«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Ашарға ярамаған аҙыҡтар



29.11.2018 Ашарға ярамаған аҙыҡтар

Ашарға ярамаған аҙыҡтар
«Киндер-сюрприз»
1. Балаларҙың күҙен ҡыҙҙырып рекламалаған әлеге ризыҡ Америкала 1938 йылда тыйылған, имеш. Ғөмүмән, эсендә ашарға ярамаған предметтар булған ризыҡ бик хәүефле икән.
2. Яһалма аҙыҡ буяғыстар. Европала аллергия һәм рак ауырыуҙарын килтереп сығаырға һәләтле яһалма аҙыҡ буяғыстарын күптән тыйғандар. Ғөмүмән, унда тик тәбиғи ризыҡтар өҫтөнлөк итә. Ә Рәсәйҙә, белгестәр әйтеүенсә, һуңғы 10 йылда буяғыс химия 1улланыу 500 процентҡа артҡан.

3. Tyson Foods маркалы тауыҡ ите

Хәтерләйһегеҙме, Буштың тауыҡ боттарын? Уларҙы Тайсон Фудстыҡы тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр. Бик күп алдынғы илдә был маркалы ит тыйылған. Сөнки компания тауыҡтарын антибиотиктар, стероидтар һәм кетамин ҡаҙап үҫтерә. Был хәл барлыҡ ер шарына фаш ителгәс, етәкселек башҡаса улай итмәҫкә һүҙ биргән биреүен…

4. Ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушылған аҙыҡтар
Калий броматы нигеҙендә яһалған ҡушымта, ғәҙәттә, икмәк ризыҡтарына ҡушыла. Ул ҡамыр ризыҡтарына ҡабарып бешергә, оҙаҡ һаҡланырға ярҙам итә. Рәсәйҙең икмәк заводтарында калий броматы күп миҡдарҙа ҡулланыла, «Эко» яҙыулы йәки традицион ысул менән бешерелгәндән тыш. Ҡомаҡтарҙа уҙғарылған тест һынауҙары күрһәтеүенсә, калий броматы ҡалҡан биҙе һәм бөйөр шешенә килтерә.

5. Тәм биргестәр (ароматизатор) ҡушылған аҙыҡтар
Тәбиғи тәмгә оҡшаш ароматизаторҙар ҡушылған, тигән яҙыу хәҙер бер кемде лә аптыратмай. Был аҙыҡ-түлектә яһалма матдәләр ҡушылған тигән һүҙ. Улар ярҙамында етештерелгән продукт һаулыҡ өсөн иң зыянлыһы һәм хәүефлеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға