«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Комиссияның эше яҡшы баһаланды



08.01.2011 Комиссияның эше яҡшы баһаланды

Өфө ҡала хакимиәтендә «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышы үтте. Унда Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, уның урынбаҫары Сынтимер Баязитов, Өфө ҡалаһы райондары хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары ҡатнашты.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев, ултырышты асып, биш йыл эсендә баш ҡалала «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законды тормошҡа ашырыу буйынса бик күп эш башҡарылыуын билдәләп үтте. «Терминология комиссияһының булдырылыуы, «Хатаһыҙ ҡала» конкурсының даими ойошторолоуы, республика халыҡтарының телдәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүселәргә ҡала хакимиәтенең премияларын тапшырыу был эште тағы ла әүҙемләштерергә ярҙам итте. Алтаҡталарҙы, иғландарҙы тәртипкә килтереү буйынса ла ҙур эш эшләнде», – тине ул. Павел Рюрикович баш ҡалала I Балалар башҡорт ҡоролтайы үткәрелеүенең туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуына баҫым яһаны.
Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Азамат Сәйфуллин үҙ сығышында мәктәптәрҙә туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү мәсьәләһенә туҡталды. Уның сығышынан күренеүенсә, әлеге көндә Өфөлә милли белем биреү учреждениеларының төрлө моделдәре бар. Мәктәптәрҙә уҡытыу башҡорт, рус һәм татар телдәрендә алып барыла, 13 мәктәптә туған тел – тәрәнәйтеп, 10-дан ашыу балалар баҡсаһында башҡорт теле өйрәнелә. Әлеге көндә баш ҡаланың белем биреү учреждениеларында 789 туған тел уҡытыусыһы эшләй. Мәктәптәрҙә 311 туған тел бүлмәһе булдырылған. «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы йыл һайын иң һәләтле уҡытыусыларҙы асыҡларға ярҙам итә.
«Сәнәғәт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы законды тормошҡа ашырыу буйынса башҡарылған эштең төп йүнәлештәренең береһе – сәнәғәт предприятиеларында алтаҡталарҙың, мисәттәрҙең, штамп­тарҙың дөрөҫ тултырылышы. Комиссия эш барышында талаптар­ҙың үтәлешен тикшереү, методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында йыл әйләнәһенә баш ҡаланың сәнәғәт предприятиеларына рейдтар үткәрҙе», – тине Өфө ҡала хакимиәтенең сәнәғәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Егор Шангин һәм һәр айырым предприятие буйынса башҡарылған эштәрҙе, етешһеҙлектәрҙе билдәләп үтте.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға