«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Иң яҡшы һүҙҙәр



23.05.2018 Иң яҡшы һүҙҙәр

Иң яҡшы һүҙҙәр
Был һүҙҙәрҙе балаға көн дә әйтеү файҙалы
1. “Мин һине яратам!” – балағыҙға 1 аймы, 18 йәшме – был һүҙҙәрҙе әйтеүҙән тартынмағыҙ. Иҫбатлау өсөн уның проб­лемаларына, һорауҙарына ҡолаҡ һалы­ғыҙ, иғтибар өсөн ваҡыт табығыҙ.
2. “Ярай әле минең ошондай улым (ҡыҙым) бар!” – бала саҡтан уҡ ул үҙенең кәрәк булыуын белеп үҫергә тейеш, бигерәк тә күп ғаиләлә үҫкән бала. Уға ата-әсә мөхәббәтенең барыһына ла етеүен аңлатырға кәрәк.
3. “Һин барыһын да булдырасаҡһың!” – ябай ғына мәсьәләнең дә бала өсөн ҡатмарлы булып тойолоуы бар. Ата-әсә һәр саҡ ышаныс белдереп торһа, ул үҙен ҡыйыуыраҡ тота.
4. “Бөгөн нимә эшләнең?” – көн һайын бирелгән һорауға өйрәнеп, үҙе үк нисек көн уҙҙырыуы тураһында һөйләй башлаясаҡ.
5. “Кил, ҡосаҡлайым!” – психологтар ба­ла­­ны көнөнә кәмендә өс тапҡыр ҡосаҡ­лар­ға ҡуша. Баҡһаң, ҡосаҡлашыуҙар стрес­­­ты кәметә, һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә.
6. “Мин һәр ваҡыт һинең яныңда буласаҡмын”, – ауыр хәлдәрҙә баланы үҫендереп торорға кәрәк. Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуығыҙҙы белдерегеҙ.
7. “Һин аҡыллы”, – баланың үҙ баһаһы түбән булмаһын.
8. “Рәхмәт!” – бәләкәй генә ярҙамы өсөн дә рәхмәт әйтергә онотмағыҙ, тырышлығын күрә белегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға