19.09.2016 Йыһан киңлектәрен үҙ итеп
Стәрлетамаҡ уҡытыусыһы йәйҙе фән менән шөғөлләнеп үткәргән
Заманса технологиялар, интернет заманында белемен камиллаштырырға теләүселәр өсөн киң мөмкинлек бар. Уларҙы файҙаланып, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатының физика уҡытыусыһы Илдар Гилфан улы Ҡаҙнабаев былтырғы уҡыу йылында Швейцарияла ЦЕРН-да, йәғни физика фәненең иң һуңғы яңы асыштарға булышлыҡ итеүсе донъялағы иң ҡиммәтле, ҙур эксперименталь ҡорамалы – Ҙур адрон коллайдерының эше менән танышып, элементар өлөшсәләр физикаһы өлкәһендә үҙ белемен камиллаштырып ҡайтҡайны. Быйыл йәй иһә ул Америка Ҡушма Штаттарындағы Ракета һәм йыһан үҙәгендә астронавтар әҙерләү курсын үтеп ҡайтты.
HESA йыһан академияһы (Honeywell Educators @ Space Academy) – Honeywell компанияһының Ракета һәм йыһан үҙәге менән берлектә ойошторолған халыҡ-ара белем биреү программаһы. Академияның маҡсаты – уҡытыусыларға STEM фәндәрен, йәғни математика һәм тәбиғәт фәндәрен өйрәтеүҙә ярҙам, булышлыҡ итеү. Программа 2004 йылда барлыҡҡа килгән, Рәсәй уҡытыусылары тәүге тапҡыр 2014 йылдан ҡатнаша башлаған. Унда бөтә донъянан йыл һайын икешәр сменала 200 уҡытыусы ҡатнаша, уларҙың өстән бер өлөшө – АҠШ-тан тыш, башҡа илдәрҙән. Быйыл 25 илдән уҡытыусы булһа, Рәсәйҙән ике кешегә бындай бәхет эләккән. Барлыҡ уҡытыу программаһы, туҡланыу, йәшәү һәм хатта ҡатнашыусының юл сығымдарын Honeywell компанияһы үҙ өҫтөнә ала.
Ракета һәм йыһан үҙәге – Алабама штатының Хантсвилл ҡалаһындағы НАСА ойошмаһының күргәҙмә үҙәге, донъялағы авиация һәм космонавтика буйынса иң ҙур музей-комплекс. Ул 1970 йылда АҠШ-тың йыһан программаһының “атаһы” Вернер фон Браун тәҡдиме буйынса ойошторола. Үҙәктең маҡсаты – йәмғиәтте космонавтика тарихы менән таныштырыу, аңлатыу эштәре алып барыу. Комплекста Америка йыһан программаһының ракеталары, йыһан караптары, төрлө ҡорамалдар, экспонаттар һәм тарихи документтар тупланған. “Шаттл” карабының һәм халыҡ-ара йыһан станцияларының күнекмәләр үткәреү өсөн ысынбарлыҡтағы моделдәре, астронавтарҙы йыһанға әҙерләү тренажерҙары булдырылған. Мәҫәлән, мәктәп уҡыусылары өсөн йыл әйләнәһенә бер аҙналыҡ космонавтика, авиация һәм йыһан робот техникаһы йүнәлеше буйынса профиль лагерҙар эшләй. Унда улар үҙҙәрен астронавт, пилот ролендә һынап ҡарай, йыһанға әҙерлек күнекмәләре үтә, STEM буйынса төрлө проект эштәре башҡара. Үҙәктең мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ҡатнашыусыларҙың 88 проценты лагерҙан һуң STEM йүнәлешен һайлаған, ә 77 проценты үҙ карьераһын фән һәм технология өлкәһе менән бәйләгән.
Шул уҡ ваҡытта өлкәндәр, инвалид балалар, ғаиләләр өсөн лагерҙар ҙа ҡаралған. Улар араһында уҡытыусылар программаһы айырыуса мөһим урын алып тора. Сөнки АҠШ 2030 йылда Марс планетаһына аяҡ баҫырға иҫәп тота. Был мөһим миссияны 15 – 20 йылдан әлеге ваҡытта урта мәктәптә белем алған уҡыусылар үтәйәсәк. Тимәк, уларҙы хәҙерҙән космонавтика менән бәйле фәндәр менән ҡыҙыҡһындырыу, тәрбиәләү һәм әҙерләү кәрәк. Әлбиттә, был бурысты тәү сиратта уҡытыусылар башҡара.
Уҡыу программаһы астронавтарҙы йыһанға әҙерләү курсы форматында төҙөлгән. Килеүселәрҙе ете төркөмгә бүлеп, үҙ-ара ярыш формаһында үткәрелгән. Илдар Гилфан улы АҠШ, Индонезия, Малайзия, Филиппин һәм Көньяҡ Африка республикаһы вәкилдәре менән бер командала булған. Йыһан академияһында улар STEM фәндәрен уҡытыуҙа яңы алымдар менән танышҡан, төрлө проект эштәре башҡарған, симуляцияла йыһан миссияларын үтәгән һәм йыһандан ҡайтҡан астронавтарҙы ҡотҡарыу сараларында үҙҙәрен һынап ҡараған. Мәҫәлән, бер миссияла төркөмдөң һәр ағзаһы үҙ вазифаһын үтәгән, берәүҙәр – осоштар менән идара итеү үҙәгендә, икенселәр – “Шаттл” карабында. Ә Илдар иһә американ коллегаһы менән миссия белгестәре сифатында Айҙағы йыһан станцияһын хеҙмәтләндергән. Улар станцияның кислород, водород баллондарын алмаштырған, тимер сымдың өҙөгөн табып ялғаған, ҡояш батареяһы панелдәрен урынлаштырған. Уның әйтеүе буйынса, Ерҙә көндәлек үтәгән эште ай гравитацияһы имитацияһы шарттарында башҡарыу күпкә ауыр икәнен үҙ иңендә татыған. Астронавты йыһанға әҙерләү күнекмәләренән иң иҫтә ҡалғаны – күп күсәрле тренажер. Илдарҙы күсәре гел үҙгәреп торған йыһазда төрлө яҡҡа әйләндергәндәр. Был күнекмә астронавты критик шарттарҙа ла үҙ-үҙен тота белергә, ҡаушап ҡалмай, карапта приборҙар менән эш итергә әҙерләй. Белеүебеҙсә, беҙҙең космонавт Юрий Гагарин атмосфераға инер саҡта уның карабы 10 минут буйына секундына бер әйләнеш тиҙлегендә өйрөлгән. Программаның һөҙөмтәһе буйынса беҙҙең ҡатнашыусыбыҙҙың командаһы “Иң яҡшы миссия” номинацияһында еңеүсе булған.
– Бындай уңыштың сере төркөм ағзаларының бер-береһенә терәк булып, үҙ-ара бик тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, һәр кемдең үҙ эшен юғары кимәлдә башҡарыуына бәйле булды, – ти Илдар.
Академияла уҡытыусылар алдында АҠШ-тың йыһан программаһы башланғысына өлөш индергән астронавт һәм инженер ғалимдар үҙ иҫтәлектәре, тәьҫораттары менән бүлешкән. Улар Советтар Союзының йыһан ярышында һәм технологияла ысынлап та беренселектә булыуын телгә алған. Хәҙер ҙә донъяла Рәсәй ракеталарының иң яҡшыһы икәнен таныйҙар. Айырыуса беҙҙең юлдаштың Америка ҡитғаһы өҫтөнән ике аҙна буйы сигнал биреп үтеүе күңелдәрендә ныҡ уйылып ҡалған.
Академияға конкурс аша донъяның төрлө иленән үҙ эшен яратҡан, тәжрибәле, ҙур ҡаҙаныштары булған уҡытыусылар йыйылған. Илдарҙы коллегаларының алсаҡлығы, ихласлығы, аралашыусанлығы, күңелендә һаман ҡыҙыҡһыныусан бала кеүек булыуы хайран ҡалдырған. Программала ҡатнашҡанда тел барьеры булманымы, тип һорауыма Илдар: “Бәхетемә күрә, мәктәптә инглиз теленән төплө белем бирҙеләр”, – тип яуап бирҙе. Әйткәндәй, ул тормошта гел генә инглиз телен файҙалана. Мәҫәлән, физиканан берәй тәбиғәт күренешенең асылына төшөндөрөр өсөн йыш ҡына инглиз телендәге компьютер моделдәрен ҡуллана. Сөнки, мәғлүм булыуынса, руссаға ҡарағанда, инглиз телендә хатта уҡытыу буйынса бик күп яҡшы, сифатлы, ҡыҙыҡ материал табырға була. Уның ғилми эҙләнеүҙәр өлкәһе лә физиканы инглиз теле менән берҙәм уҡытыуға йүнәлтелгән һәм был йүнәлештә юғары уҡыу йортон тамамлағанда диплом эше лә яҡлаған.
Илдар Гилфан улы, йәш булыуына ҡарамаҫтан, лицей-интернатта профилле физиканы уҡыта һәм уҡыусыларына төплө белем бирә. Быны бер нисә йыл рәттән уның уҡыусыларының берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуында һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призлы урындар алыуында күрәбеҙ. Мәҫәлән, һуңғы уҡыу йылында республика буйынса дүрт уҡыусыһы – физиканан, бер уҡыусыһы астрономиянан еңеүсе һәм призер булған. Уҡыусылары менән дәрестән тыш та әүҙем эшләй, төрлө саралар үткәрәләр, тикшеренеү һәм проект эштәре башҡаралар, лицей-интернаттың йыл һайын көтөп алынған “Фәндәр фестивале”ндә ҡатнашалар. Унда балалар төрлө ҡыҙыҡлы тәжрибә күрһәтә, асыштар яһай һәм белемен ғәмәли яҡтан арттыра. Проект эштәре менән донъя кимәленә сыҡҡандары ла бар: АҠШ-тың Хьюстон ҡалаһындағы I-SWEEEP проекттар олимпиадаһында көстәрен һынап, номинация алһалар, Истанбул ҡалаһында уҙғарылған INEPO халыҡ-ара экология проекттары олимпиадаһында бронза миҙал яулағандар.
Уҡыусыларында фәнгә ҡарата шундай ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тыуҙырған, илһөйәрлек рухы тәрбиәләгән 3-сө башҡорт лицей-интернаты беҙҙең республика мәктәптәре араһындағы “Топ – 30” рейтингында юҡҡа ғына 4-се урын биләмәйҙер. Рейтингта республика мәктәптәренең һуңғы өс йылғы һөҙөмтәләре иҫәпкә алынған. Сөнки татыу, берҙәм мәктәп коллективының мәғариф өлкәһендәге бөтә яңы алымды ҡулланып, киләсәк быуын уҡыусылары тәрбиәләүе хаҡында уларҙың үткән уҡыу йылындағы Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һөҙөмтәләренән сығып әйтә алабыҙ: республика этабында – 27, ә Рәсәй кимәлендә ике еңеүсе бар.
Илдар Гилфан улы Ҡаҙнабаев Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып үҫкән. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика һәм математика факультетын тамамлаған. Ҡатыны Динара ла мәғариф белгесе, шуға ла иренең эшен яҡшы аңлап, уға кәңәшсе лә, ярҙамсы ла булып тора. Бәхетле атай-әсәй Зөлхизә һәм Рәсүл исемле балалар үҫтерә.
– Барлыҡ башланғыстарыма илһам биреүсе, һәр эшемдә таяныс булған ғаиләмә рәхмәтлемен. Улар – минең тормош шатлығым, – ти Илдар Ҡаҙнабаев.
Нургөл ШӘРИПОВА.