«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ



10.12.2018 Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ

Уртаса алғанда ул 1617,2 һум буласаҡ.
Взносты кәметеүгә компенсация түләүҙәре күләме ошо сумманан сығып иҫәпләнә. Ата-әсәләр балалар баҡсаһына түләү өсөн компенсацияға хоҡуҡлы. Балалар баҡсаһына йөрөгән бер балаға — түләнгән сумманан 20% (323,44 һум), ике балаға — 50% (808,6 һум), өс һәм унан да күберәк икән — 70% (1132 һум). Муниципалитеттарҙа балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе күләме төрлөсә булыуы мөмкин, сөнки был уларҙың һәр береһендә айырым билдәләнә, ләкин уртаса күләме 1617,2 һум тәшкил итергә тейеш.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға