«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр



22.02.2019 Балаңды дөрөҫ сыныҡтыр

Оло йөрәкле әсә бер ҡасан да балаһының ауырыуын тыныс кисерә алмай. Ҡыштың һалҡын миҙгеле иммунитеты түбән булғандарҙы ныҡ яфалай. «Муйыныңа шарф урамайынса йөрөмә!», «Бейәләйеңде кеймәйенсә тышҡа сыҡмай­һың!», «Һыуыҡта артыҡ һөйләшмә – һалҡын һауа йотоп, ауырып китер­һең!» – бындай тыйыу­ҙарҙы һәр ата-әсәнең үҙ ғүмерендә күп тапҡыр әйткәне барҙыр.


Беҙҙең Искәндәрҙең муйынын урай башлаһаң, ҡаршылаша, шарфын сисеп ташлай. Ҡар менән уйнамаған осраҡта бейәләйен дә кеймәй. Өйҙә ойоҡбаш кейҙерһәң, бер минуттан ул ҡабаттан ялан аяҡ йөрөй. Баҡһаң, баланың сир йоҡтороуына бындай тышҡы факторҙар бигүк тәьҫир итмәй ҙә икән!

Иң тәүҙә баланың гемоглобинын күҙәтеп тороғоҙ. Анемияға дусар булған осраҡта, ул йыш ауырый. Балағыҙ йыш ауырымаһын тиһәгеҙ, ул аҙнаһына бер тапҡыр ғына булһа ла физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнергә тейеш. Йөҙөү, бейеү, һуғыш сәнғәте түңәрәктәреме, хатта өйҙә яһаған ябай гимнастиканың да файҙаһы ҙур. Беҙҙең осраҡта иммунитетты нығытыу өсөн йөҙөү һайланды – ул организмды сыныҡтырып ҡына ҡалмай, ә һөйәк-мускулдарҙы, нервы системаһын нығыта, һулыш алыу ағзаларына яҡшы тәьҫир итә. Хатта йөрәккә лә ныҡ файҙалы. Ҡайҙа йөрөтһәгеҙ ҙә, баланан чемпион яһарға тырышмағыҙ, иң мөһиме – уның һау-сәләмәт үҫеүе. Ныҡ мауығып, бәләкәсегеҙ артыҡ көсөргәнеш кисереп, иммунитеты, киреһенсә, ҡаҡшап ҡуймаһын.

Мунса йәки саунаның файҙаһын һөйләп тороу артыҡ булыр. Дүрт йәшлек баланың 10 минут самаһы эҫелә тирләп алыуы организмын нығыта ғына.
С витаминын күберәк ҡулланырға тырышығыҙ. Баланың бер аҙ мыш-мыш килгәнен күреү менән, уға аскорбин кислотаһын тотторам. Бер ҡағыҙ ҡапты бер көндә ашап бөтә һәм икенсе көнөнә һин дә мин йөрөй. Шул рәүешле, күп осраҡта ауырыу улымды урап үтә.
Үҙем үҫмер сағымда ангина менән ныҡ интеккәс, бәләкәйҙән үк Искәндәрҙең тамағын сыныҡтырып алырға булдым. Һөттө һыуытҡыстан һалҡын килеш ҡойоп биреүемде күргән ҡайһы бер әсәләр сәйерһенеп ҡарай. Бит-ҡулын йыуындыр­ғанда ла һыу температураһы түбәнерәк була, уның менән тамаҡты сайҡатып ҡуйырға онотмайбыҙ. Йәғни организм­ға ҡыҫҡа ваҡытҡа түбән температура тәьҫир итһә, бала дөрөҫ итеп сыныға. Өй эсе йылы икән, балаға йөн ойоҡбаш кейҙереп ҡуймағыҙ. Ғөмүмән, өйҙә ялан аяҡ йөрөгән мәлдә организмда һаҡлаусы иммуноглобулин эшкәртеп сығарыла.

Әлбиттә, дөрөҫ туҡланыуға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Күберәк йәшелсә, емеш-еләк ашатығыҙ. Уларҙың экологик яҡтан таҙа булыуына иғтибар итегеҙ. Ҡышҡыһын магазиндағы емеш-еләккә генә күҙ төбәп торабыҙ. Йәйҙән туңдырған еләктәр менән морс, компот ҡайнатып эсерегеҙ, гөлйемеш төнәтмәһен ҡулланығыҙ.

Киҫкен ауыҡ вирусы инфекцияһы мәлендә кеше күп йыйылған урындар­ҙан алыҫыраҡ булығыҙ. Ҡулды йыш йыуыу, саф һауала күберәк йөрөү, йәшәгән урынды елләтеп тороу яҡшы һөҙөмтә бирә.

Бала өсөн иң яҡшы педиатр әсә кеше икәнлеген онотмағыҙ. Сабыйыңды дауалауҙа кәңәштәрҙең ниндәйе генә юҡ, табиптарҙың төрлөһө төрлө рецепт яҙа. Уларҙың барыһын да тыңлап, үҙ балаңа ҡарата йөрәгең ҡушҡан ысулды ҡулланаһың. Сөнки уны үҙеңдән дә яҡшыраҡ белеүсе юҡ.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға