«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Психолог ярҙам итә



13.11.2017 Психолог ярҙам итә

Психолог ярҙам итә
Улымды компьютерҙан айыра алмайым
Улыма 15 йәш. Ул күп ваҡытын компьютер алдында үткәрә башланы. Саф һауала йөрөмәй тиерлек, хәрәкәтле уйындар ҙа ҡыҙыҡтырмай. Өйгә эштәренә илке-һалҡы ҡарай. Уҡытыусылар зарлана, уҡыуҙағы өлгәше менән ҡәнәғәт түгелдәр. Улым шелтәләрҙе ишетергә теләмәй. Ошо хәлдән нисек сығырға, кәңәш бирегеҙсе, зинһар!
Зилә ВАҺАПОВА.
Көйөргәҙе районы.

Хәл ябайҙан түгел, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һи­рәк осрай торған күренеш тип әйтеп булмай. Мәғлүмәт технологиялары йылдан-йыл үҫешкән, улар тормошҡа тығыҙ ингән осорҙа, күптәр ваҡытын компьютер ал­дында үткәрергә мәжбүр. Был насар ҙа, яҡшы ла түгел, бары заман ысынбарлығы.
Зилә ханым, әсәй булараҡ, улығыҙ өсөн борсолоуығыҙ тәбиғи хәл. Компьютер алдында күп ултырып һаулығына зыян килер, уҡыуы насарайыр, тип тә борсолаһығыҙҙыр. Улығыҙҙың компьютерҙан айырыла алмауының сәбәбе – уның социаль һәм эмоциональ яҡтан үҙендә ҡәнәғәтлек тапмауҙа. Икенсе төрлө әйткәндә, үҫмергә тормош биргән тәьҫораттар етмәй. Ә бына компьютер ярҙамында, йәғни интернет аша, ул сағыу эмоциялар ала: кешеләр менән йәнле аралашыу, виртуаль дуҫлыҡ, йәмғиәт баһалауы, маҡталыу һ.б. Интернет аша ул артыҡ көс һалмай ғына иҫ китерлек уңыштарға ирешә ала. Ысынбарлыҡтағы тормоштан айырмалы рәүештә, уға унда бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ. Компьютер уға дуҫ та, әңгәмәсе лә.
Яратҡан шөғөлө уҡыуында ярҙам да итә ала, шул уҡ ваҡытта ҡамасауларға ла мөмкин. Был осраҡты яйға һалыр өсөн улығыҙға компьютер биргәнде тормоштан алырға өйрәтегеҙ. Мәҫәлән, уйнарға яратһа, уға ҡыҙыҡлы булған компьютер уйыны алырға мөмкин. Ул уның ҡыҙыҡһыныусанлығын ҡәнә­ғәт­лән­дерергә, аң-белемен үҫтерергә, зиһенен асырҙай булырға тейеш.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: улы­ғыҙға нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул бала булып ҡала. Уны һеҙ генә яҡшы беләһегеҙ һәм ниндәйҙер кимәлдә йоғонто ла яһай алаһығыҙ. Мотлаҡ тыныс тонда дуҫтарса һөйләшегеҙ, уҡыуы, киләсәге өсөн бор­сол­ғанығыҙҙы әйтегеҙ. Улығыҙ быларҙың барыһы ла мөһим түгел тип һанай икән, киреһен иҫбатлағыҙ. Тик буш һүҙҙәр менән түгел, ә уны борсоған һорауҙарға дәлилдәр килтерегеҙ.
Был хәлдән икенсе төрлө лә сығып була. Улығыҙҙың уҡыуы менән ныҡлап ҡыҙыҡһынығыҙ. Уны компьютерҙан айырырҙай мауығыу­ҙар барлыҡҡа килтерегеҙ, һәләтенә ярашлы түңәрәк-секцияларға йөрөтөгөҙ. Бер­гәләшеп музейҙарға, күргәҙмәләргә йөрөргә, кино­фильм­дар ҡарарға мөмкин.
Радикаль саралар ҙа ҡулланырға була: компьютер менән шөғөлләнеүҙе тыйыу, яҡын ебәрмәү. Ләкин был осраҡта улығыҙҙың ышанысын, тоғролоғон юғалтыуығыҙ мөмкин. Был инде бик насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Тағы ла бер ысул бар: сиректе “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә тамамлаһа, компьютер алдында ултырыу ваҡыты сикләнмәйәсәк, тигән шарт ҡуйыу. Шулай ҙа бындай киҫкен саралар ҡулланмай ғына мәсьәләне хәл итергә тәҡдим итер инем. Улығыҙ менән яҡшы мөнәсәбәтте һаҡлау өсөн мөмкин тиклем асыҡ, ипле булығыҙ, һөйләшкәндә бер ҡасан да уның дәрәжәһен төшөр­мәгеҙ.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА, психолог.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға