«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Беренсе уҡытыусыға – тәүге һәйкәл



31.08.2010 Беренсе уҡытыусыға – тәүге һәйкәл

Белем көнө алдынан Стәрлетамаҡ ҡалаһында беренсе уҡытыусыға арналған һәйкәл асылды. 31-се мәктәп янындағы үҙенсәлекле һәйкәл мәктәпте генә түгел, ҡаланы ла биҙәп тора.
– Был – беҙҙе белем донъяһына тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһарға ярҙам иткән, яҡшыны насарҙан айырырға өйрәткән, һәр бер уҡыусыһы тураһында уларҙың әсәйҙәре кеүек хәстәрлек күргән кешеләргә бәләкәй генә хөрмәт билдәһе, – тине ҡала хакимиәте башлығы Вәхит Әбдрәхимов, һәйкәлде асыу тантанаһында сығыш яһап.
Скульптураның авторҙары – РФ һәм БР Рәссамдар союзы ағзалары Рөстәм Хәсәнов менән Радик Хөсәйенов, архитекторы – Владимир Харжевский.
– Беренсе уҡытыусы барыһынан да нығыраҡ иҫтә ҡала. Рәсәйҙә тағы ошондай уҡ һәйкәл бармы, тип ҡыҙыҡһындым, әммә ул берәү генә булып сыҡты. Стәрлетамаҡ һәр саҡ алдынғылар рәтендә, әле иһә уҡытыусы хеҙмәтен мәңгеләштереүҙә лә ул беренсе ҡала, – тине БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, ҡала халҡын был иҫтәлекле ваҡиға менән тәбрикләп.
С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға