«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Һәр кешенең нәҫел ағасы – шәжәрәһе булырға тейеш!



21.03.2018 Һәр кешенең нәҫел ағасы – шәжәрәһе булырға тейеш!

Һәр кешенең нәҫел ағасы – шәжәрәһе булырға тейеш!
“Аҡбуҙат” журналы “Веселые картинки” журналы менән берлектә нәҫел ағасының макетын эшләгән. Уны балаларығыҙ менән тултырығыҙ. Ағас – тамыры, кеше нәҫеле менән көслө икәнен онотмайыҡ. Һәр бер кешенең нәҫел ағасы – шәжәрәһе булырға тейеш бит!

Тыуған еремдә халҡым
Йәшәгән ырыу-ырыу,
Тарихы урау-урау,
Шәжәрә – баш йорттары.

Данлы, батыр Юрматы –
Йүгәнле Аҡбуҙаты.
Һаҡмар, Яйыҡ араһы,
Үҫәргән – күҙ ҡараһы.

Иң боронғо Бөрйәндәр –
Ер-һыу менән бер йәндәр.
Түңгәүерҙәр, Тамъяндар
Ҡыпсаҡҡа таянғандар.

Дим тармағында Меңдәр
Табын, Ҡатайға тиңдәр.
Тарих хәтерен һаҡлайбыҙ,
Яңы быуатҡа атлайбыҙ.
(А. Ишҡолова).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға