«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Рухлы ла ул, маҡсатлы ла



19.11.2018 Рухлы ла ул, маҡсатлы ла

Рухлы ла ул, маҡсатлы ла
Уҡыу алдынғыһы, сәсән телле егет, башҡорт вайнеры Ислам Төхвәтуллиндың киләсәктә ҙур шәхес булып китеренә ышаныс ҙур

Һәр шиғри юлды йөрәге аша үткәргән Ислам Төхвәтуллин күптән түгел уҙған Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә беренсе урын яуланы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының ғәрәп - башҡорт бүлеге студенты, сығышы менән Ишембай районының Сәлих ауылы егете мәктәп йылдарынан уҡ республиканың ауыҙ-тел ижады бәйгеләре еңеүсеһе булып танылды.
– Минең күңелемә тәүге рухи орлоҡ һалыусылар – әсәйем Рәсимә Шәм­сет­динова һәм өләсәйем Мәрйәм Маннанова. Яҡын кешеләремдең һа­баҡтары, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре, тарихтары бер ҡасан да иҫемдән сыҡмай, һәр ваҡыт йөрәгем түрендә һаҡлана. Бала сағымда уҡ өләсәйем «Урал батыр» эпосы менән таныштыр­ған. Төп герой – көслө ихтыярлы, изгелекле, яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшеүсе һәм еңеүсе Урал батыр иң һу­ңында үлеп ҡала. Кескәй күңелем был хәлде ҡабул итә алмаған, ғәҙелһеҙлеккә тиңләгән, күрәһең. Өләсә­йемдән: «Ни өсөн үлде инде?» – тип тетрәнеп һорағанмын.
Ғөмүмән, Урал батыр мине әлегәсә оҙатып йөрөй. Ишембай кадет мәктәбенә уҡырға ингәс, Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова менән осраштырғаны өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Уҡытыусым мине йыл һайын эпосты һөйләүселәр конкурсына әҙерләне. Бала саҡта был ҡобайырҙы әкиәт кеүек ҡабул итһәм, аҡыл инә башлағас, Урал батыр образы бөгөнгө заман өсөн дә үтә әһәмиәтле икәнен, бында кешелектең йәшәү мәғәнәһе, ер тормошо, тыныслыҡ проблемаһы сағылдырылғанын аңланым. Был поэтик ҡомартҡы йәш быуында тарихи һәм милли үҙаңды үҫтереүҙә айырыуса әһәмиәтле, – тип һөйләй егет.
Ислам остазы менән дүрт йыл рәттән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсына бара һәм, ниһайәт, гран-при яулай. Ошо ваҡыт арауығында эпостың фәлсәфәһе егеткә ҙур йоғонто яһай. Йәш быуынды тәрбиәләү, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләренең асылын аңлатыу менән һуғарылған әҫәр арҡаһында ул дингә килә, киң фекер йөрөтөргә өйрәнә.
Быйыл иһә Ислам Төхвәтуллин эпосты һөйләүселәр конкурсында жюри ағзаһы булараҡ ҡатнашҡан.
Йәштәр Исламды башҡорт вайнеры ла тип белә. Вайн ул – көлкөлө йөкмәткеле ҡыҫҡа видеоролик. «Бер йыл элек кәләшем Айгөл һәм дуҫым Илнур менән интернетта киң таралған жанрға тотондоҡ. Быға тиклем үҙебеҙҙеке булмау сәбәпле, тик ҡаҙаҡ һәм татар йәштәре төшөргән вайндарҙы ҡарауҙарына әсенә инем. Бөгөн ете меңлек аудиториябыҙ бар, кешеләр ҡарай, маҡтай, яңыларын көтөп ала. Русса субтитрҙар ҙа ҡуябыҙ, шуға күрә башҡа милләт вәкилдәре лә ҡыҙыҡһына. Төп үҙенсәлек – башҡа телдәрҙәге вайндар һүгенеү һүҙҙәре менән «байытылһа», беҙҙә ундай ғәҙәт юҡ. Видеояҙмаларҙы һәр йәш кеше үҙенә фәһем алырҙай итеп төшөрәбеҙ», – ти егет.
Ошо урында Исламдың үҙе кеүек аҡыллы, алдынғы ҡарашлы һәм рухлы кәләше Айгөл тураһында әйтеп үтмәү яҙыҡ булыр. Тәүге курс­та өйләнешкән талантлы Төхвәтуллиндар туған тел, мәҙәниәт ҡаҙанында ҡайнап йәшәй. Айгөл дә уҡыу алдынғыһы, ул инглиз-башҡорт теле бүлегендә белем алып ҡына ҡалмай, төрлө яҡлап үҫешкә, камиллыҡҡа ынтыла. Быйыл «Башҡортостан ынйыһы» гүзәллек бәйгеһе еңеүсеһе булып танылған ҡыҙҙың күңеле изгелеккә асыҡ.
Кадет мәктәбен тамамлау Исламға ҡыйыулыҡ, хәрбиҙәрсә теүәллек биргән. Мин уға, ни өсөн хәрби юлды һайламаның, тигән һорауҙы бирмәй түҙә алманым. Баҡһаң, бойороҡ ҡына үтәүсе система кешеләренең рухи азатлыҡтан мәхрүм булыуы арҡаһында хәрби булыуҙан баш тартҡан Ислам. «Хәрбиҙәрҙең үҙ фекере булмай, булһа ла, уның менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынмай, теләйме-теләмәйме, төрлө ергә хеҙмәт итергә ебәрәләр. Ә башҡорт азатлыҡты һәм тыуған ерен ярата. Мин үҙ илемдә халҡыма файҙалы кеше булырға хыялланам». Башҡа уҡыу йорттары араһынан тәғәйен ошо факультетты һайлауына ҡыуанып бөтә алмай. Беренсенән, ундағы студенттар бер туған кеүек татыу, уҡытыусылар һәм факультет деканы Луиза Сәмситова барыһына ла ихлас, һәр башланғысты күрә һәм хуплай, йәштәргә ҡанат ҡуя белә. Икенсенән, ғәрәп илдәре – Рәсәйҙең тығыҙ бәйләнештә булған мөһим партнерҙары, был йәһәттән тәржемәселәргә ихтыяж ҙур. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, ғәрәп телен өйрәткән мәсет-мәҙрәсәләргә хәрбиҙәр йыш мөрәжәғәт итә.
Бала сағынан уҡ, тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов кеүек булам, тип үҙенә маҡсат ҡуйған егет бөгөн тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, юғары стипендия ала. Параллель рәүештә Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Дәүләт менән идара итеү буйынса бәләкәй академияны ла тамамлаған. Ислам киләсәк тормошона оло ышаныс бағлай – һәр эште аҙағына тиклем алып барып еткереү, тырышлыҡҡа, сәйәсәт менән ныҡлы ҡыҙыҡһыныуға ул хәрбиҙәр мәктәбендә яҡшы өйрәнгән. Ынтылыусан, ныҡышмал студент быйыл йәйгеһен Мысырҙа стажировка үтеп ҡайтҡан. Әлеге ваҡытта шиғри күңелле егет дәртләнеп «Йөрәк һүҙе» проектының финалына әҙерләнеп йөрөй.
– Берәүҙән дә бер ни ҙә көтмә, тот та үҙеңдән башла – киләсәккә юғары һәм изге маҡсат ҡуй. Уға өлгәшкәндә ҡыйыу бул. Башҡорт­тар өсөн хас сифат был, ҡыйыулыҡ һиндә лә бар. Заманса фекер йөрөтөп, милләт абруйын күтәреп, алғы сафтан атла. «Урал батыр» эпосында беҙгә ҡомартҡы булып ҡалған ошондай юлдар бар:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ! – тип өндәшә Ислам замандаштарына.

Лилиә ХӘЛИТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға