«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Ҡыҙ баланың ҡолағын ҡасан тишергә?



23.02.2019 Ҡыҙ баланың ҡолағын ҡасан тишергә?

Кемдер, баланың ҡолағын бер йәшкә тиклем үк тиштереү яҡшы тиһә, икенселәр, ҙурайғас хәйерлерәк, тип иҫәпләй.
Бәпес сағында уҡ, ҡыҙым һөйкөмлөрәк булыр, тип тиштереү яҡшымы әллә, ҙурайғас, уның был хаҡта фекерен һорашыумы?


Күп белгес ҡолаҡты өс йәштән һуң ғына тиштереү яҡлы. Сөнки был осорҙа бала ҡолаҡты тартырға ярамағанлығын аңлай. Сабый көйөнсә алҡаның нимәгәлер эләгеүе, тишелгән урыны оҙаҡ төҙәлеүе бар. Психологтар иҫәпләүенсә, 1 – 1,5 йәшлек бәләкәс ауыртыуҙы хәтерләмәйәсәк, ә 5 – 7 йәшлек бала, билдәле, был процестан ҡурҡасаҡ. Иң мөһиме, баланың теше сыҡҡанда, прививка алдынан, балалар баҡсаһына йыйынғанда туҡтап торорға кәрәк.

Ҡолаҡты яҙ йәки көҙ тиштереү дөрөҫ һанала. Ҡыш көнө башлыҡ ҡамасаулай, йәй – эҫе һәм туҙанлы. Бөгөн косметология салондарында был эште махсус пистолет ярҙамында баш­ҡаралар. Уға аллергия бирмәй торған алҡа ҡуйыл­ған була. Махсус алҡаларҙы бер ай буйы сисмәҫкә кәңәш ителә. Ҡолаҡтар төҙәлгәнсе бассейнға, һыу инергә бармағыҙ, баланың сәстәрен йыйып йөрөтөгөҙ.

Бөгөн ҡолаҡ тиштереү ҡатмарлы түгел, иң мөһиме, һуңынан гигиена талаптарын дөрөҫ үтәү.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға