10.04.2018 Йәнә бер балалар баҡсаһында – башҡорт төркөмө
Ата-әсәләрҙең һорауы буйынса Шишмә районы Алкин шифаханаһы ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында “Ҡурай” башҡорт төркөмө асылды.
Төркөм асыуға балалар ҙа, ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр ҙә етди әҙерләнгән. Төркөмдә башҡорт милли мөйөшө – тирмәнең бер күренеше эшләнгән. Биҙәлеш тә, шәжәрәләр эленеп тороуы ла башҡорт мөхитен булдырыуға ярҙам итә. Кескәйҙәр туған телдә шиғырҙар һөйләп, йыр йырлап ишеттерҙе, дәртләнеп бейене.
Ата-әсәләр төркөм асыу тәҡдимен күтәреп алған баҡса мөдире Регина Ильясоваға рәхмәт һүҙен еткерҙе. “Ҡурай” төркөмөн тәжрибәле тәрбиәсе Зәлифә Вәлиева етәкләй.
Яңы асылған төркөмгә бүләктәр менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, ветеран педагог Мәрйәм Бураҡаева, Өфөләге 166-сы балалар баҡсаһы мөдире Гөлсара Килдеғолова килде. Шулай уҡ тантанала республиканың Мәғариф министрлығынан, Мәғарифты үҫтереү институтынан, Шишмә районының Мәғариф идаралығынан һәм район ҡоролтайынан вәкилдәр ҡатнашты.
“Алкин” шифаханаһы ауылы – Өфө янындағы “Үҙ йортом” социаль программаһы буйынса төҙөлгән 3 ауылдың береһе. Ауылда йәшәгән халыҡтың яртыһы – башҡорт милләтенән. 2015 йылда файҙаланыуға тапшырылған яңы “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында спорт залы, музыка бүлмәләре, рәсем төшөрөү студияһы бар. Бөгөн килеп тулыһынса йыһазландырылған баҡсала башҡорт мөхитенә урын табылыуы иһә – айырыуса ҡыуаныслы.
Балалар баҡсаһы мөдире Регина Ильясова билдәләүенсә, уларға үҙҙәренең ауылынан тыш, күрше-тирәләге Уҙытамаҡтан, Яңы Михайловканан, Алкин ҡасабаһынан да балаларын йөрөтәләр. Дүрт ауыл халҡының, тимәк, бөгөн балалары өсөн башҡортса белем алыуҙы һайлау мөмкинлеге бар.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты йыл башында башҡорт балалар баҡсаһы йәки балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асыуға өлгәшкән инициативалы ата-әсәләргә Өфөләге Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә дауаланыуға сертификат бүләк итеүе тураһында иғлан иткәйне. Был акцияны тәүгеләрҙән күтәреп алған һәм урындағы мәғариф етәкселәренә мөрәжәғәт итеп, төркөм асыуға өлгәшкән ата-әсәләргә ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов сертификат ҡына түгел, “Ҡурай” тәрбиәләнеүселәре өсөн бихисап уйынсыҡтар тапшырҙы.
Әйткәндәй, ошо уҡ акция нигеҙендә ошо арала Йылайыр район үҙәгендә лә башҡорт төркөмө асыла.
Балаларҙы үҙ телендә тәрбиәләү өсөн хоҡуҡи йәһәттән бер кәртә лә юҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Гөлсара Килдеғолова ата-әсәләрҙән быны талап итеп яҙылған ғаризалар кәрәк булыуын билдәләне. Ата-әсәләргә әүҙем булырға, ойошҡан рәүештә үҙҙәре йөрөгән баҡса мөдиренә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Май айында икенсе уҡыу йылына төркөмдәр туплау башлана.
Башҡорт төркөмө асыуға бәйле ғаризалар иҫәбе аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Шулай ҙа ауыл ерендә мөдирҙәр – 12, ҡалала 25 ғариза талап итеүе ихтимал. Закон буйынса иһә өс бала туған телендә белем алыуға теләк белдерһә, уларға түңәрәк формаһы булһа ла тәҡдим ителергә тейеш. Ил һәм Башҡортостан Конституцияһында ла был хаҡта асыҡтан-асыҡ яҙылған: һәр кем туған телендә белем алырға хоҡуҡлы!
Ә һеҙ, хөрмәтле йәмәғәт, балаларығыҙ баҡсала башҡорт телендә белем алһын өсөн ғариза яҙҙығыҙмы? Барыһы ла һеҙҙең ихтыярҙа. Әүҙемерәк булайыҡ! Башҡортостанда балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асыу байрам түгел, ғәҙәти эш булырға тейеш!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.