«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Баш ҡалала – тағы бер мәктәп



21.12.2010 Баш ҡалала – тағы бер мәктәп

Баш ҡалала – тағы бер мәктәпӨфө ҡалаһында йылдан-йыл береһенән-береһе матурыраҡ, бере­һенән-береһе шәберәк яңы мәктәптәр файҙаланыуға тапшырыла. Быйыл ғына баш ҡалала биш белем биреү учреждениеһы сафҡа индерелгән, дүртәүһе тулыһынса яңырыу кисергән. Уҙған аҙнала республика Президенты Рөстәм Хәмитов Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан 159-сы яңы мәктәп менән танышты.
Дүрт ҡатлы ҙур белем усағы тыштан уҡ иғти­бар­ҙы үҙенә йәлеп итеп ултыра. Эстә иһә иркен коридорҙар, яҡты бүлмәләр, матур һәм заманса йыһаздар күҙҙең яуын ала. Мәктәп 825 уҡыу­сыға иҫәпләнгән. Ди­рек­тор Наталья Иван­цова әйтеүенсә, әлегә ата-әсәләрҙән 600-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Бигерәк тә шул уҡ районда урынлашҡан 38-се, 141-се мәктәптәрҙән балаларын яңы мәктәпкә күсерергә теләүселәр күп. Ни өсөн тигәндә, балалар һаны күп һәм улар икешәр смена уҡырға мәжбүр. Мәҫәлән, 38-се мәктәптә генә уҡыусылар һаны 245 процент­ҡа артыҡ.
Мәктәптә бер түгел, ике спорт залы бар, 400 кешегә иҫәпләнгән ҙур тамаша залы ла баш ҡаланың башҡа бер мәктәбендә лә юҡ. Заман технологияларына һәм санитар нормаларға яуап биреүсе ҡорамалдар менән йыһазлан­дырыл­ған ашханала бер юлы 275 уҡыусы туҡлана ала. Уҡыу бүлмәләре иһә компьютерҙар, интерактив таҡталар менән йыһазландырыл­ған. Хеҙмәт дәрестәрендә ҡыҙҙар өр-яңы теген машиналарында эшләй ала. Башланғыс синыфтар блогында оҙайтылған көн төркөмөндә шөғөлләнеү өсөн дә айырым бүлмәләр булдырыл­ған.
ҡыҫҡаһы, мәктәп бөгөндән уҡыусылар­ҙы ҡабул итергә әҙер. Әммә дәрестәр бында өсөнсө сиректән генә башланасаҡ. ҡышҡы каникул көндәрендә иһә уның буласаҡ хужа­ларын мәктәп менән таныштырырға, төрлө байрам саралары ойошторорға ниәтләйҙәр.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Владимир КАРАБАНОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға