18.01.2011 Мәғариф яңылыҡтары
Уҡыусыларҙың олимпиадаһы башланды
Башҡортостанда уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы башланды. Уларҙа республиканың дөйөм белем биреү учреждениеларының 9 – 11-се синыф уҡыусыларынан 2800 уҡыусының ҡатнашыуы көтөлә. 2010 йылда иһә олимпиадала 2328 уҡыусы ҡатнашҡан. Олимпиада 21 фән буйынса үткәрелә. Тәүге һынауҙар 13 ғинуарҙа физика, технология һәм немец теле буйынса үтте.
17 – 18 ғинуарҙа уҡыусылар биология һәм инглиз теле буйынса көс һынаша. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы 5 февралдә тамамланасаҡ. Был көндә уҡыусылар астрономия, әҙәбиәт, физкультура һәм иҡтисад буйынса ярышасаҡ. Яҙ көнө иң көслө уҡыусылар Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында республиканың намыҫын яҡлаясаҡ. Әйткәндәй, 2010 йыл йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары һаны буйынса Рәсәйҙә иң алдынғы ун төбәк иҫәбенә инде.
Файҙалы ял
Башҡортостандан 20 бала «Орленок» Бөтә Рәсәй ял үҙәгендә ял итә.
Иң әүҙем һәм һәләтле уҡыусыларға путевканы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы бүлгән. Үҫмерҙәр өсөн ике тематик программа әҙерләнгән: «Мин – Рәсәйҙең киләсәге» һәм «Киң мәғлүмәт саралары: һүҙ, фекер, идея». Ойоштороусылар фекеренсә, бындай сменалар уҡыусыларға артабан профессиональ йүнәлеш алыу өсөн тейешле белем бирә. Унда Башҡортостан уҡыусылары менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә балалар ял итә. Смена 8 февралгә тиклем дауам итәсәк.