27.09.2016 “Йөрәгемде балаларға бирәм”
Йәмғиәттә тәрбиәсе мөһим урын алып тора. Ҡалабыҙҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында балалар донъяһын аңлаған, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән хеҙмәткәрҙәр күп. Төрлө ғаиләнән йыйылған балаларҙы бер коллектив итеп тәрбиәләү, тәбиғи һәләттәрен асыу һәм үҫтереү тәрбиәсе иңенә төшә. Һүҙем бына ошо һәләткә эйә булған Лилиә Иманғолова тураһында.
Лилиә бәләкәйҙән дуҫ-иштәре менән уҡытыусы булып уйнарға ярата. Ҡалабыҙҙың 25-се башҡорт гимназияһында 9-сы класты тамамлағандан һуң балалар менән эшләү хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында педагогия колледжына уҡырға инә. Ҡулына диплом алыу менән йәш белгес 44-се балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. Туғандары араһында ла уҡытыусылар булғанға балалар менән эшләү Лилиә Кәбир ҡыҙына яҡын.
Ситтән тороп Силәбе дәүләт педагогия университетында педагог-психолог һөнәрен үҙләштерә. Артабан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеп, уны ла уңышлы тамамлай ҡыҙ.
Яратҡан һөнәре Лилиә Кәбир ҡыҙы өсөн көндәлек эш кенә булып ҡалмай, үҙен төрлө яҡлап үҫтереү өҫтөндә лә эшләй. Ул 2012 йылда ҡалабыҙҙа үткән “Йыл тәрбиәсеһе” конкурсында ҡатнашып, икенсе урынды яулай. Был уның өсөн ҙур еңеүҙәрҙең береһе. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн бихисап Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Юғары категорияға эйә булған тәрбиәсе инде 4-се төркөмдө сығарылышҡа әҙерләй. Лилиә Иманғолова ире менән малай үҫтерәләр.
– Балаларҙы үҙ сабыйыңдай яратһаң ғына эшеңдә уңып була. Улар менән булғанда үҙемде кескәйҙәр кеүек хис итәм. Ауырып йөрөһәм дә ялға сығырға тырышмайым, сөнки уларҙы йәлләйем. Ҡайһы саҡта тәрбиәләнеүселәргә ҡарағанда улыма әҙерәк иғтибар биргән кеүек тойола. Теләгем шул: беҙ биргән тәрбиә эше өйҙә лә дауам ителһен ине. Мөдиребеҙ Наталья Васильевнаға, өлкән тәрбиәсебеҙ Надежда Николаевнаға ҙур рәхмәт. Уларға ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙерҙәр, – ти Лилиә Кәбир ҡыҙы.
Балалар ҡыҫҡа ғына ваҡытта баҡсала үҙҙәренә яңы дуҫтар табып, тәрбиәселәрен әсәләре кеүек яратып та өлгөрә. Сабыйҙарҙың психологияһын тиҙ аңлау, уларҙы бер-береһенә яҡынайтыу һәм дуҫлаштырыу юлдарын белә Лилиә. Ул ғына ла түгел, ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Лилиә Кәбир ҡыҙының кәңәштәре, бай фантазияһы менән һәр байрам: Көҙгө уңыш, Яңы йыл, Әсә көнө кеүек тантаналар балаларҙың хәтерендә ҡалырлыҡ итеп, күңелле үткәрелә.
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы.