29.01.2011 Һәләтһеҙ бала булмай...
Баш ҡалабыҙ Өфөлә Волга буйы федераль округы субъекттарының мәғариф өлкәһендә идара итеүсе башҡарма власть органдары етәкселәренең кәңәшмәһе үтте. Унда Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко, БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Александр Школьник, Баш федераль инспектор Петр Капишников, шулай уҡ Волга буйы федераль округы субъекттарының башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.
«Беҙҙең яңы мәктәп» милли белем биреү инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәләтле балаларға булышлыҡ итеү төбәк системаһын үҫтереү» темаһына арналған кәңәшмәнең Башҡортостанда үтеүе юҡҡа түгел. Беҙҙең республикала һәләтле балалар менән эшләүгә, уларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иң беренсе республиканың инновацион режимда эшләүсе белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеге менән танышты. Төрлө йүнәлештә эшләүсе мәктәптәр менән танышыу Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатынан башланды.
– Беҙҙең гимназия республиканың иң тәүге профессиональ музыканты, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исемен йөрөтә. Бында бөтәһе 350 уҡыусы белем ала, уларҙың барыһы ла тиерлек интернатта йәшәй, – тине гимназияның директоры Эльмира Сафина, ҡунаҡтарҙы мәктәп менән таныштырып.
2009 йылда ғына тулыһынса яңырыу кисереп, үҙенең матди-техник базаһын да ярайһы ғына нығытҡан белем усағында ҡунаҡтарға күрһәтерлек әйберҙәр етерлек. Улар музыка менән шөғөлләнеү өсөн йыһазландырылған махсус кластарҙы, атап әйткәндә, һуҡма инструменттар, фортепиано, туба, тромбон, хор кластарын, тауыш яҙҙырыу студияһын, спорт һәм концерт залдарын, уҡыусылар йәшәгән бүлмәләрҙе ҡараны. Балаларға музыка буйынса һәләттәрен үҫтереү өсөн тыуҙырылған уңайлыҡтар, тейешенсә йыһазландырылған уҡыу бүлмәләре, махсус кластар, йәшәү шарттары, шулай уҡ уҡыусыларҙың һәм мәктәп коллективының өлгәшкән уңыштары сит өлкә вәкилдәрендә һоҡланыу уятты. Ә гимназияның Юрий Лысенко етәкселегендәге халыҡ инструменттары оркестрының, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары булған ҡурайсылар ансамбленең һәм даны бөтә илгә таралған ҙур тынлы оркестрының сығышы иһә бөтә был шарттарҙың юҡҡа ғына булдырылмауын дәлилләне.
Оксана ЧУРАКОВА, Һамар өлкәһенең Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу идаралығы етәксеһе:
– Иҫ киткес матур мәктәп, шул тиклем уңайлыҡтар булдырылған. Республикала балаларға ҙур иғтибар бирелеүе әллә ҡайҙан күренеп тора. Ғөмүмән, Башҡортостанда интернат тибындағы учреждениеларҙың һаҡлап алып ҡалыныуы – үҙе бик яҡшы күренеш. Сөнки ауыл ерендәге балаларға һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар, тигән һүҙ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: гимназия-интернаттар профилле булһа ла, уҡыусыларҙың һәләте һәр яҡлап үҫтерелә. Һөҙөмтәлә музыкаль белем биреү мәктәп-интернатында белем алыусы уҡыусыларҙың спортта ла уңыштары күп, шулай уҡ улар төрлө уҡыу йорттарына уҡырға инә, – ти, гимназия тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Республикабыҙҙың данлыҡлы белем усаҡтарының береһе – Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы ла ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ, юғары күрһәткестәре менән ҡаршы алды. Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән дә 670-тән ашыу бала белем алған гимназияла уҡыусыларға йәшәү, һәр фәндән төплө белем алыу, сәләмәтлеген нығытыу, спорт менән шөғөлләнеү, төрлө түңәрәктәргә йөрөп, үҙенең һәләтен үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Был үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Гимназия уҡыусылары йыл һайын республика һәм Рәсәй конкурстарында, олимпиадаларҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Былтыр, мәҫәлән, сығарылыш синыф уҡыусыларының берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре лә уртаса республика күрһәткесенән күпкә юғары булған. Математика буйынса уртаса балл 71-гә тиң булһа, рус теленән – 68 балл. Сығарылыш синыф уҡыусыларының 99,4 проценты юғары уҡыу йортона уҡырға ингән. Шул иҫәптән 25 уҡыусы – Мәскәү, ике уҡыусы Санкт-Петербург вуздары студенты булыуға өлгәшкән.
Данил МОСТАФИН, Татарстан Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары:
– Республиканың тәжрибәһе бай һәм өйрәнеүгә лайыҡ. Һүҙ юҡ, беҙ ҡараған гимназия-интернаттарҙа уҡыусылар өсөн, балаларҙың һәләтен үҫтереү өсөн бик матур шарттар тыуҙырылған, уҡыу йорттарының матди-техник базаһы ныҡ. Ысынлап та, һәләтле балалар, һайлап алынып, тейешле шарттарҙа уҡырға тейеш. Сөнки улар – беҙҙең киләсәгебеҙ.
Волга буйы федераль округы субъекттарының мәғариф өлкәһендә идара итеүсе башҡарма власть органдары етәкселәре шулай уҡ ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһының, Өфө ҡалаһының М. Горький исемендәге 3-сө гимназияһының, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының эшмәкәрлеге менән танышты.
РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Александр Школьник иһә Өфө ҡалаһының алдынғы уҡыу йорто – 39-сы гимназия менән танышты. Гимназия сит телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеү буйынса махсуслашыуы менән киң билдәле. Ошо маҡсаттан сит ил мәктәптәре менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Әлеге көндә бында белем алыусы 1598 бала рус, башҡорт, инглиз, француз, немец телдәрен өйрәнә. Әлбиттә, математика, физика, химия кеүек теүәл фәндәрҙән дә көслө уҡытыусылар эшләй, балаларға төплө белем бирелә. ҡунаҡтар «ҡышҡы баҡса» экология класында, «Уңыш тренингы» психология кабинетында, «Халыҡ һөнәрҙәре» оҫтаханаһында булды, уҡыусылар, уҡытыусылар менән аралашты.
Республиканың белем усаҡтары менән танышып сыҡҡандан һуң, Волга буйы федераль округы субъекттарының мәғариф өлкәһендә идара итеүсе башҡарма власть органдары етәкселәре Конгресс-холға кәңәшмәгә йыйылды.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәне асып, теманың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға булышлыҡ итеү буйынса һөйләшеүҙең ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыуын билдәләне. Башҡортостанда һәләтле йәштәргә аныҡ ярҙам күрһәтелеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Республика инновацион белем биреү учреждениеларының иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында һәм Рәсәйҙә беренсе урында килә. Башҡортостанда 134 гимназия һәм лицей-интернат бар, уларҙа 88 меңгә яҡын уҡыусы белем ала. Инновацион методика буйынса белем алыусы уҡыусылар өлөшө Рәсәйҙә, уртаса алғанда, 13 процент тәшкил итһә, Башҡортостанда 20 процентҡа тиң. Һәләтле бала менән айырым шөғөлләнергә кәрәклеген бик яҡшы аңлайбыҙ һәм бында күп нәмә уҡытыусынан тора. Бының өсөн уҡытыусыны дәртләндерергә кәрәк.
Кәңәшмәлә сығыш яһаусы министрҙар һәләтле балалар менән эшләүҙең төрлө юлдарын күрһәтте, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың инновацион белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, РФ мәғариф министры Андрей Фурсенко һәләтле балаларҙы асыҡлау буйынса эштең дауам ителеүен билдәләне.
– ҡайҙалыр проблемалар күберәк, ҡайҙалыр әҙерәк. Балалар ҡайҙалыр, нимәләлер үҙҙәрен күрһәтә алһын өсөн шарттар тыуҙырырға, яңы методикалар тәҡдим итергә кәрәк. Һәләтле балалар менән эшләү буйынса белем биреү стандарттары зарур. Ауыл уҡытыусыһы ла һәләтле балалар менән эшләй белергә тейеш. Һәләтте асыҡлап, юғары һөҙөмтәгә өлгәшә белеү – үҙе бөйөк оҫталыҡ. Дөрөҫ, һәләтле балалар хаҡында уйлап, башҡаларҙы ла оноторға ярамай, иң мөһиме – һәр кемдең һәләтен асыу.
Министр шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын дәртләндереүгә лә йүнәлтте.
– Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе дәртләндерергә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Беҙ сығарылыш уҡыусыларының уңышҡа өлгәшеүенә, был тормошта үҙ юлын таба алыуына өлгәшергә тейешбеҙ.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.