«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Һүрәте – һүрәт…



10.02.2018 Һүрәте – һүрәт…

Һүрәте – һүрәт…
Күҙ генә тейәме?
Ата-әсәләр араһында баланың фотоһын интернетҡа элеү түгел, хатта башҡаларға сабыйын фотоға төшөрөргә рөхсәт итмәүселәр бар. Кемдер – дини ҡарашлы, икенсеһе – ғаиләһе тураһында мәғлүмәт таратырға теләмәгән йомоҡ кеше. «Бәләкәстең фотоһын интернетҡа ҡуйғайным, бик күп «лайк» йыйҙы. Тик икенсе көнөнә ул сәсрәп ауырып китте, әллә күҙ тейҙе инде?» – тип зарлан­ғандарын йыш ишетәһең. Бәлки, был осраҡлы хәлдер, ә бәлки, күҙһенгәндер.
Америка ғалимдары ла баланың фотоһын интернетҡа ҡуйыуға ҡырҡа ҡаршы. Уларҙың әйтеүенсә, был хәл насар һөҙөмтәләргә килтерә. Баҡһаң, яңы ғына тыуған бәпестең фотоһына барыһы ла һоҡланып ҡына ҡалмай, медицина күҙәтеүҙәре буйынса, артабан баланың аҡыл йә физик үҫеше ҡатмарлаша.
Әгәр ҙә һүрәт ҡуйылды икән, барлыҡ йәмғиәткә тәҡдим ителгән фото һеҙҙең шәхси документ ҡына булып ҡалмай. Әгәр балағыҙҙың фотоһы кемгәлер оҡшаһа, ул үҙенә күсереп алды, ти, ә унан – башҡаларға, таралыу процесын контролдә тотормон тимә! Шулай итеп, сабыйҙың һүрәте интернеттағы балалар фотоһы базаһына инеп тә китә. Берәү, балам популяр, тип ҡыуанһа, икенсе кешегә был бөтөнләй оҡшамаҫ.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар киҫәтеүенсә, күҙ тейеүҙән бигерәк, баланың яуыз уйлы кешеләр тоҙағына эләгеүе бар. Сөнки баланы мәсхәрәләүсе, ғүмерен ҡыйыусы осраҡтарҙың һәр дүртенсеһенә, статистика буйынса, интернет сәбәпсе икән. Шуға күрә педофил, маньяк кеүектәрҙән алыҫ тороу өсөн баланың фотоһын һәм уның тураһында мәғлүмәтте таратмаҫҡа өндәй именлек һаҡлау хеҙмәткәрҙәре.

Һәр кемдең шәхси эше
Әлбиттә, был – һәр кемдең шәхси эше. Шулай ҙа сама тигәнде онотоп ебәрмәҫкә кәрәктер. Ҡиммәтле яңы әйберҙе, уйынсыҡты, сит илдә ял иткән фотоһүрәтте ҡуйып, күптәргә маҡтаныу хас. Һәр яңы һәм ҡиммәтле әйберҙе күрһәтеп, баланы биләүҙән үк шапырынырға өйрәтәбеҙ һымаҡ.
Закон буйынса, ата-әсәнең (йәки опекундың) бала фотоһын интернетҡа урынлаштырыуға ҡаршылыҡтар юҡ, улар бындай хоҡуҡҡа эйә. Һәм улар фотоның хоҡуҡ эйәһе булып тора. Автор рөхсәтенән башҡа ул фотоны бер кем дә күсереп ала һәм киң мәғлүмәт сараларында ҡуллана алмай. Баланың фотоһын ҡулланыу өсөн ата-әсәнең яҙма рөхсәте (нотариуста раҫланған булһа, бигерәк тә яҡшы) кәрәк.
Шуға күрә теге йәки был дуҫтың балаһының фотоһын үҙеңә күсереп алғанда, уйланығыҙ. Киләсәктә дуҫтың дошманға әйләнмәйәсәген бер кем дә гарантияламай. Кисәге дуҫ, бөгөнгө дошман, балаһының фотоһын рөхсәтһеҙ шәхси битегеҙгә урынлаштырған өсөн судҡа биреп, әхлаҡи зыянды ҡаплатырға ҡушмаһын.

Бәлиғ булмаған баланың фотоһын интернетҡа ҡуйыр алдынан ошо ҡағиҙәләрҙе белеү ҡамасауламаҫ.
1. Ҡайһы берәүҙәр сит илгә осҡан самолетҡа алған билеттың фотоһын элеп ҡуя, унда документ белешмәләре лә күренеп тора. Балағыҙ тураһында рәсми мәғлүмәтте таратыу енәйәтселәрҙең эшен күпкә еңеләйтә.
2. Балағыҙ ҙурая килә оялырҙай фотоларҙы ҡуймағыҙ, уларҙың быны ауыр кисереүе бар. Бигерәк тә үҫмерлек осоронда.
3. Балағыҙ йыш була торған урындарҙың геолокацияһын күрһәтмәгеҙ. Төрлө спорт секцияһы, түңәрәк, мәктәп һ.б.
4. Шәрә, ярымшәрә фотоһын ҡуйыуҙан тыйылығыҙ. Ата-әсә өсөн ғәҙәти фото педофил кеүектәргә бөтөнләй башҡаса булып күренәсәк.
5. Ата-әсәнең ризалығынан тыш сит балаларҙың фотоһын ҡулланыу әхлаҡи яҡтан бер нисек тә аҡланмай. Хатта һеҙҙең улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ менән төшкән фото булһа ла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға