«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Ғәйепте ситтән түгел, үҙебеҙҙән эҙләйек



28.02.2019 Ғәйепте ситтән түгел, үҙебеҙҙән эҙләйек

Әлеге ваҡытта туған тел мәсьәләһе бик киҫкен тора. Быйылғы йылда күп кенә башҡорт теле уҡытыусылары эшһеҙ ҡалды, балалар мәктәптә етерлек кимәлдә туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм. Ғөмүмән, күптәр: “Телебеҙҙе ҡотҡарырға кәрәк!” – тип саң ҡаға башланы. Әммә телебеҙ шишмәһенең һиҙелерлек ҡорой башлауының сәбәптәре мәктәптәрҙә тел дәрестәрен ҡыҫҡартыуҙа ғынамы икән? Әлбиттә, бының да йоғонтоһо ҙур. Әммә төп бәләне үҙебеҙҙән эҙләргә кәрәктер.

Күп башҡортҡа үҙ теленән оялыу, кәмһенеү хас. Күптәр үҙ ерендә ауыҙ тултырып рәхәтләнеп баш­ҡортса һөйләшеүгә ҡарағанда, телен вата-емерә русса һупалауҙы хуп күрә. Бәлки, кем өсөндөр был «текәлек» билдәһелер. Бәлки, кемдер билдәле булмаған сәбәптәр арҡаһында телен шул тиклем кәм тип иҫәпләйҙер.

Әлеге көндә бәғзеләрҙең бала­ларының теле, үҙҙәре саф башҡорт булһалар ҙа, “папа”, “мама” тип асыла. Хатта бәләкәй генә башҡорт ауылдарында ла бала кеше “атай”, “әсәй” тимәй, “папа, мама”нан ғына һалдыра. Нишләптер оло апай­ҙа­рыбыҙ ҙа ейән-ейәнсәрҙәрен түгел, “внук”тарын һәм “внучка”ларын һөйә.

Күп осраҡта ата-әсәләр, мәктәптә йә садикта өйрәнә бит, тигәнгә һылтанып, телдәрен вата-емерә балалары менән русса һөйләшә. Йәиһә рус теле мөһимерәк тип, балаларын бөтөнләй башҡортсаға өй­рәтмәй, өйҙә лә гел русса лә­пел­дәйҙәр. Хәҙерге заманда бала, теләһә лә, теләмәһә лә, барыбер руссаға өйрәнәсәк. Сабый өсөн рус телендәге йән­һүрәттәр шығырым тулы, баҡ­саларҙа, мәктәптәрҙә күбеһенсә тик русса ғына аралашалар. Туған телгә бер ҡайҙа ла урын ҡалмай тиерлек.

Әгәр ҙә өйҙәребеҙҙә рәхәтләнеп башҡортса аралашмайбыҙ, урамда үҙ телебеҙҙә һөйләшеүҙән тар­тынабыҙ икән, башҡорт теленең үлә барыуында кемделер ғәйепләү урынлымы? Ата-әсәләр үҙҙәре үк балалары менән телдәрен вата-емерә русса аралаша икән, мәк­тәптәрҙә телде ҡыҫалар, тип оран һалыуҙан ни фәтүә? Беҙгә иң тәүҙә телебеҙҙе яратырға өйрә­нергә кәрәк. Шул саҡта ғына уны һаҡлау, яҡлау өсөн ниҙер ҡыйратып буласаҡ. Үҙебеҙ үк телебеҙҙән кәмһенәбеҙ, башҡорт телендә һөй­ләшеүҙән оялабыҙ икән, әлбиттә, уны һаҡлап ҡалыу тураһында һүҙ йөрөтөп тә булмай.

Саф башҡорт ғаиләләрендә “мамалар” һәм “папалар” ғүмер итә, “внуктар” һәм “внучкалар” үҫеп килә икән, телдең киләсәге ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыла. Беҙҙе бит берәү ҙә “атай” һәм “әсәй” булыуҙан тыя алмай.

Әлеге көндә рус телен белмәйенсә артыҡ бер ни ҙә ҡыйратып булмай, ти күптәр. Эйе, уныһы хаҡ. Әммә ғаиләлә русса һөйләшмәһәк, бала русса өйрәнә алмай ҡалыр, тип ҡурҡыуға урын юҡ. Рус телендә йәнһүрәт ҡарап та, балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә өйрәнә ул. Әйтеп үтеүемсә, бәләкәй генә ауылдарҙа ла кескәй балалар русса тәтелдәп тора. Сөнки күптәребеҙ әлеге көндә балаларҙы йәнһүрәт тәрбиәһенә тапшырабыҙ. Руссаны ул көнө-төнө йәнһүрәт текләп тә өйрәнә.

Аллаға шөкөр, һуңғы осорҙа балаларға матур саф башҡорт исемдәре ҡушыу модаға инеп бара. Ана шул матур-матур башҡорт исемдәре ҡушыу менән бер рәттән балаларҙа башҡорт рухы ла тәр­биәләнһен ине. Әлеге көндә һи­рәктәр генә балаларына баш­ҡортса әкиәттәр уҡыйҙыр ул. Беҙ заманында Ҡамыр батыр, Аҡъял ба­тыр, Йомро икмәк, Зөһрә-ҡыҙ­ҙы белеп үҫтек. Әлеге кес­кәйҙәрҙең белгәне – Барбоскины, свинка Пеп­па, Человек-паук һ.б. Беҙ бала саҡта һирәк кенә эләккән йәнһүрәттәрҙә лә герой­ҙарыбыҙ артыҡ өн сы­ғарманы. Артығын ләпелдә­мәһәләр ҙә, “Ну, погоди!” йәнһүрәтен яратып ҡа­раныҡ. Күптәребеҙгә мәктәп­тәрҙә фәндәр туған телдә аңлатылды. Шуға ҡарамаҫтан, күптәр юғары уҡыу йорттарына инеүгә өлгәште. Әлбиттә, рус телен артыҡ һәйбәт белмәү арҡаһында проблемалар ҙа булғандыр. Әммә яйлап-яйлап барыбер рус теленә лә өйрәнеп киттек.

Ниндәйҙер телдең һаҡланып ҡалыуы күп осраҡта халыҡтың үҙе­нән тора. Ғаилә эсендә тел йәшәй икән, ул, ғөмүмән, йәшәйәсәк. Кавказ республикалары был юҫыҡта өлгө булырлыҡ.

Ярайһы уҡ йылдар сит ерҙәрҙә йәшәнем. Шуға күрә күп кенә Кавказ халыҡтары менән аралашырға ла тура килде. Уларҙың бөтәһе лә ғаиләлә үҙ телендә һөйләшә. Ҡатнаш никах булған хәлдә лә балалар атай телен белә.

Билдәле булыуынса, Кавказ республикаларында, милләттәр күп булыу сәбәпле, ғәҙәттә, мәк­тәптәрҙә уҡытыу тулыһынса рус телендә алып барыла. Шуға ҡарамаҫтан, улар, телде ҡыҫалар, бөтөрәләр, тип мыжымай. Ғаиләлә рәхәтләнеп үҙ телендә һөйләшәләр, шуға күрә халыҡ булараҡ йәшәп киләләр. Телен яратҡан, хөрмәт иткән кеше, һис шикһеҙ, уны һаҡлап алып ҡалыуға үҙ өлөшөн индерәсәк. Йәғни, ул ғаиләһендә үҙ телендә һөйләшәсәк, балаларында телгә ҡарата хөрмәт, милли рух тәрбиәләйәсәк.

Бәләкәй генә Чечен респуб­ликаһын алып ҡарайыҡ. Ошоға тиклем әллә күпме чечен ғаиләһе менән аралашырға тура килде. Улар бер ҙә үҙ-ара русса һөйләшеп ултырмай. Гел матур итеп үҙ телдәрендә аралашалар.

Дағстан Рәсәйҙең иң күп милләтле республикаһы булараҡ билдәле. Унда мәктәптәрҙә уҡытыу күп ерҙә тулыһынса тиерлек тик рус телендә генә алып барыла. Шуға ҡарамаҫтан, ундағы милләттәр үҙ телен бик яҡшы белә, иркен аралаша. Дағстандың айырым халыҡ­тарының үҙ-ара рус телендә аралашыуын бик һирәк күрергә тура килә. Бер-береһенең телен аңла­маған хәлдә генә рус теленә күсәләр. Бының бит сәбәбе – рус телен белмәүҙә түгел. Улар, мәктәптә өйрәнеү сәбәпле, рус телен бик яҡшы белә. Әммә ғаиләлә туған телдәренә ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләнгән.

Беҙ, башҡорттар, күбеһенсә үҙ еребеҙҙә рәхәтләнеп үҙ телебеҙҙә аралашырға тартынабыҙ, ғаилә эсендә балалар менән тырышып-тырмашып русса һөйләшеп мата­шабыҙ. Кавказ халҡы сит ерҙәрҙә лә урамда ауыҙ тултырып, ҡысҡырып тороп үҙ телендә аралаша. Сөнки уларға туған телдәренән оялыу, унан кәмһенеү кеүек тойғо хас түгел.

Шуға күрә, телебеҙ бөтөүгә бара тип, сәбәпте ситтән генә эҙләү дөрөҫ түгел. Йөрәгендә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам булған халыҡты бер нисек тә юҡҡа сығарып булмаясаҡ. Башҡортто йөрәгенә ныҡлы инеп урынлашҡан маңҡортлоҡ ҡына бөтөрөргә һәләтле. Беҙгә үҙебеҙҙе хөрмәт итергә өйрәнергә кәрәк. Юғиһә, күптәр башҡортлоғонан ояла, үҙ халҡының данлы-шанлы үткәне менән ғорурлана белмәй. Нишләп беҙ үҙ асылыбыҙҙан, үҙ-үҙебеҙҙән оялырға тейеш һуң? Бүтән халыҡтар бит булмағанын да бар итеп, булғанын күпертеп, үҙ халҡын күтәрергә тырыша, ата-бабалары менән ғорурлана.

Сит ерҙәрҙә башҡорттарҙы бөтөнләй тиерлек белмәйҙәр, сөнки беҙ асылыбыҙҙан ҡасырға тыры­шабыҙ, милләтебеҙҙән оялабыҙ, тарихыбыҙ, хозур тәбиғәтебеҙ менән ғорурлана белмәйбеҙ. Күптәр мине лә татар ҡыҙы тип ҡабул итә ине. Сөнки улар Башҡортостан тураһында бөтөнләй тиерлек белмәй, Өфө хаҡында ишеткән хәлдә лә, уны татарҙарҙың баш ҡалаһы тип кенә белә. Башҡорт тигән халыҡтың Башҡортостан тигән ерлеге барлығын күп сит ил вәкилдәре аптырап, яңылыҡ кеүек ҡабул итә. Уларға Дағстан, чечен, татар халҡы таныш, ә башҡорт – юҡ. Уйлап ҡараһаң, сит ерҙәрҙә баш­ҡорттар ҙа етерлек. Әммә улар үҙ асылын йәшерә. Үҙҙәрен йә татар итеп, йә рус итеп таныта. Сит ерҙәрҙә күптәр башҡорттарҙы татарҙарҙың бер төрө тип уйлай. Татар түгеллегеңде иҫбатлап, аң­латып, ялҡып бөтәһең. Быларҙың барыһы ла татар, чечен халыҡтарының үҙ милләте менән ғорурлана белеүе, үҙ-үҙҙәрен күрһәтеүенән килә бит.

Шуға күрә милли телгә ҡағылған мәсьәләләрҙә ғәйепте иң тәүҙә сит факторҙарҙан түгел, үҙебеҙҙән эҙләргә кәрәк.





Автор: Н. АЛСЫНБАЕВА.
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға