07.12.2010 Милли мәктәп моделе тураһында уйланыуҙар
Милли мәктәп... Ул ниндәй булырға тейеш? Милли мәғариф концепцияһы Мәғариф министрлығы тарафынан төҙөлөп, белем биреү учреждениеларына тәҡдим ителһә лә, милли мәктәп моделе тураһында аныҡ ҡына күрһәтмәләр юҡ.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә әлеге ваҡытта һигеҙ ҡала башҡорт мәктәбе эшләп килә. Шуларҙың береһен дә «Аҡтамыр» үҙәге әлегә ысын башҡорт мәктәбе тип атай алмай. Сөнки улар һаман «Милли мәғариф» концепцияһын боҙа, мәктәптәрҙә ысын Башҡортостан патриоты һәм шәхесе тәрбиәләнһен өсөн тейешле шарттар юҡ.
Ошо мәсьәләне асыҡлау өсөн тәүҙә йәмәғәтселеккә буласаҡ милли мәктәп моделен күҙ алдына килтереү кәрәк.
Башҡорт мәктәбе милли мәктәпкә әүерелһен өсөн иң беренсе шарт: ундағы бөтә тәрбиә эшенең туған телдә алып барылыуы. Туған телдең тәрбиә процесындағы ролен билдәле рус педагогы К. Ушинский ҙа билдәләгән.
Башҡорт мәктәбендә, дәрестәрҙән, сараларҙан тыш, милли мөхит булдырыу ҙа ҙур роль уйнай. Бының өсөн мәктәп, синыф етәкселәре һәм башҡорт милләтенән булған уҡытыусылар, тәрбиәселәр тәнәфестәрҙә балалар менән тик туған телдә генә аралашырға тейеш.
Аралашыуҙың тәрбиәүи роле бик ҙур. Ул балаларҙың милли үҙаңын үҫтереүҙә һәм киләсәктә уларҙың шәхес булып формалашыуында айырым урын алып тора.
Әммә баш ҡаланың башҡорт мәктәптәрендә был йүнәлештә эш бик яй бара. ҡайһы саҡта ул мәктәптәргә инһәң, тәнәфестәрҙә хатта башҡорт теле уҡытыусыларының балалар менән рус телендә аралашҡанына шаһит булаһың. Күптәр был күренештәрҙе «ваҡсыллыҡ» тип баһалап, иғтибарға алмаһа ла, балаларҙың милли рухын үҫтереү тап ошонан башлана.
Милли мәктәп моделенең артабанғы билдәләрен ҡылыҡһырлағанда, уның ниндәй маҡсат менән асылыуын күрһәтеү зарур.
Республиканың һәр бер район үҙәгендә, ҡалаһында асылған милли мәктәп унда йәшәгән башҡорт халҡының прогрессив үҫешен тәьмин итеүсе бер мәҙәни, рухи, белем биреүсе үҙәк булырға тейеш, тип яҙа ҡайһы бер ғалимдар. Шуға күрә лә был мәктәптәге бөтә уҡытыу-тәрбиә процесының концепцияһы ошо төбәктәге башҡорттарҙың ихтыяждарынан сығып билдәләнә.
Ана шуның менән дә уларҙың тәрбиә, уҡыу пландары башҡа Рәсәй мәктәптәренекенән айырылырға тейеш.
Телдәр өйрәнеү мәсьәләһенә килгәндә, бында «Туған телдән – күп теллелеккә» тигән принцип хөкөм һөрөргә тейеш. Туған телде аралашыу сараһы итеп үҙләштергәс кенә сит телдәрҙе өйрәнеү еңеләйә. Сит телдәрҙе балалар рус теле аша түгел, ә туған башҡорт теле аша өйрәнергә тейеш, ти ҡайһы бер ғалимдар.
Башҡорт телен тулыһынса үҙләштереү өсөн мәктәптә уны туған тел рәүешендә генә өйрәнеү етмәй. Биология, тарих, география, йәмғиәтте өйрәнеү һәм хатта математика фәндәре лә башҡортса уҡытылһа, бала ошо фәндәргә ҡағылған күп кенә төшөнсәнең, терминдың башҡортса тәржемәһен үҙләштерер ине.
Һәр бер мәктәптә милли музей булыуы күп мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәсәк. Ул балаларҙы патриотлыҡ рухында тәрбиәләйәсәк.
Әлеге ваҡытта Өфөнөң ҡайһы бер райондарында башҡорт мәктәптәре биналарында милли музейҙар асыла башланы. Мәҫәлән, Калинин районында (140-сы башҡорт гимназияһы) һәм Совет районында (20-се башҡорт гимназияһы) шундай музейҙар бар.
Һәр ата-әсә балаһын милли мәктәпкә уҡырға биргәндә, бында уның ҡурайҙа өйрәнеүен йәки милли көрәш секцияһына йөрөүен теләй. Тимәк, мәктәптә ошо шарттар ҙа булыуы зарур.
Ғөмүмән, милли мәктәп бында уҡыған балалар үҙҙәренең башҡорт милләтенән икәнен таныһын өсөн бөтәһен дә эшләргә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта милли мәктәп донъя практикаһының иң яҡшы ҡаҙаныштарына ла йүнәлеш тоторға тейеш. Ә был илдә барған әлеге модернизация осоронда республика мәғариф системаһының яңыртылыуында әүҙем ҡатнашыуҙы аңлата.
Хәҙерге ҡатмарлы модернизациялауға ярашлы, мәктәп баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында бөтә яҡтан да һәләтле шәхестәрҙе әҙерләргә тейеш. Шәхес ул, иң беренсе сиратта, Башҡортостан патриоты. Ул Рәсәй донъяһына яраҡлашмай, киреһенсә, Башҡортостан территорияһында башҡорт донъяһын булдыра, халыҡты тиң хоҡуҡлы итеү өсөн көрәшә.
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, профессор В. Сафин үҙенең «Шәхестәрҙе тәрбиәләү» тигән хеҙмәтендә маҡсатҡа ирешеү өсөн мәктәп программаһына яңы фәндәр индерергә тәҡдим итә. Шуларҙың береһе – этика (әхлаҡ тураһында фән). Борон-борондан әхлаҡ кешеләргә бөтә ауырлыҡтарҙы, бәлә-ҡазаларҙы еңеп сығырға ныҡ ярҙам иткән. Әлеге ваҡытта ла донъялағы ҡайһы бер халыҡтар алдынғы милләттәр кимәленә күтәрелеү өсөн әхлаҡ ҡиммәтен алға ҡуя. Улар иҫәбенә хәҙерге ҡытайҙарҙы индерергә мөмкин.
Әле Рәсәйҙең мәктәп программаларында «Этика» курсын йәмғиәтте өйрәнеү дәресендә урта һәм ҙур синыфтар үтә. Уның буйынса сәғәттәр һаны бик аҙ бүленгән. Ә бына Японияла балалар этиканы башланғыс синыфтарҙан уҡ өйрәнә икән.
Киләсәктә башҡорт мәктәптәрендә лә этика фәне программаға башланғыс синыфтарҙан уҡ инһә һәм әхлаҡ ҡиммәтенә арналған синыф сәғәттәре, диспуттар, конференциялар, әңгәмәләр ойошторолоп торһа, киләсәк быуындың халыҡты алдынғы милләттәр кимәленә күтәреүенә ҙур өмөттәр уятыр ине, тип ышанғы килә.
Ирек АГИШЕВ,
«Аҡтамыр» халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе башҡорт үҙәге рәйесе.