«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Тәм-томдо тыйығыҙ!



16.11.2018 Тәм-томдо тыйығыҙ!

Тәм-томдо тыйығыҙ!
Бала менән тәү тапҡыр теш табибына тикшереүгә барҙыҡ. Сиратта ултырғанда йәш кенә балаларҙың теш ауырыуҙарына дусар булыуына таң ҡалдым. Мәҫәлән, 14 йәшлек бер үҫмерҙең тештәре яраҡһыҙ булғанлыҡтан, бөтәһен дә һурырға, тине табип.
—Бына һеҙ тәүге тикшереүгә 4 йәштә килгәнһегеҙ. Ә был малайҙы әсәһе тәү тапҡыр 14 йәшендә килтергән. Уға тик 16 йәштә генә яһалма тештәрҙе ҡуйыу мөмкин буласаҡ. Үҫмерҙең ни бары алғы дүрт теше ҡаласаҡ. Ике йыл буйы ошо килеш ниндәй хәлдәргә осрамаҫ? Был йәш осоронда улар хәл-ваҡиғаларҙы күңеленә ныҡ яҡын ала, ә тиҫтерҙәре мыҫҡыл итһә, йәберләһә?! — тип борсола ине табип беҙ ингәндә лә. «Бынан 20 йыл элек булған тештәр сифаты менән бөгөнгө араһында — ер менән күк айырмаһы. Замана балалары шәкәрҙе бигерәк күп ҡуллана. Ата-әсәләр балаларына күпме шәкәр ашатыуҙарына иҫтибар ҙа итмәй. Туҡланыуҙа тәм-том күп булырға тейеш түгел. Бына һеҙ яратҡан «Чупа-чупс» ныҡ зыян килтерә», — тине ул, баланың ҡулындағы кәнфиткә күрһәтеп. Табипҡа барғанда әүрәтеү өсөн һатып алып тотторғайным шул.

Һеҙгә шәкәр тоҙағынан ҡотолоу өсөн кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.
1. Көнөнә бер тапҡыр ғына балағыҙғашәкәрле ризыҡ рөхсәт итегеҙ. Күберәк емеш-еләк ашатығыҙ.
2. Иртәнге аш файҙалы булһын. Иртән күберәк аҡһым, йәғни йомортҡа, тауыҡ йәки күркә ите, сыр ашаған бала шәкәрле ризыҡҡа бигүк ынтылмаҫ.
3. Һауыттағы һут һәм газлы һыуҙан алыҫ тороғоҙ. Иң яҡшыһы — һутты өйҙә үҙеңә һығыу. Һөт коктейлен дә блендер менән үҙегеҙ яһағыҙ.
4. Тыйылған емеш татлы, тигәндәй, балаға психологик алым күрһәтеү дөрөҫ булыр. Һин кәнфит ашамайһың, тигән урынға, беҙ ашамайбыҙ, тип һөйләшегеҙ.
5. Витаминдар бирегеҙ.
6. Бер кәнфит ашарға рөхсәт итһәгеҙ ҙә, баланың һуңынан тешен таҙартыуын һорағыҙ.










Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға