«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » “Тәп-тәп” һайлайбыҙ



30.06.2016 “Тәп-тәп” һайлайбыҙ

“Тәп-тәп” һайлайбыҙТабип балағыҙға яҫы табанлылыҡ диагнозы ҡуйһа, хафаға ҡалмағыҙ. Табан өс йәшкә тиклем формалаша ғына әле, ә инде үксә тышҡа сығып кәкрәйһә, борсолор­ға урын бар!

Баланың 3 йәшкә тиклем бармаҡ остарына баҫып йөрөүе лә нормаль күренеш тип һанала хәҙер. Күп әсә, бала тәпәй баҫыуға, өйҙә аяҡ кейеме кейҙерергәме-юҡмы, тигән һорауға яуап эҙләй башлай. Бында педиатрҙарҙың фекере бер түгел – берәүҙәр, яҫы табанлылыҡҡа профилактика булһын, бала күнекһен өсөн аяҡ кейеме кәрәк, тиһә, икенселәр, аяҡ дөрөҫ формалашһын, сыныҡһын өсөн өйҙә ялан аяҡ йөрөргә кәрәк, тип бара. Тимәк, алтын урталыҡты һайларға кәрәк – өйҙә бер-ике сәғәткә генә аяҡ кейеме кейҙерәбеҙ, ҡалған ваҡыт бәпес­те ялан аяҡ йөрөтәбеҙ.
Аяҡ кейеменең үлсәмен билдәләгәндә, ҡағыҙға баҫтырып, ҡәләм менән күсермәһен алабыҙ. Бармаҡ­тарының тура тороуын тикшереп, линейка ярҙамында баш бармаҡ менән үксә араһын үлсәйбеҙ. Ә бына магазинда аяҡ кейемен көндөң икенсе яртыһында һайларға тырышығыҙ. Ул тәбиғи материалдан ҡаты артлы, бәләкәй үксәле (бала артҡа табан йығылмай), табаны һығылыусан һәм шыумай, яҡшы супинаторлы булырға тейеш. “Буш­ҡа төшкән” йәки ағай-апайҙарҙан ҡалған аяҡ кейеме деформа­циялан­ған була, йәш баланың тәүге аяҡ кейеме кешенән ҡалған булмаһын. Аяҡ кейеменең башы һәм баш бармаҡ осо араһында 1 – 1,5 сантиметр ара ҡалырға тейеш. Ғөмүмән, бәләкәскә аяҡ кейемен һайлағанда, аҡса йәлләп, арзанлы ҡытай­ҙыҡын алма­ғыҙ. Аяҡ кейеменең тиҙ кейелә, уңайлы, сифатлы, ышаныслы булыуы – төп шарт, сөнки табандың төҙ, дөрөҫ формалашыуы баланың үҫешенә ыңғай тәьҫир итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға