«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » “Аҡтамыр” милләт баҡсаһын йәшәртә



07.12.2010 “Аҡтамыр” милләт баҡсаһын йәшәртә

“Аҡтамыр”ҙың халҡыбыҙҙың милли рух баҡсаһында тамыр ебәреүенә 15 йыл ғына тулһа ла, ул милләтебеҙҙе тергеҙеү, һаҡлау юлына сығып, тарих өсөн бик аҙ ваҡыт арауығында боронғоларҙан-боронғо телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе яңы быуындар ҙа үҙләштерә алһын өсөн байтаҡ эш башҡарҙы. Тап шуның өсөн иң тәүҙә“Аҡтамыр”ҙы ойоштороп, үҙҙәре эргәһендә халҡыбыҙ киләсәгенә битараф булмаған әүҙем йәмәғәтселәрҙе туплап, Өфөлә һәм республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә милли мәғариф усаҡтарын – башҡорт балалар баҡсаларын, мәктәптәрен асыуҙы юллап, юл ярып барыусы инсандарыбыҙ – Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужинды һәм Иҙел Миһран улы Агишевты хөрмәтләп иҫкә алырға бурыслыбыҙ.
Уйлап ҡараһаң, ошо тынғыһыҙ, әммә изге, сауаплы эшмәкәрлек юлына баҫҡан шәхестәребеҙҙе, башҡорт ерлегендә XVIII – XIX быуаттарҙа уҡ киң тарала барған мәғрифәтселек идеяларын хәҙерге заман шарттарында ғәмәлгә ашырыусылар, тип баһалау раҫтыр. Улар Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Тажетдин Ялсығол, Аҡмулла, Зәйнулла Рәсүлев, Ризаитдин Фәхретдинов кеүек аҫыл заттарыбыҙҙың мәғрифәтселек ғәмәлиәтен дауам итте, өгөт-нәсихәт аша үҙ өммәтен алға әйҙәүселәр рәтенә баҫты. Тап улар 1917 йыл инҡилабы башланыу мәленә тиклем халҡыбыҙҙың милли үҙаңын бик юғары кимәлгә еткереп, уны милли үҙбилдәләнеш хоҡуғы, милли-территориаль автономия өсөн көрәш юлына сығырлыҡ халәткә еткерә алды. Әхмәтзәки Вәлиди Туған да, башҡорт халҡының рухи остазы булып танылған Зәйнулла ишан Рәсүлев үҙенә илтифат итмәһә, аң-белем юлына ынтылыуын хупламаһа, берәй байҙың приказчигы булыуҙан уҙмаҫ инем, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер.
Совет власы урынлашыуҙың тәүге осоронда власть органдары яғынан айырым иғтибар бүленеп, башҡорт теленә дәүләт теле статусы бирелеүе, уның яңы графикаһы ҡабул ителеүе, әҙәби тел булдырылыуы кеүек тарихи ҡаҙаныштарҙы башҡорт зыялыларының үҙен-үҙе аямай көрәш майҙанына сыға алыуы һөҙөмтәһе итеп ҡарау раҫ.
Үкенескә күрә, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, барса Рәсәйҙәге кеүек, Башҡортостанда ла урыҫлаштырыу сәйәсәте өҫтөнлөк алып, милли мәктәпте үҙ асылынан яҙҙырыу, туған телдә уҡытыуҙы йылдан-йыл кәметә барыу күҙәтелде. Тап ошо ваҡытта милли шағирыбыҙ Рәми Ғарипов, бер телдән дә телем кәм түгел, тип, халҡыбыҙға үҙенең ялҡынлы һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итә, ә бер төркөм алдынғы зыялыбыҙ – Булат Рафиҡов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Ноғман Мусин, Иҙел Агишев, Мөхәммәт Исҡужин, Әмир Сиражетдинов, Хәниф Вәлиев, Зөфәр Ғәбсәләмов, Шакир Бикҡолов, Йыһат Солтанов, Венера һәм Зиннур Ураҡсиндар, Мәрйәм һәм Диҡҡәт Бураҡаевтар, башҡа билдәле шәхестәр баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт мәктәбе астырыу мәсьәләһен күтәреп сыға, бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ниһайәт, ошо тиңһеҙ көрәштең һөҙөмтәһе, башҡорт зыялыларының тантанаһы булып, артабан исеме башҡорт милли мәғарифы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ 20-се башҡорт мәктәбе 1970 йылдың 1 сентябрендә үҙ ишектәрен аса. Ошо ваҡиғаның да киләсәктә “Аҡтамыр” исемен аласаҡ ойошмаға рухи тамыр булыуын беҙ хәҙер яҡшы аңлайбыҙ.
Әммә шул осорҙағы зыялыларыбыҙҙың тел һәм башҡорт мәктәптәре өсөн көрәшенең иң драматик мәлдәре алда була. Сөнки коммунистик идеология әһелдәре милли телдәрҙә уҡытыуҙы кәметә барып, бөтөнләйгә бөтөрөүҙе алға һөрә. Тап шуның өсөн дә 20-се мәктәптән һуң Өфөлә 24 йыл дауамында бер генә башҡорт мәктәбе лә асылмай. Заманалар үҙгәреп, асыҡлыҡ һәм демократия елдәре иҫә башлағас, 60-сы йылдарҙа алғы сафтарҙа йөрөгән Мөхәммәт Исҡужин, Иҙел Агишев тағы ла яңы башҡорт мәктәптәрен астырыу эшенә ең һыҙғанып тотона. Ошо көрәштең тәүге емеше булып 1994 йылда Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә хәҙер Мөхәммәт Исҡужин исемен йөрөткән 136-сы башҡорт лицейы ҡалҡып сыға. Шулай уҡ Күмертау, Салауат ҡалаларындағы тәүге башҡорт мәктәптәре, балалар баҡсалары ла Мөхәммәт ағай Исҡужиндың шәхсән тырышлығы һәм алдына ҡуйған маҡсатына мотлаҡ өлгәшмәйенсә туҡталып ҡалмауы арҡаһында барлыҡҡа килде.
Әммә былар ғына аҙ булыуын, башҡа зыялыларҙы ла ошо изге эшкә йәлеп итеү кәрәклеген аңлаған ил уҙаманы бер кемгә лә буйһонмаған, үҙ аллы эш итә алған ойошма төҙөү тураһында план ҡора, күптәнге арҡаҙашы Иҙел Миһран улы Агишевты ла үҙенә иш итеп ала. Рәсми теркәлгән ойошма бик аҙ ғына ваҡыт арауығында һөҙөмтәле эштәр башҡарып сыға: Өфөлә 140-cы, 144-се, 122-се башҡорт гимназиялары, 48-се лицей, 13-сө башҡорт балалар баҡсаһы-башланғыс мәктәп, 7-се, 308-се балалар баҡсалары, һуңынаныраҡ М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы эшләй башланы.
Ошо белем, тәрбиә һәм милли мәҙәниәт үҙәктәрен төҙөтөп, Мөхәммәт Исҡужин, Иҙел Агишев үҙҙәре тере саҡта уҡ үҙҙәренә лә, аҡтамырҙай мәңге ҡоромаҫ тамырҙары булған халҡына ла мәңгелек һәйкәл ҡойҙо. Уларҙың бөгөнгө йәмәғәтселәргә ҡалдырған ижтимағи мираҫының – “Аҡтамыр” ойошмаһының да эшмәкәрлеген бермә-бер әүҙемләштереү, оло быуындарҙан беҙгә тапшырылған мәғрифәтселек традицияларын дауам итеү – XXI быуат башҡорттарының да ил-йорт алдындағы рухи бурысы.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
башҡарма комитеты рәйесе
урынбаҫары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға