеште киләсәктә эшсе һөнәренә эйә булырға теләүселәр һайлаһа, икенсеһе юғары белемгә ынтылыусылар өсөн. Тик вузға инеү алдынан йәштәр мотлаҡ колледж тамамларға тейеш, ә уға ике йүнәлештәге уҡыусылар ҙа инә ала. Шунлыҡтан бөгөн Норвегия гармониялы йәмғиәттәрҙән һанала һәм халыҡтың йәшәү кимәле буйынса иң алда барған тәүге биш ил иҫәбендә».

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға