«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Иғтибарлы булайыҡ!



24.02.2019 Иғтибарлы булайыҡ!

Мәктәп йәшенә еттеме, баланың иғтибарлылығын арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Сөнки дәресте тыңлау, өйгә эште үтәүҙә был – төп сифат. Быны уйындар ярҙамында башҡарырға була.
Түбәндәге күнегеүҙәргә көнөнә 10 минут ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ.


- Оҡшаш һүрәттәрҙән айырма эҙләргә ҡушығыҙ. Һүрәттәрен төҫлө ҡәләм менән буяу өсөн китаптар һатып алығыҙ. Һүрәт өлөштәренә ҡулланыр­ға тейешле төҫтөң һанын яҙығыҙ, ҡәләмдәрҙе һан менән билдәләгеҙ. Бала тейешле төҫтө табып буярға тейеш. Һатыуҙа бындай буяғыс китаптарҙың әҙере лә бар.
- Һандар яҙылған ҡалын ҡағыҙҙан 20 карточка ҡырҡып алығыҙ. Үҙегеҙгә таҡ һандарҙы ҡалдырып, бәләкәскә йоптарҙы бирегеҙ. Унан һуң берәм-берәм балаға күрһәтегеҙ. 3 һанын күрһәтеүгә, ул 2 һәм 4-те эҙләп табыр­ға тейеш. Һанарға өйрәнә башлаған балаға шәп күнегеү.
- Сағыу, төрлө төҫтәге әйбер менән уйнарға мөмкин. 5 – 6 уйынсыҡты бер тәртиптә урынлаштырып, баланың күҙен йомдороғоҙ. Тиҙ генә бер предметты алып ҡуйғас, ул нимә юҡлығын әйтеп бирергә тейеш. Юғалған әйбер­ҙең ниндәй формала, төҫтә булыуын да аңлатып ҡараһын.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға