«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Бәхетле исем буламы?



02.08.2016 Бәхетле исем буламы?

Бәхетле исем буламы?йәки Балаларыбыҙға яҙмышты үҙебеҙ яҙабыҙ


Ҡайһы берәүҙәр, бәхетле булғың килһә, исемеңде алмаштыр, тиҙәр. Был тормошта өлгөрөргә тырышып күпме йүгерһәң, тырышһаң да, донъяң алға бармай, аҙым һайын уңышһыҙлыҡ көтөп тора, уңыш арты менән боролған кеүек икән, бәлки, ул исемегеҙгә бәйлелер? Кеше үҙенең исемен алмаштырып, яҙмышты үҙе яҙа ла икән, баҡһаң. Исем дә, фамилия ла мәғәнәле, яңғырауыраҡ булһа, көс, энергия бирә, имеш.

“Нар”ҙы “нур”ға үҙгәртә

Дин ҡушыуы буйынса Гөлнара исемен Гөлнурға үҙгәтеүселәр барлығын беләм. Дин әһелдәре: “Исемдә “нар” һүҙе булмаҫҡа тейеш. Ул утты аңлата, яндырып үлтереүе мөмкин”, тип әйткәс, мулланан яңы исем ҡысҡыртҡан.
Минең бер рус танышым бар, ул 16 йәштә исемен алмаштырған. Үҫмер саҡта уҡ сәләмәтлеге ҡаҡшай, йыл да дауаханала ята. Бер шәфҡәт туташы, уның аналыҡтың яман шешенән үлгән өләсәһенең исемен йөрөтөүен белгәс, исемен алмаштырырға кәңәш бирә. Һәм, ысынлап та, мөғжизәле хәл – яңы исем аҫтында ҡыҙ һаулыҡҡа туйып ҡала, ваҡыты еткәс, кейәүгә сыға һәм балалар таба.
– Ысынлап та, мәсеткә бик күп кеше исем алмаштырыу өсөн килә, – тип һөйләй Абдрахман хәҙрәт (ата-әсәһе ҡушҡан исеме – Альберт). – Ҡайһылары, тормошта ауырлыҡтар тыуҙы, ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар артты, ти. Икенселәр, әбейгә барҙыҡ, исемең йәмһеҙ, ауыр икән, үҙгәрт, тигәнгә килдек, тип яуаплай. Өсөнсөләр, сихыр, боҙом теймәһен өсөн яңы исем кәрәк, ти. Шулай ҙа, мәғәнәле, төплө исем икән, уны үҙгәртергә кәрәкмәй. Исем алмаштырыу икенсе көнөнә тормошоң яҡшыға үҙгәреү, тигән һүҙ түгел. Иң беренсе тәрбиәбеҙҙе, әхлағыбыҙҙы күркәмләндерергә кәрәк. Ғүмер буйы исем алмаштырырға теләнем, был аҙымды айыҡ аҡыл менән яһайым, тиеүселәргә ҡаршы килмәйбеҙ. Ә инде ата-әсә биргән матур, мәғәнәле исемде алмаштырыу күркәм ғәмәл түгел. Кешегә бәхетһеҙлек теләгән, мәғәнәһе боҙоҡлоҡҡа, насарлыҡҡа өндәгәндәрҙе генә яңыртырға кәрәк. Кеше исемен алмаштырырға теләй икән, был дин тарафынан рөхсәт ителә торған ғәмәл. Исемде алмаштыр­ғанда мулла ҡушырға тейеш, китапта, кеше ҡиәмәт көнөндә йүргәк исеме менән түгел, ә икенсеһе менән саҡырылыр, тигән.
Исем алмаштырып уңышҡа, бәхеткә яҡынайып булһа, фамилияны, шәжәрәлә булмаған олатай­ҙарыңдың исеменән тыш, икенсегә алмаштырыу кәрәкмәй­ҙер, минеңсә. Сөнки фамилияны үҙгәртеү быуындар сылбырын өҙә. Ә ҡатын-ҡыҙға килгәндә, кейәүгә сығыу менән, беҙ үҙ иңебеҙгә башҡа ғаилә йөгөн һалабыҙ. Ирҙең фамилияһын алып, ошо нәҫелдең барлыҡ уңыштарын да, етешһеҙлектәрен дә ҡабул итәбеҙ.

Йәшерен код

Психологтар исем алмаштырыу­ҙы “программалау” тип атай. Һәр кем исемен яҡшылыҡҡа өмөтләнеп үҙгәртә, үҙен киләсәккә “программалай”. Исем алмаштырыу яңынан тыуыу менән бер, тимәк.
Исем алмаштырыу ябай кешенән бигерәк, “йондоҙҙар” араһында киң таралған. Улар яңғырауыҡлы, тиҙ иҫтә ҡалырлыҡ псевдоним уңыш килтерә, тип иҫәпләй.
Кеше менән танышҡанда үҙ исемен әйтергә теләмәүселәр, йәки бүтән исем әйтеүселәр була. Был ғәҙәти хәйлә генә түгел, баҡһаң, ә яҙмышың өсөн борсолоу икән. Боронғолар кешенең исемен белеү уның яҙмышы менән идара итергә ярҙам итә, тип һанаған. Кеше менән танышҡанда беҙҙә ата-баба инстинкты уяна. Таныш түгел кешегә үҙ исемеңде атау уға ышаныу, үҙеңде асып һалыу тигән һүҙ. Таш быуатта кешенең исеме сер булған, уға көндәлек тормош өсөн ҡушамат таҡҡандар. Әйткәндәй, африка, әзербайжан, төркмән халыҡтарында был ғәҙәт бөгөн йәшәй. Уларҙа “яуыз көс”тө ҡыуыусы исемдәр ҡулланыла.
Белгестәр ауырлы ҡатындарға, балаға йән инеү менән төрлө исемдәр менән өндәшергә ҡуша. Балалар йортонан алынған баланың да исемен алмаштырырға кәрәк, тиҙәр. Элеккеһе уға бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ килтермәгән, яңы тормош башлағанда яңы исем мотлаҡ, тип иҫәпләй ҡайһы берәүҙәр.
Яңы тыуған балаға үлгән туғанының исемен ҡушырға ярамай, тигән һынамыш бар. Беҙҙең халыҡта ата-әсәгә олатай-өләсәй­ҙәре тере булған осраҡта уларҙың исемен бирергә ярамай – ейән менән олатайҙың, ейәнсәр менән өләсәйҙең мөнәсәбәттәре кире буласаҡ.

Ситтәргә эйәреп

Улыбыҙ тыуғас, балаға исем һайлау буйынса бәхәстәр күп булды беҙҙең ғаиләлә. Ирем ҡаты торҙо, уға Искәндәр исеме оҡшай! Үҙемсә мәғәнәле мосолман исемдәрен уйлап йөрөһәм дә, тормош иптәшем бүтән вариантты ишетергә лә теләмәне. “Искәндәр исемен йөрөтөү өсөн ныҡ көслө кеше булырға кәрәк”, тиһәм дә, һүҙенән ҡайтманы. Ислам дине буйынса, балаға атай кеше һайлаған исем өҫтөнлөккә эйә, тигәндәрен ишеткәнем бар. Ә әсәй кеше мәғәнәле исемде тәҡдим итә ала.
Тора-бара киң таралған был исем үҙемә лә оҡшай башланы. Шул саҡ таныштар шылтыратып: “Кит, ундай исем буламы. Улығыҙ үҙ исеменән ғүмер буйы оялып йәшәйәсәк. Бына беҙҙең улыбыҙҙың исеме шәп – Радмир. Рустар уның исеменән бер ҡасан да көлмәйәсәк”, – тинеләр. Күрә­һең, улар үҙҙәре ошондай көлөү-мыҫҡыл итеүҙәргә дусар булған, ә беҙгә ундай уй башҡа ла кил­мәне.
Балалар поликлиникаһында сиратта ултырғанда бер башҡорт ҡатыны менән танышып киттек. Ете йыл буйы йәшәгәндән һуң, ниһайәт, улдары тыуған. “Исемде Аренас тип ҡуштыҡ, бер кемдә лә юҡ ундай”, – тип ғорурланды ул. Мәғәнәһе нисек, тип һорағас, “Арена” һүҙенән, улыбыҙ спортсы буласаҡ”, тип яуапланы. Шулай уҡ, тиҫтә йыл самаһы көтөп алған ҡыҙҙарына Илина тип ҡушҡан парҙы беләм. Бөтә ерҙә үҙенең башҡортлоғон иҫбатлап, бәхәстәрҙә үҙ милләтен яҡлап бүтәндәрҙең ауыҙын яба белгән әхирәтем, ҡыҙы тыуғас, тотто ла Сабина тип ҡушты. Улым балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, тәрбиәсенән төркөмдәштәренең исемдәрен һорашам. Был баҡсаға, башлыса, үҙебеҙҙең милләт балалары йөрөй. Матур исемле малайҙар күп кенә, ә бына ҡыҙҙарҙыҡы ҡолаҡты яра – Таира, Асель, Разалина, София, Рияна һәм башҡа…
Әлбиттә, һәр кем үҙе белгәнсә йәшәй, бүтәндәрҙең тормошона тығылырға теләгәндән түгел яҙмам. Шулай ҙа әйтегеҙ әле, ҡайһы милләт беҙҙең башҡорт исемдәрен үҙ сабыйҙарына ҡуша?
Алла илсеһе бәйғәмбәребеҙ: “Һеҙҙе ҡиәмәт көнө исемегеҙ һәм атайығыҙҙың исеме менән саҡырасаҡтар, исемегеҙҙе яҡшы ҡылығыҙ”, – тигән. Балағыҙ, үҫә килә, күңеленә хуш килгән матур, мәғәнәле мосолман исемен һорап, алмаштырырлыҡ булмаһын. Сабыйға киләсәк яҙмышын юрауығыҙ хаҡында онотмағыҙ, ата-әсәләр!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға