«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә



28.05.2019 Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Йомартлыҡты һәр кем үҙенсә аңлай. Әлбиттә, ул кешенең күркәм сифаттарының береһе, башҡаларға изгелек ҡылыу менән бер. Йомартты, һаранға ҡарағанда, нығыраҡ яраталар, хөрмәт итәләр. Быға тиклем, улым йомарт, тип ҡыуана инем. Бала йомартлығы тураһында белгес кәңәштәре менән танышып сыҡҡас, хәҙер йомартлыҡ ярҙам итеү йөҙөнән генә булырға тейеш, тип иҫәпләйем.

Искәндәр балалар баҡсаһына йыйынһа, мотлаҡ тәмлекәстәр һорай: “Балаларға таратырға кәрәк!” Кәнфит йәки печенье булмаһа, мин күрмәгәндә витаминдарын һалып булһа ла ала. Баҡсаға илткән уйынсыҡтарын бер ҡасан да алып ҡайтмай – теге йәки быға бүләк итә. Бер көндө 7 йәшлек күрше ҡыҙы аҡса һорағанға, кеҫәмдәге тәңкәләрҙе ҡырып-һепереп сығарып тотторған: “Ул үҙенә ҡурсаҡ алыу өсөн аҡса йыя бит!”

“Ә йомарт булыу насармы ни?” – тип һорар күптәр. Юҡ, әлбиттә. Ә инде йомартлығың бер ҡатлылыҡ бәләһенә әйләнһә, был саҡта уйланыу өсөн урын бар.

Улымдың йомартлығы менән тиҫ­терҙәренең файҙаланыуын, ҡайһы бе­рәүҙәренең елкәһенә менеп ултырыуын аңлағас, үҙ ысулдарым аша бының менән көрәшергә булдым. Һәр ваҡыт бөтә әйбереңде лә барыһы менән дә бүлешеп булмай, тип түбәндәге осраҡтарҙы өйрәттем.

Витаминдар һәм дарыуҙар
Бигерәк тә кәнфит формаһындағы витамин-дарыуҙарға иғтибар итергә кәрәк. Балаға: “Был дарыу һине генә дауалай. Башҡалар өсөн зыянлы булыуы бар”, – тип аңлатығыҙ.

Аллерген продукттар
Балалар баҡсаһында йәки майҙан­сығында йорт аш-һыуы һәм тәмлекәстәр менән бүлешеү тыйыла. Ата-әсәләре эр­гәләрендә булмаған бәләкәстәрҙең теге йәки был продуктҡа аллергия булыуы, был хаҡта үҙҙәре лә белмәүе йәки һанға һуҡ­мауы арҡаһында күңелһеҙ хәлгә тарыуы бар.

Ашай башлаған аҙыҡ
Ашай башлаған аҙыҡ менән бүлешергә ярамай. Яланған кәнфит, тешләнгән алма, ашап бөтөлмәгән туңдырманы атай-әсәй йәки ағай-апай менән бүлешергә мөмкин, ә күрше-күлән балалары менән түгел! Был этикет ҡағиҙәһенә лә, шәхси гигиенаға ла ҡаршы килә.

Иҙәндән йәки ерҙән алынған ризыҡ
Балалар ҡомға йәки тупраҡҡа буталған аҙыҡ менән бер-береһен һыйларға ярата. Йәки эт-бесәйгә ҡаптырып, ҡалғанын дуҫына һоғондора.

Шәхси порция
“Төшкө аш мәлендә берәүгә лә шәхси порцияңды бүлеп бирмәҫкә. Әгәр ҙә ризығыңды өҫтәл артындағыларға таратып бөтһәң, үҙең ас ҡаласаҡһың!”

Шәхси гигиена әйберҙәре

Дуҫҡа теш щеткаһы, ҡулъяулыҡты тәҡдим итергә ярамай! Балаға шәхси гигиена әйберҙәре аша тапшырыла торған микроб­тар һәм вирустар хаҡында һөйләгеҙ.

Кейем
Кейем менән дә бүлешергә, уны ал­маштырырға ярамай. “Кейемде атай-әсәй һатып ала, ә әйберҙәрҙең хаҡы төрлөсә була. Бындай алыш-бирештән һуң ололар араһында бәхәс тыуыуы бар”, – тиегеҙ.

Шәхси әйберҙәр

“Тыныс ҡына уйнап ултырғанда уйын­сығыңды талап иткән йәки һорауһыҙ тартып алған балаға әйбереңде бирмәҫкә! Бү­тәндәрҙең әрһеҙлеген һәм тәрбиәһеҙлеген хуплау дөрөҫ түгел. Кәрәк икән, ололарҙан ярҙам һорарға”.

Кем һиңә әйберен бирмәй, уға ла бирмә
“Үҙ уйынсыҡтарын башҡаларға тот­тормаған балалар менән ниҙер бүлешеү мотлаҡ түгел. Сөнки башҡаларҙың һинең машинаң менән уйнағанын уйынсыҡһыҙ килеш ҡарап ултырыу – күңелһеҙ һәм ҡыйын”.

Тигеҙ булмаған алыш-биреш
Кемдер яратҡан трансформерын пе­ченьеға алмаштырырға тәҡдим итә икән, ризалашмаһын. Ул уйынсыҡҡа лайыҡлы әйбер тәҡдим итһен. Йәки бала үҙе лайыҡлы алмаш һорай белһен.

***
Был пункттарҙы балаға аңлатығыҙ. Иң мөһим ҡағиҙә: бүлешкең килмәһә, бү­лешмәҫкә! Башҡа балалар кеүек ул да ҡәтғи итеп: “Юҡ!” – тип әйтә ала. Ниңә кире ҡағыуын аңлата белһә, бигерәк тә яҡшы.

Был ҡағиҙәләр балағыҙҙы тиҫтерҙәре тарафынан йәберләүҙәрҙән һаҡлар. Тәжрибә йыя килә, бала үҙе лә баш тартырға өйрәнәсәк. Ә ата-әсәләргә, баланың ниндәйҙер әйберен бирергә теләмәһә, ҡыҫтамауы мөһим. Юғиһә, ул ҡиммәтлелек төшөнсәһен юғалтыуы һәм барлыҡ әйберен ташлап китеүе, ватыуы, башҡаларға таратыуы бар. Сөнки ата-әсә ҡушыуы буйынса “йомартлыҡ” күрһәткән бала ҡыуаныс урынына үҙен мәхрүм ҡалған итеп тоясаҡ.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға