04.12.2010 «Урал батыр» эпосы бөтә донъя рухи мираҫ шедевры статусына эйә
Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы – һоҡланғыс ауыҙ-тел ижады өлгөләре бар. Шулар араһында үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте буйынса «Урал батыр» эпосы айырым урын биләй. Унда – халҡыбыҙҙың асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр... Эпостың күп кенә образдары һәм мотивтары бөтә донъя фольклоры образдары һәм мотивтары менән ауаздаш. «Урал батыр» эпосына 4000 йыл булһа, уны күсереп яҙып алыуға ғына ла быйыл 100 йыл тула. Ошо айҡанлы баш ҡалабыҙ Өфөлә БР Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, БР Фәндәр академияһы, БР Мәҙәниәт министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты ойоштороуында «Урал батыр» һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда республикабыҙҙан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 300-ҙән ашыу ғалим ҡатнашты. Пленар өлөштә һәм секция ултырыштарында барлығы 150-нән ашыу доклад тыңланды. Унда «Урал батыр» эпосына һәр яҡлап күҙәтеү яһалды, уны киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү, төрлө телдәргә тәржемә итеү, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү буйынса башҡарылған эштәр барланды, шулай уҡ этнолингвистика һәм этнолингвофольклористиканың көнүҙәк мәсьәләләре лә тикшерелде.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы республика етәкселеге исеменән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина сәләмләне:
– Республика етәкселеге исеменән күп милләтле Башҡортостан ерендә, мәртәбәле форумда һеҙҙе сәләмләүемә бик шатмын. Бында йәшәүсе халыҡтарҙың этник үҙенсәлеген, мәҙәниәтен һаҡлап алып ҡалыу өсөн республикабыҙҙа бөтә шарттар ҙа булдырылған. «Урал батыр» эпосы, мифологияны өйрәнеү буйынса үҙенсәлекле сығанаҡ булараҡ, заманыбыҙҙың эпик мәктәбе талаптарына ярашлы, бөгөнгө көн күҙлегенән сығып, яңынан өйрәнелә. Әлеге кәңәшмә иһә яңы ғилми концепциялар, асыштар һәм эҙләнеүҙәр өсөн стимул, ә уның һөҙөмтәләре «Урал батыр» эпосын ЮНЕСКО-ның кешелектең рухи мираҫы шедеврҙары исемлегенә индереүгә нигеҙ булып торасағына ышанам.
– Бөйөк «Урал батыр»ыбыҙ тағы бергә йыйҙы. «Урал батыр»ҙың йөҙәр, меңәр йылдар дауам иткән төп рухы – ул халҡын берләштереү, кешеләрҙе изге эштәр өсөн туплау. Һуңғы йылдарҙа тамырҙарыбыҙҙы өйрәнеүгә, шәжәрәбеҙҙе барлауға ҙур иғтибар бирелә, ә уйлап ҡараһаң, һәр беребеҙҙең шәжәрәһе «Урал батыр»ҙан башлана. Беҙ барыбыҙ ҙа – «Урал батыр»ҙың балалары. «Урал батыр» эпосы – донъя әһәмиәтендәге күренеш. Был шедеврҙы 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алмаған булһа, бөгөн башҡорт халҡы үҙ туған телендәге ниндәй бөйөк һәйкәлдән мәхрүм булыр ине, – тине БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рауил Бикбаев пленар ултырыштағы сығышында.
Конференцияла сығыш яһаусы башҡа ғалимдар ҙа, эпосты донъя кимәлендә билдәле бөйөк әҫәрҙәр рәтенә индереп, уның әһәмиәтен юғары баһаланы. «Уҡыған һайын уның яңы биттәре, тәрән мәғәнәһе асыла. Һәр һүҙендә тәрән фәлсәфә ята. Тормош дәреслеге булырҙай китап», – тине улар. ҡөрьән урынына уҡыла торған әҫәр, тигән фекерҙәр ҙә әйтелде. Хатта сит өлкәләрҙән килгән фольклорсылар ҙа «Урал батыр»ҙы ҡыҙыҡһынып уҡыуын һәм халҡыбыҙҙың шундай әҫәр ижад иткән сәсәндәре булыуына ихтирамын белдерҙе.
– Һәр эпос – ул халыҡ ижадының иң сағыу өлгөһө. Ул башҡа фольклор жанрҙарын да үҙ эсенә ала. Шуға күрә, эпосты өйрәнгәндә, уны монументаль әҫәр булараҡ баһалау кәрәк. Унда халыҡтың тарихы, этнографияһы, психологияһы сағылыш таба. Тап шуның өсөн дә яҡут фольклористикаһында «Олонхо» эпосы ЮНЕСКО буйынса рухи мираҫ шедевры статусына лайыҡ булды. «Урал батыр» ҙа бөтә донъяла танылыу алыуға лайыҡ, – тине Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлеге филология институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Евгения Кузьмина.
– Мин «Урал батыр»ҙың рус телендәге варианты менән генә танышмын. Шулай ҙа башҡорт эпосын донъяның классик әҫәрҙәре мираҫына индереү дөрөҫ булыр ине, тип уйлайым. Ул быға лайыҡ, – тине Д. И. Гулиа исемендәге Абхаз гуманитар тикшеренеүҙәр институты директоры урынбаҫары Зураб Джапуа.
Пленар ултырышта шулай уҡ Зөһрә Рәхмәтуллина, Фирҙәүес Хисамитдинова, Фәнүзә Нәҙершина, Розалиә Солтангәрәева кеүек күренекле ғалимдар сығыш яһаны.
Билдәле булыуынса, «Урал батыр» эпосын 1910 йылда Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов Баймаҡ районында Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алған.
Филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Рәшит Шәкүр был турала бына нимә ти: «19 йәшлек Мөхәмәтша ҡурайсы, 7000 юллыҡ эпосты яттан белеүсе сәсән Ғәбит Арғынбаев менән 1907 – 1908 йылғы иҫәп алыуҙа осраҡлы ғына таныша. Әммә ошо осрашыу уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай, уның үҫмер саҡтағы халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы профессиональ ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Күп йылдар дауамында үҙенең остазы менән бәйләнеш өҙөлмәй. «1910 – 1912 йылдарҙа мин Ғәбит сәсән менән Ырымбурҙа ун көн икешәр тапҡыр аралаштым. 1918 йылда унда 15 көн, ә 1920 йылда 4 ай йәшәнем», – тип яҙа ул. Икенсе сәсән – Хәмит Әлмөхәмәтов тураһында бик аҙ билдәле: бәлки, Буранғоловтың уның тураһындағы иҫтәлектәре беҙгә килеп етмәгәндер».
Баймаҡ районының мәғариф бүлеге методисы Яңылбикә Мөхәмәтйәнова редакцияға ебәргән хатында «Урал батыр» эпосының яҙып алыныу тарихын былай тип бәйән итә:
«Хәмит Хужәхмәт улы Әлмөхәмәтов 1861 йылда Ырымбур губернаһына ҡараған Икенсе Этҡол ауылында, күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бәләкәйҙән бик зирәк, йор һүҙле, отҡор бала булып үҫә. Аң-белемгә ынтылышлы баланы атаһы Аҡмулланың һабаҡташы Таһир Дәүләтшин мәҙрәсәһенә уҡырға бирә. Ул унда бик тиҙ ғәрәпсә уҡырға-яҙырға өйрәнә. Артабан Муллаҡайҙа Абдулла Сәиди мәҙрәсәһендә сәсәнлек-шағирлыҡ (ораторлыҡ) һөнәренә өйрәнә. Ошо мәҙрәсәлә ул Ғәбит сәсән Арғынбаев менән таныша. Улар яҡын дуҫтар булып китә. Һуңынан Ғәбит Хәмит сәсәндең бер туған һеңлеһе Заһиҙәгә өйләнә.
1910 йылдың йәмле йәй айҙарында «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән 22 йәшлек шәкерт Мөхәмәтша Буранғолов, халыҡтан ауыҙ-тел ижадын йыйыу, уларҙы яҙып алыу маҡсаты менән, Бөрйән ырыуы яҡтарына килә. Ләкин ул Икенсе Этҡолда Хәмит сәсәнде осрата алмай. Сәсәндең сираттағы сәфәргә сыҡҡан осоро була. М. Буранғоловҡа Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәүсе Ғәбит сәсән Арғынбаевҡа барырға кәңәш итәләр. Шунан һуң ул Ғәбит сәсән менән осрашып, унан бик күп ҡобайыр һәм бәйет яҙып ала. Ғәбит сәсән Хәмит сәсәндән биш йәшкә оло була. Мөхәмәтша Буранғолов унан «Урал батыр» эпосын һөйләүен һорағас: «Хәмит ҡайнағамдан үтеп, халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһын үҙем генә һөйләй алмайым», – тип яуап бирә. Бер нисә көндән Ғәбит сәсән атын егеп, Мөхәмәтшаны ултыртып, Икенсе Этҡол ауылына юлланалар. Хәмит сәсән Мөхәмәтшаның изге ниәтен белгәс, алыҫ сәфәрҙән яңы ғына ҡайтып тороуына ҡарамаҫтан, ҡорбан салырға ҡарар итә. Абдулов тигән ауылдашынан ҡорбанлыҡ һарыҡ һатып ала. Ауылдан алыҫ түгел Бишҡайын һаҙлығы буйына сығып, сәсәндәр ҡорбан салып, ҡаҙан аҫа. Изге доғалар уҡып, ҡорбан ашынан ауыҙ иткәс, улар М. Буранғоловҡа халыҡ ҡомартҡыһы «Урал батыр» ҡобайырын алмашлап яттан һөйләргә тотона. Сәсәндәр бишәр-алтышар йөҙ юлды бер туҡтамай яттан һөйләй. Быуаттар буйы телдән-телгә күсеп килгән башҡорт халҡының изге ҡомартҡыһы «Урал батыр» ошо ерҙә тәүге тапҡыр ғәрәп хәрефтәре менән аҡ ҡағыҙға яҙыла...» Быны ул Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә апай Әлмөхәмәтованың һөйләгәндәренән сығып яҙған.
Ни генә тимә, бөгөн беҙ Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр, Мөхәмәтша Буранғолов арҡаһында «Урал батыр» эпосы кеүек ҡабатланмаҫ рухи мираҫҡа, бөйөк фәлсәфәүи әҫәргә, тиңе булмаған тормош әсбабына эйәбеҙ. Уны ҡәҙерләп һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Конференцияла ҡатнашыусы арҙаҡлы ғалимдар ҙа, «Урал батыр» эпосы бөтә донъя рухи мираҫ шедеврҙары исемлегенә индерелергә тейеш, тигән фекер әйтте. Шулай уҡ 2011 йылды «Урал батыр» йылы тип иғлан итеү, Өфө аэропортына, республика ҡала һәм райондары урамдары һәм майҙандарына «Урал батыр» исемен биреү, баш ҡалала Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл асыу кеүек тәҡдимдәр индерелде.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.