«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Фәндең киләсәге – йәштәрҙә



12.02.2011 Фәндең киләсәге – йәштәрҙә

Фәндең киләсәге – йәштәрҙәМатур заманда йәшәйбеҙ. Айырыуса йәштәргә белем алыу, үҙҙәре теләгән һөнәргә эйә булыу, һәр яҡлап та һәләтен үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Бынамын тигән уҡыу йорттары эшләй, уларҙа ниндәй генә специальностар буйынса белгестәр әҙерләмәйҙәр. Өҫтәүенә, алдын­ғы Рәсәй вуздарында белем алыу, шулай уҡ сит ил уҡыу йорттарында уҡып ҡайтыу өсөн гранттар, маҡсатлы йүнәлтмәләр бирелә.
Уҡыу алдынғыларына Президент стипендиялары тапшырыла, фән менән ҡыҙыҡһыныусылар үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа һынап, грант­тар­ға лайыҡ була, һәләтле йәштәргә Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә, шулай уҡ Фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премиялары булдырылған. Йыл һайын республикабыҙҙан бер төркөм йәш ғалимға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте гранттары тапшырыла. Быйыл абруйлы грант­ҡа 53 йәш ғалим, шул иҫәптән 11 ғилми төркөм лайыҡ булды.
– Бөгөн һеҙҙең өсөн икеләтә байрам. Рәсәй фәне көнөндә йәш ғалимдарға Башҡортостан Респуб­ли­ка­һы Хөкүмәте гранттарын тапшырыу кеүек матур традицияға биш йыл элек нигеҙ һалына. Башҡор­тостанда 2500-ҙән ашыу йәш ғалим һәм юғары уҡыу йорто уҡытыу­сы­һы эшләй. Бөгөн улар­ҙың иң лайыҡлылары грант ала, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһ­рә Рәхмәтуллина, грантҡа лайыҡ булыусы йәш ғалимдарҙы тәбрикләп.
Грантҡа лайыҡ булыусылар араһында республикабыҙҙың ал­дын­ғы уҡыу йорттары, ғилми үҙәктәр, ойошма һәм предприятиелар вәкилдәре бар. Уларҙың әҙәбиәт, сәнғәт, биология, химия, иҡтисад, медицина һәм башҡа тармаҡтар буйынса яҙылған хеҙмәттәре республиканың социаль-иҡтисади үҫешен, халҡыбыҙҙың тормошон яҡ­шыр­тыуға, заманыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Сибай ҡалаһындағы Тө­бәк тикшеренеүҙәр инс­ти­тутының өлкән ғил­ми хеҙмәткәрҙәре Гөлзәйнәп Бердникова менән Вилүр Әх­мәтовтың «Башҡортостан иҡтисадының һөҙөмтәлелеген һәм конкурент һә­ләт­леген күтәреүҙең этноиҡтисади факторҙары» тигән хеҙмәте республика Хөкүмәте грантына лайыҡ булды.
– Иҡтисадты үҫтереү тураһында һөйләгәндә күберәк газ, нефть, энергетика тармаҡтарын күҙ уңында тоталар. Ә беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙә башҡорт халҡына хас булған тармаҡтарҙы үҫтереү тураһында һүҙ алып барабыҙ. Яңыны үҙләштереүгә ҡарағанда ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүе лә еңелерәк, шул уҡ ваҡытта быуындар бәйләнеше лә һаҡланасаҡ, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары ла юғалмаясаҡ. Тимәк, ул һәр яҡлап отошло. Ә грантҡа килгәндә, эш аҡсала түгел, эшебеҙҙе таныуҙары, баһалауҙары һөйөндөрә, – ти Сибай ҡалаһындағы Төбәк тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, БДУ-ның Сибай институтының иҡтисад факультеты деканы, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Вилүр Әхмәтов.
Ә Хөкүмәт биргән грант йәш ғалимдарға үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырырға, ғилми-тикшеренеү эштәрен артабан дауам итергә булышлыҡ итәсәк.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға