03.06.2018 «Ашағым килмәй!»
Баланың яҡшы аппетиты – ата - әсә өсөн оло ҡыуаныс. Үҙем бешергән бутҡа, аштарҙы төбөнә тиклем ашап ҡуйған улымды һиҙҙермәй генә оло ҡәнәғәтлек менән күҙәтергә яратам. Ә бына аҙыҡтан баш тартҡан бала менән хәл бөтөнләй башҡаса. Һәр табын бала һәм әсәй араһындағы «көрәшкә» әйләнә. Баланы өгөтләйҙәр, әрләйҙәр, төрлөсә алдаҡ юл менән, юхалап ауыҙына ҡалаҡлап аш тығалар. Ҡыҫымға алынған бәләкәс, теләмәһә лә, ашарға мәжбүр. Баҡһаң, аппетитһыҙ ашауҙың файҙаға ҡарағанда зыяны күберәк икән. Бындай осраҡта, ашҡаҙан һуты аҙ бүленеп сығыу сәбәпле, бауырға ауырыраҡ тура килә – бәләкәстең аппетиты насар икән ни эшләргә?
«Ябалаҡ»мы, «һабантурғай»мы?
Нимә бирһәң, шуны валсығына тиклем ашап ҡуйған бала менән йән рәхәте. Тик һуңғы айҙарҙа Искәндәрҙең быға тиклем яратып ашаған аш-һыуынан баш тартыуы – ғәҙәти күренеш. Тәүҙә ауырып торамы икән, тип хәүефләндем. Сирле баланың аппетиты булмауы һис тә ғәжәп түгел. Шөкөр, балам һау-таҙа, нилектән был, тип белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалдым.
Иң тәүҙә баланың кем булыуына иғтибар итергә ҡушылған. «Ябалаҡ»мы әллә «һабантурғай»мы? Төнгө ҡошто, билдәле, йоҡларға һалыуы еңел түгел. Ул һуң уяна, тороу менән үк ашарға һорамай. Киреләнеп холоҡ күрһәтә, тип уйламағыҙ, «ябалаҡ» баланың аҙыҡ эшкәртеү системаһы ла хужаһы менән бергә һуңлап эшкә тотона. Тейешенсә миҡдарҙа үт һыуы эшкәртеп еткерә алмаған бауыр менән майлы кислотарҙы иретергә әҙер булмаған ашҡаҙан аҫты биҙе «ғәйепле» был осраҡта. Шуға күрә уртаһына һарыҡай май төшөрөлгән бутҡа йәки ҡурылған йомортҡа баланың күңелен болғата йәки уҡшыта. «Ябалаҡ» уяныуға сәғәт – сәғәт ярым үткәс, еңелсә йогурт, йөҙөм, сохарый, һыу йәки һут тәҡдим итегеҙ. Төшкө һәм киске аш ваҡыты ла, билдәле, бер аҙ һуңғараҡ күсә.
Минеке лә ошондай «ябалаҡ» булып сыҡты, йоҡонан уяныуға берәй сәғәттән үҙе тамаҡ һорап өҫтәл янына килә һәм тәрилкәһен ялтыратып уҡ ҡуя.
Хәрәкәттә – бәрәкәт
Баланы бер үк ваҡытта ашатыу үтә лә мөһим икән. Физиологтарҙың һүҙенә ҡарағанда, был организм аҙыҡ үҙләштереүгә алдан уҡ әҙерләнә башлаһын өсөн кәрәк. Табын араһында йыш ҡына кәнфит һурып, печенье-маҙар кимереп йөрөгән бәләкәстең ни өсөн аппетиты булмауына ғәжәпләнәһе лә түгел.
Балаға әҙерләгән ризыҡ яратып ашалырға тейеш. Ныҡ файҙалы булған аш-һыуҙан баш тартмаһын тиһәгеҙ, мәҫәлән, ауыл эремсеген блендер аша үткәрегеҙ. Был заманса көнкүреш техникаһы йәш балалы һәр йортта булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Йомшаҡ, ауыҙҙа иреп торған эремсек, тамаҡҡа төйөлөп йонсотҡан эреһенә ҡарағанда, әлбиттә, яҡшыраҡ. Блендер ярҙамында ауыҙына алмаҫ бауырҙы паштет, балыҡ итен кәтлиткә әйләндерергә була.
Шулай уҡ табынға матур итеп биреү алымын онотмағыҙ. Ябай бутҡаны төрлө емеш-еләк менән биҙәһәгеҙ, йөҙөмлө ҡояш, бананлы сәскә, сырлы машина эшләп ебәрһәгеҙ, бындай ризыҡлы тәрилкә балала мотлаҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ. Фантазияғыҙҙы эшкә егергә генә ҡала.
Баланың мауығып уйнаған еренән ашарға килеүе икеле. Уйынын бүлеп саҡырыуығыҙ талаш-тартышҡа әйләнеп китеүе бар. Бында, иғтибарын икенсе юҫыҡҡа йүнәлтеп, башҡа әйбергә әүрәтеп, табынға әйҙәргә кәрәк. Ғөмүмән, аппетит энергия ҡулланыу кимәленә бәйле. Балағыҙ саф һауала йүгерә, һикерә, уйнай икән, ул, телевизор янында әкиәт ҡарап ҡына ултырған балаға ҡарағанда, асығыуын нығыраҡ тоя һәм үҙе теләп ашай.
Аппетитты витамин да күтәрә
Ашау кимәле кешенең гормон кимәленән тора. Ата-әсәһе оҙон буйлы, эре һөйәкле булған бала, генетик яҡтан оҙон буй эләкмәгән тиҫтеренә ҡарағанда, күберәк һәм йышыраҡ ашай. Минең күҙәтеүемсә, тамаҡҡа битарафтар күберәк бәләкәй кәүҙәле, ябыҡ, аҙ хәрәкәтләнеүсән балалар араһында осрай. Ҡайһы берәүҙәргә ашау бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел һымаҡ, хатта яратҡан ризығын да семетеп кенә ашай ҙа – вәссәләм. Бындай бала ауырый, тип һығымта яһарға ашыҡмағыҙ, ул кәрәкле миҡдарҙа витамин һәм микроэлементтарҙы ҡабул итеп өлгөрә алмай. Шуға күрә, ата-әсәгә витаминдар тураһында уйланыу кәрәк.
Ашауҙан баш тартҡан балалар, ғәҙәттә, 4 – 6 йәш араһында була, тиҙәр. Ауырлығы, буйы нормаға тап килә икән, борсолорға урын юҡ – атай, әсәй, өләсәй өсөн тип көсләү урынһыҙ. Әгәр ҙә аппетитһыҙ көйөнсә, баш ауыртыуға зарланһа, тән ауырлығын юғалтһа, тиҙ арыһа, ныҡ тирләһә, эсе ҡатһа йәки китһә, кисекмәҫтән табибҡа күренегеҙ!