«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Илһам һәм рух өҫтәй



15.01.2011 Илһам һәм рух өҫтәй

Бала саҡта ҡыш үҙенең ҡарлы-буранлы көндәре, һыуыҡтары менән генә түгел, ә ҡышҡы каникул, күңелле уйындар, тау шыуыу, саңғыла йөрөү менән иҫтә ҡала. Ә республикабыҙҙан һәм Һамар, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан 325 уҡыусы өсөн быйыл­ғы ҡыш, моғайын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара һәм республика олимпиадаһы менән хәтерҙә ҡалыр.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә өс көн дауам иткән олимпиада бик көсөргәнешле барҙы. Йылдағыса, уҡыусылар өс турҙа һынау тотто. Беренсе тур уларҙың ижади һәләтен, яҙыу оҫталығын, фекерләү ҡеүәһен асыҡларға ярҙам итте. Уҡыусылар мәктәп программаһына ингән әҫәрҙәр буйынса һәм ирекле темаға инша яҙҙы. Икенсе турҙа иһә викторина һорауҙарына яуап биреп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үҙҙәренең белемен күрһәтте. Сәсәндәр бәйгеһендә уҡыусылар һөйләү оҫталығын, телмәр байлығын һынаны. Быйыл сәсәндәр бәйгеһе күренекле шағир Ғәлимов Сәләмдең ижадына ба­ғыш­ланды. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүсе уҡыусылар уның шиғырҙарын тасуири уҡып күрһәтһә, башҡорт мәктәптәрендә белем алыу­сылар яттан һөйләне.
Уҡыусылар олимпиадаға бик етди ҡарай. Һәр һынау төрөн бик тулҡынланып, борсолоп көтөп алалар. Әҙ генә етешһеҙлектәре өсөн дә ысын күңелдән көйөнәләр. Олимпиа­да­ла ҡатнашыусыларҙың кемеһенән генә һораһаң да, иң ауыр һынау төрө викторина һорауҙарына яуап биреү булды, тиҙәр. Күрәһең, һорауҙар еңелдән булмаған. Ғөмүмән, олимпиада еңел һынау түгел. Шуға ҡарамаҫтан, һынау тотоусылар шундай ярышта ҡатнашыуҙарына бик шат.
– Былтыр икенсе урынға лайыҡ булғайным, быйыл иһә беренселәр рәтенә сығыу бәхете тейҙе. Тәүҙә быға ышанмай ҙа торҙом хатта. Әлбиттә, бик шатмын. Ғөмүмән, был ярыштан мин илһам алып, рухым байып ҡайтты, – ти башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары араһында 1-се урынды яулаусы Красноусол гимназияһының 10-сы синыф уҡыусыһы Аҡйондоҙ Йәнешева.
Еңеүселәр башҡорт мәктәптәре, башҡорт гимназия-лицей уҡыусылары һәм уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеүселәр араһында һәр синыф буйынса айырым билдәләнде. Шулай итеп, 9-сы синыф уҡыусыларынан 1-се урынға ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбенән Фаягөл Исхаҡова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһынан Илүзә Иҙрисова, Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан Альбина Шөғөрова лайыҡ булды. 10-сы синыфтар араһында Йылайыр районының Һабыр урта мәктәбенән Таңсулпан Атанғолова, Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназияһынан Аҡйондоҙ Йәнешева, Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбенән Зилә Зөлҡәрнәева иң юғары баһа алды. 11-се синыфтар араһында Әбйәлил районының 1-се Асҡар урта мәктәбенән Шамил ҡустыбаев, Сибай ҡалаһының Ирәндек лицейынан Гөлдәр Моратова, Өфө ҡалаһының С. Аксаков исемендәге 11-се гимназиянан Әлфиә Боҫҡонова еңеүсе тип билдәләнде.
«Йәшлек» гәзите йыл һайын олимпиадала ҡатнашыусыларға үҙенең махсус бүләген әҙерләй. Быйыл ул Республика башҡорт лицей-интернатынан Азамат Байрамғолов, Асҡын районының ҡарткиҫәк мәктәбенән Эльвина ҡыямова һәм Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Зөһрә Баймөхәмәтоваларға тапшырылды.
– «Йәшлек» гәзитенең бүләгенә лайыҡ булыуыма ысын күңелдән ҡыуандым, – ти Республика башҡорт лицей-интернатының 11-се синыф уҡыусыһы, Белорет районының Манышты ауылы егете Азамат Байрамғолов. Ул «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға барырға йыйына.
Зөһрә Баймөхәмәтова иһә киләсәген журналистика менән бәйләмәксе.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Игорь КИНЯПИН фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға