«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Проекты ил парламентарийҙарын да ҡыҙыҡһындырған



25.01.2011 Проекты ил парламентарийҙарын да ҡыҙыҡһындырған

Проекты ил парламентарийҙарын да  ҡыҙыҡһындырғанЭльмира Ғарипова – Мәскәү дәүләт һыу академияһының Өфө филиалына ҡараған училищеның өсөнсө курс студенты. Был ҡыҙ гәзиткә яҙырлыҡ нимә ҡырған икән, тиерһегеҙ. Ул – Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Дәүләт Думаһы тарафынан уҙғарылған «Моя законотворческая инициатива» конкурсының еңеүсеһе.
– Конкурсҡа ташландыҡ балалар хоҡуғын яҡлап эшләнгән проектымды ебәргәйнем. Беҙҙең училищела бындай балалар бихисап. Шуға ла уларҙың проблемалары күҙ алдында тиерлек. Бигерәк тә бындай балаларҙың етемлек буйынса пособие ала алмауы борсоуға һалды. Пособие алыр өсөн Пенсия фонды ата-әсәләренең тере булмауы хаҡында белешмә һорай. Ә ташландыҡ балалар бындай белешмәне, әлбиттә, ала алмай... Федераль закондың 9-сы статьяһына үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Мин уларға пособиены ошо белешмәһеҙ бирергә тәҡдим иттем.
Учалы ҡыҙының эше жюри тарафынан юғары баһалана. Бүтән иң яҡшы эштәр менән бер рәттән, яҡташыбыҙҙың проекты ла конкурс йомғаҡтары буйынса баҫтырылған китапҡа индерелә. Үҙ сиратында, китап РФ Дәүләт Думаһы депутаттары тарафынан да ҡараласаҡ, тип көтөлә.
Конкурстың беренсе туры былтыр 26 – 28 майҙа үткән. Эльмираның эше икенсе турға үтеү генә түгел, 364 проект араһында иң яҡшы 20 эш исемлегенә инеп, беренсе дәрәжә дипломға һәм «Рәсәйҙең милли ғорурлығы» тәреһенә (крест) лайыҡ була. Бүләген Мәскәүҙең үҙенә саҡыртып тапшыралар.
Башҡорт ҡыҙының уңыштарына уҡытыу­сылары әллә ни ғәжәпләнмәй ҙә. Ротаһында – старшина, кесе курстарҙың кураторы булып йөрөгән аҡыллы, өлгөр ҡыҙ ҙа быны булдырмаһа, тағы кем эшләр?
– Конкурста еңеү яуларға ярҙам иткән етәксем Әнисә Зәки ҡыҙы Усмановаға ҙур рәхмәт. Белемемде училищенан һуң да, хоҡуҡ белгесе булараҡ, тағы ла тәрәнәйтергә иҫәп тотам. Мине социаль проблемаларҙың күплеге бик борсой. Бәлки, киләсәгемде сәйәсәт менән дә бәйләрмен, – ти тырыш студент.

Миңзәлә АСҡАРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға