31.01.2019 Һәр уҡытыусы һөнәренән бәхет тапһын!
Баш ҡаланың “Йыл уҡытыусыһы” һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һөнәри конкурстарына йомғаҡ яһалды
Сарала БР Мәғарифты контролдә тотоу һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Альберт Йәримов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, ҡала райондары башлыҡтары, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм ҡала советы депутаттары, мәғариф ветерандары ҡатнашты.
Барлығы 17 фән буйынса 66 уҡытыусы көс һынашты. Шуларҙың 27-һе — йәш педагогтар. Ә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2019” исеменә лайыҡ булыусы Гөлшат Ғәбитова 18 йыллыҡ педагогик стажға эйә. Был мәртәбәле конкурста Гөлшат Заһир ҡыҙы икенсе тапҡыр ҡатнаша. 2006 йылда ул лауреат исемен алған.
– Ике конкурсты сағыштырып ҡарағанда, һуңғыһы оло үҙгәрештәр кисергән. Элекке һынауҙарҙан инша һәм дәрес биреү генә ҡалған. Бәйгелә күберәк цифрлы белем биреү, электрон уҡытыу һәм дистанцион мәғариф технологиялары менән эшләнек. Тимәк, уға талап йылдан-йыл көсәйә, заманса алымдар өҫтәлә. Яңылыҡһыҙ үҫешеү мөмкин түгел бит, айырыуса мәғарифта. Минеңсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярышҡан секцияла, бүтәндәргә ҡарағанда, эш икеләтә әүҙем, йәнле барҙы. Сөнки, көс һынашыуҙан бигерәк, сығыш яһарға килгән ғалимдар, жюри ағзалары менән туған телебеҙ хаҡында аралаштыҡ, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Бындай һөйләшеүҙәр фәһемле булды, үҙем өсөн күп нәмә алдым, – тип һөйләй еңеүсе. – Конкурсанттар үҙ-ара дуҫлашып бөттөк, бәйге ҙур байрам кеүек үтте лә китте.
Өфө ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитова сығышы менән Белорет районының Аҙналы ауылы ҡыҙы. Бөгөн ғаиләһе менән Шамонин ҡасабаһында йәшәй.
Ер йөҙөндә иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһен һайларға тигән маҡсат ҡуйғас, Гөлшат Белорет педагогия училищеһына юл тота. Көслө остаздары ҡулында төплө белем алып, педагогик нигеҙҙәргә төшөнгәс, бейегерәк үрҙәргә ынтылыу ниәте менән, артабан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.