«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Күңелдәргә һалынған рухи орлоҡ мул емеш бирһә – шул бәхет…



27.09.2016 Күңелдәргә һалынған рухи орлоҡ мул емеш бирһә – шул бәхет…

Күңелдәргә һалынған рухи орлоҡ мул емеш бирһә – шул бәхет…
27 сентябрь – Тәрбиәсе һәм бөтә мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө

Заманында интернатта йәшәп белем алған атайым бала саҡ һәм үҫмер йылдары хаҡында йыш телгә ала. “Вәт, исмаһам, тормош мәктәбе. Бәләкәйҙән үҙеңде кеше араһында тотор­ға, таҙалыҡ һәм тәртип булдырырға өйрәнәһең. Тора-бара күркәм сифаттар аша үҙаллылыҡҡа һәм лидерлыҡҡа юл яраһың…” Һәм барлыҡ уңыштарҙың башында кем тора? Әлбиттә, тәрбиәсе. Хәйер, интернат тәрбиәселәренең эш нескәлектәрен күптәр белеп тә бөтмәй. Ишетеп-белгәндәре иһә бер яҡлы ғына аңлай торғандыр… Хеҙмәт­тәренең үҙенсәлеге ниҙә? Иңдә­ренә ниндәй бурыс һалынған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Сибай ҡалаһы гимназия-интернатының тәрбиәселәр кафедраһы эшмәкәрлегенә байҡау яһарға тырыштыҡ та инде.
Илле биш йыллыҡ тарихҡа эйә булған белем усағы шул ваҡыт эсендә әллә күпме малай-ҡыҙға ныҡлы ҡанат ҡуйып, төрлө киңлеккә осорҙо. Бар йәһәттән сыныҡҡан ҡошсоҡтар бирешәме ни? Уларҙың күпселеге тормошта юғалып ҡалмай, үҙ урынын табып, илебеҙ һәм халҡыбыҙ мәнфәғәтенә тос өлөш индерҙе. Бөгөн дә сығарылыш уҡыусыларының йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәүе маҡтауға лайыҡ.
– Интернат электән көслө тәрбиәселәре менән дан тотто. Дилә Әҙеһәмова, Нәйлә Бикбова, Долия Сәйетова, Ғәлиә Әхмәтова, Ләлә Әминева – беҙҙең остаздарыбыҙ. Улар беҙгә һөнәр серҙәрен тулыһынса асырға ярҙам итте. Әлеге ваҡытта ла уларҙың эш алымдары менән эшләп киләбеҙ, – тип тәрбиәселәрҙең ғорурлыҡ кисереүе ошо хаҡта һөйләй түгелме?
Әйткәндәй, бөгөн белем биреү учреждениеһында йәмғеһе 16 тәрбиәсе эшләй. Шуларҙың яртыһы тиерлек ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен ошо һөнәргә арнаған. Ара­ларында “БР-ҙың мәғариф алдын­ғыһы” исемен йөрөтөүселәр ҙә, юға­ры категорияға эйә булыусылар ҙа, төрлө конкурстарҙа еңеү яулаусылар ҙа бихисап. Мәҫәлән, 2012 йылда республикала тәүге тапҡыр үткән тәрбиәселәр ярышында Мәр­йәм Сәлихова еңеүсе тип та­был­ған. Ике йылдан Гөлмәрйәм Йо­сопова 3-сө урын яула­ған. Былтыр иһә Нурия Туйсинаға етеүсе булмаған.
Мәктәптәрҙән айырмалы рәүештә, гимназия-интернат система­һында һәр уҡыусы өсөн тәрбиәселәр яуап бирә. Йәғни уҡыусыларҙың өлгәш кимәленән башлап, дәрестән тыш ваҡыттарын да ойоштороу ҙа уларҙың иңенә һалынған. Хатта быныһын иң мөһиме тип әйтергә мөмкин.
– Малай-ҡыҙҙар иртәнге сәғәт 7-лә зарядкаға йыйыла, – ти, уҡыу­сыларҙың көн графигы менән таныштырып, өлкән тәрбиәсе Гөлфиә Хә­митйән ҡыҙы Йәнтилина. – Дәрес­тәрҙән һуң барлығы 22 түңәрәк-секция эшләй. Аҙнаһына бер тап­ҡыр ҡаланың мәҙәни-ял итеү уч­реж­дениеларына экскурсия ойошторола. Сәғәт 4-тә барлыҡ кластар ҙа үҙ аллы әҙерлеккә – өйгә эштәрҙе башҡарыу өсөн кабинеттарға йүнәлә. Йәғни иртәнсәк уҡыуға оҙатып ҡалыуҙан алып әүен баҙарына киткәнсе, шул иҫәптән көнөнә биш тапҡыр ойош­торол­ған туҡланыу мәлендә лә тәрбиәсе ҡарауында була уҡыу­сылар.
Яңы ғына 5-сене бөтөп, атай-әсәй ҡосағынан, тыуған ауылынан айырыл­ған баланың әүҙемлеген арттырыу, һәләтен асыу йәһәтенән маҡсатлы эштәр башҡарыла. Төрлө темаға ойошторолған әңгәмәләр, класс сәғәттәре, күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар, театр, ки­ноға йөрөтөү уҡыусыларҙың донъяға ҡарашын киңәйтмәй, фекерләү ҡеүәһен үҫтермәй ҡалмай. Улар Сибайҙан алыҫ булмаған Бөрйән, Арҡайым, Темәс һәм баш­ҡа төбәктәр­ҙәге тәбиғәт һәйкәлдәренә, профессиональ йүнәлеш алыу маҡсатында Өфө, Магнито­горск ҡалаларына йыш барып тора. Әйт­кәндәй, тәрбиәселәр поход-экскурсияларҙы ойоштороуҙы һәр ваҡыт хуплаған, ярҙам иткән гимназия-интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбоваға сикһеҙ рәхмәтле.
Үрҙә интернатты тормош мәктәбенә тиңләп, шәхес тәрбиәләү юҫығындағы әһәмиәтен әйтә биреберәк ҡуйғайныҡ. Ысынлап та, уҡыу­сыларҙың уҡыу кабинеттарында, йәшәгән бүлмәләрендә үҙҙәре тәртип булдырыуын, ашханала сират буйынса дежур итеүҙе иҫәпкә алғанда, уларҙың хеҙмәткә һәм үҙаллылыҡҡа өйрәнеүе маҡтауға лайыҡ. Ә бына Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы кө­нөнә арнап уҙғарылған сара үҫеп килеүсе быуындың күңелендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүе менән әһәмиәтле. Шулай булмай, бар гимназия хор менән республикабыҙ Гимнын башҡарһын әле?! Рес­публика көнөнә арнап үткәрелгән йәрминкә лә, гимназистар парады ла, сәләмәтлек көнө лә – барыһы ла юғары кимәлдә уҙғарыла.
Тағы ла шуныһы: белем усағында үҙидаралыҡ эшләп килә. Эйе, бын­да президент, төрлө сектор һайлап ҡуйыла. Һайлау тигәндәй, улары бында ла ҡыҙыу төҫ ала икән. Башта президентлыҡҡа кандидаттар күр­һәтелә. Агитация эше алып барыла, дебаттар үтә. Айы­рым билдәләнгән көндә сара уҙғарыла, ҡумталарға бюллетендәр төшөрөлә һәм президент һайланып та ҡуйыла.
– Тәрбиәсе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? – тип, яуап ар­тынан әңгәмәселәремә төбәләм.
– Тәү сиратта, әлбиттә, балалар­ҙы яратыу мөһим, – ти тәжрибәле Сулпан Ғәйнислам ҡыҙы Илем­бәтова. – Ваҡыт менән иҫәпләшмәү, һәр береһен үҙеңдеке кеүек күреү ҙә һөнәреңә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.
– Ата-әсәләр менән яҡшы бәйләнеш булдырылған. Һәр береһенең ғаиләһен яҡындан беләбеҙ. Бала­лар ҙа тәрбиәселәрҙе икенсе әсәй кеүек күрә, тип һүҙгә ҡушыла Рәүилә Ишбулды ҡыҙы Кәримова.
– Элекке сығарылыш уҡыусылары менән дә аралашып торабыҙ. Үҙ өйөбөҙгә ҡайтҡан кеүек булабыҙ, тип интернат юлына саң ҡундырғандары юҡ, – тип әңгәмәне хуплап ҡуя Нурия Нуриман ҡыҙы.
Шуны әйтеү мөһим: һәр тәрбиәсенең үҙ эш йүнәлеше бар. Мәҫәлән, берәүҙәр гимназистарға бәләкәйҙән шахмат-шашка кеүек интеллектуаль уйындарҙы өйрәтә, икенселәр халыҡ педагогикаһы нигеҙен төптән өйрәтеүҙе маҡсат иткән, өсөнсөләр иһә илһөйәрлек тәрбиәләүгә иғтибар бирә.
Шулай итеп, донъялағы ниндәй генә һөнәрҙе алһаң да, үҙ нескәлеге һәм үҙенсәлеге бар. Мәҫәлән, төҙөүсе, эшен тамамлағас, һөҙөмтәһенә ҡыуанып, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерә. Ә тәрбиә эшенең һөҙөмтәһе иһә тәү ҡарамаҡҡа күҙгә күренеп бармаған кеүек. Әммә, күңелдәргә һалынған рухи орлоҡ тиҫтә йылдарҙан мул емеш бирәсәк бит. Үҙҙәре әйтмешләй, тәрбиәләнеүселәренән рәхмәт һүҙҙәре ишетеүҙән дә ҙур бәхет бармы икән?

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.

Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға