«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Бәхеттәре нигеҙе – татыулыҡта



08.02.2017 Бәхеттәре нигеҙе – татыулыҡта

Бәхеттәре нигеҙе – татыулыҡта
Абдрахмановтар яратҡан һөнәрҙәрен эшкә әйләндереүе менән һөйөнә
Ғәҙәттә, ғаиләлә ир менән ҡатындың береһе генә фән юлын һайлай. Иптәшенең был шөғөлдө өнәп еткермәүе лә, киреһенсә, хуплап ярҙам итеүе лә бар. Ә бына ир менән ҡатын икеһе лә ғилми эшмәкәрлек менән булышһа, нисек икән? Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай, тиһәләр ҙә, бер ғаиләлә ике фән кешеһе килешә ала. Лена һәм Радмил Абдрахмановтар – тап шундай пар.

Быға тиклем Лена Нурислам ҡыҙы менән “Бәйләнештә” селтәрендә аралашырға тура килде. Уның менән былтыр илебеҙҙең төбәк энциклопедияларына арналған ғилми-ғәмәли конференцияла осраштыҡ.
– Хәйбулла районының Таштуғай ауылында тыуып үҫтем, – ти әңгәмәсем. – Тормош иптәшем иһә Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылыныҡы.
Лена һәм Радмил бер-береһен 2008 йылда Өфөлә осрата. Баш ҡала уртаҡ бит, кемдәрҙе генә таныштырмай һәм беректермәй. Ике йәш йөрәк 2010 йылда гөрләтеп туй яһай. Әле улар Булгаков ҡасабаһында йәшәй, ике бала тәрбиәләй. Улдары Данирға – алты, ҡыҙҙары Нургөлгә ике йәш тулған.
– Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағас, аспирантураға уҡырға индем, – ти Лена. – Етәксем Мирас Иҙелбаев булды, өс йылдан филология фәндәре кандидаты исемен яҡлауға өлгәштем. Радмил М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамланы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында уҡыны. Әле ул диссертацияһын яҡларға әҙерләнә, насип булһа, тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһен аласаҡ.
Абдрахмановтар икеһе лә вузды ҡыҙыл дипломға тамамлап, икеһе лә фән өлкәһендә эшләй. Яратҡан шөғөлдәре уларға аҡса ла килтерә – һөнәрҙәре фән һәм ғилем донъяһы менән тығыҙ бәйләнештә. Лена “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексында социаль-гуманитар фәндәр бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Радмил Рәмил улы – БР Милли әҙәбиәт музейында күргәҙмәләр бүлеге мөдире.
– Әлеге ваҡытта Мостай Кәрим энциклопедияһын әҙерләйбеҙ. Әҙиптең ижадын ентекле өйрәнәбеҙ, хаттарын, ҡулъяҙмаларын барлайбыҙ, ул аралашҡан кешеләр менән эш итәбеҙ. Ғилми эштән дә айырылырға ярамай – һәр ваҡыт конференцияларҙа ҡатнашырға, энциклопедистика фәне буйынса һуңғы яңылыҡтар менән танышырға кәрәк. Эшебеҙ шуны талап итә. 2010 йылда Башҡортостандың йәш ғалимдарына һәм йәш ғилми коллективтарына бирелгән грантты алыу бәхете тейҙе. Уны монография сығарыуға тотондом, – ти йәш ғалимә. – Иптәшемдең эше лә фәнгә бәйләнгән, телселәрҙекенә ҡарағанда тарихсыларҙың эҙләнеүҙәре тағы ла ҡатмарлыраҡ. Эштән ҡайт­ҡас, ваҡыт булһа, икебеҙ ҙә өҫтәл артына ултырабыҙ. Күбеһенсә ул йәки мин алмашлап шөғөлләнәбеҙ.
Көн дә ата-әсәһенең ҡағыҙҙарға, китаптар­ға күмелеп ултырыуын күреп, һөйләшеүҙәрендә төрлө фәнни һүҙҙәр ишетеп үҫкән ике бала ла ата-әсәһенең юлын һайламаҫ тимә. Данир китап уҡырға, һүрәт төшөрөргә ярата. Һеңлеһе лә ағаһын ҡабатлай.
Батырға ла, ғалимға ла ял кәрәк. “Буш ваҡытта сигеү сигәм, ирем китап уҡый, хоккей ҡарай. Икебеҙ ҙә – “Салауат Юлаев”тың көйәрмәндәре, матчтарын ҡалдырмайбыҙ. Балалар ҙа шуға әүрәй. Күмәкләшеп театрға йөрөргә яратабыҙ, кино ҡарайбыҙ, – ти хужабикә. – Йәй көндәре ауылда үтә, ҡайны-ҡәйнәмә бесән әҙерләшергә барабыҙ. Туғандар менән тәбиғәткә сығабыҙ”.
– Артабан да икебеҙгә лә ғилми эште ташламаҫҡа ине, – ти Лена Нурислам ҡыҙы. – Бер-береңде аңлап йәшәргә, татыу булырға, икебеҙгә бер юлдан йәнәшә атларға кәрәк. Шулай булғанда, моғайын, эшебеҙҙең һөҙөмтәләре күренмәй ҡалмаҫ тип уйлайым.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға