«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Баймаҡ интернат-мәктәбенә мәҙхиә



31.08.2010 Баймаҡ интернат-мәктәбенә мәҙхиә

Мин 1982 – 1989 йылдарҙа Баймаҡ интернат-мәктәбендә белем алдым. Ул ваҡытта хәҙерге көндәге әкиәт һарайҙары кеүек мәктәптәр һәр ауылда юҡ ине әле. Урал аръяғы райондары балаларын туплаған мәктәптә бер ғаилә булып, дуҫ һәм татыу йәшәнек. Балаһы менән оҙаҡ күрешмәү һағышын татып булһа ла, беҙҙе интернатҡа уҡырға ебәргән ата-әсәйемә оло рәхмәтлемен. Шулай уҡ, үҙем уҡыған осорҙа интернатта эшләгән һәр кем – уҡытыусы-тәрбиәсеме, йыйыштырыусымы – оло хөрмәткә лайыҡ тип иҫәпләйем. Хәҙерге көндә яҡшы эшләп, балалар үҫтереп, матур йәшәйем икән, мине тормошҡа әҙерләүҙә ата-әсәйем менән берлектә һеҙҙең дә көсөгөҙ түгелгән. Һеҙҙең һәм интернатым алдында баш эйәм.
Интернатташтарҙың күбеһе районыбыҙҙа яуаплы вазифа биләй. Ғаиләбеҙҙәге дүрт бала ла төрлө йылдарҙа интернатты тамамланыҡ. Хәҙерге көндә дүртебеҙ ҙә – юғары белемле уҡытыусыларбыҙ. Бергә йыйылһаҡ, мәктәбебеҙ тураһында тик йылы хәтирәләргә биреләбеҙ…
Һәр дәрес, һәр үткәрелгән сара, интернаттағы һәр көн – йәш быуынды үҙ аллы тор­мошҡа әҙерләүҙең отошло алымдарын ҡулланып алып барылған икән. Быны беҙ йылдар арауығында аңлаясаҡбыҙ.
Йәйге каникул осоро булыуға ҡарамаҫтан, «Һаҡмар» ял һәм хеҙмәт лагерында ял итеү графигын түҙемһеҙләнеп көтә инек… Картуф-сөгөлдөр утау, кәбеҫтәгә һыу ҡойоу, пионер усаҡтары, рәхәтләнеп һыу инеү – бөтәһе лә иҫтә. Уңыш байрамында үҙебеҙ үҫтергән йәшелсә-емештән алған табышты күреп, ни тиклем ғорурлана инек. Көс менән табылған ғына табыштың татлы икәнен күңелебеҙгә бала саҡтан аңлы рәүештә һеңдереүегеҙ өсөн рәхмәт.
ОПТ (Йәмғиәткә файҙалы хеҙмәт) һүҙбәйләнеше йыш ҡулланылды телмәребеҙҙә. Уҡыусыла хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә ҡайһылай отошло алым булған ул. Төҙөлөшкә ярҙам итеү булһынмы, колхозға картуф йыйышыумы, ҡайһы ғына ойошма саҡырмаһын – өмәләрҙе көтөп ала инек. Бала саҡтан илгә файҙалы булып үҫәбеҙ, тип ҡыуандыҡ. Беҙҙең күңелебеҙгә һынауҙарға бирешмәҫ өсөн яуаплылыҡ, егәрлелек һалып тәрбиәләгәнһең, интернатым. Һиндә үткән һәр көнөмдө һағынам.
Нисек һағынам мин дүртенсе класта бергә уҡый башлаган 36 класташымды һәм беҙҙе бер тигеҙ ярата белгән Хөснә Әнүәр ҡыҙын, бай китапхананы һәм төрлө китаптар менән ҡыҙыҡтырыусы Рәшит Сәғәҙей улын, тәүге ҡульяулыҡ һәм алъяпҡыс тегергә өйрәткән Әлмира Зариф ҡыҙын, тәмле бутҡалары менән һыйлаған ашнаҡсы апайҙарҙы, «Мин оценкаға һараныраҡмын, тырышығыҙ» тигән һүҙҙәре менән уҡыуға яуаплылыҡ тәрбиәләгән Нурия Фазулла ҡыҙын, үҙ телемә ҡарата һөйөү һәм хөрмәт уятҡан һәм киләсәк һөнәр һайлауҙа дөрөҫ юл күрһәткән Вәсимә Ғәли ҡыҙын, төрлө кисә-сборҙар ойоштороп, ялыбыҙҙы файҙалы итеп үткәргән Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙын, һәр уҡыусыны һәм уның ғаилә хәлен биш бармағы кеүек белгән Руфа Харрас ҡыҙын! Бөтәгеҙҙе лә һағынам! Интернатта эшләгән һәр кем үҙ балаһына бирер наҙҙы, тәрбиәне беҙҙең өсөн дә йәлләмәгән. ҡайһылай ҙур йөрәкле, изге күңелле була белгән икән улар! Рәхмәт барығыҙға ла!

Һағыныулы һәм рәхмәтле сәләмдәр менән – Йылайыр районынан
1989 йылғы сығарылыш уҡыусыһы
Милә БИЛАЛОВА-КИЛДЕБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға