«Йәшлек» гәзите » Мәғариф » Күңелле бала саҡ илендә тынмаһын шат тауыштар



10.07.2015 Күңелле бала саҡ илендә тынмаһын шат тауыштар

Әбйәлил районында урынлашҡан “Ирәндек” балалар ял лагерында меңдән ашыу уҡыусы ял итәсәк.

Күңелле бала саҡ илендә тынмаһын шат тауыштарКүңелле бала саҡ илендә тынмаһын шат тауыштарРайондағы берҙән-бер ял лагеры хаҡында күптән белә инем. Шулай булмай, ауыл­ға ҡайтҡан һайын балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә телендә шул булһын әле. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, тигәнде күҙ уңында тотоп, был юлы лагерь ишеген шаҡыным.
– Уҡыусыларҙың ялын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы уҙғарыу өсөн бар мөмкинлектәр булдырыл­ған, – тип ҡаршы алды лагерь начальнигы Айгөл Бәшәрова. – Быйылғы йәйҙә дүрт заезда республиканың төрлө район-ҡалаларынан меңдән ашыу бала ял итәсәк. Республика һәм район хакимиәте етәкселегенә ҙур рәхмәтлебеҙ. Уларҙың оло хәстәрлеге менән йәйге ял кампанияһы юғары кимәлдә ойошторола.
Тәбиғәттең хозур төбәгендә – урман-тауҙар­ға һыйынған “Ирәндек” лагеры үҙ эшмәкәрлеген ни бары дүрт йыл элек кенә башлаған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә учреждениеның әлеге кимәлгә етеүенә һоҡланып ҡуяһың. Ни тиһәң дә, элекке лагерҙан ҡалған корпусты тергеҙеү һәм яңыларын төҙөү ваҡыт ҡына түгел, ныҡышмалылыҡ һәм тынғыһыҙлыҡ та талап итә.
“Ирәндек” балалар ял лагеры етәксеһенән уңған. Балалар-спорт мәктәбе системаһына (директоры – Ласын Усманов) ҡараған учреждениеға Айгөл Бәшәрова тәүге көндәрҙән етәкселек итә. Уҡыу йылы дауамында Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияла тарих фәненән белем бирә. Май айы тамамланыу менән лагерға эшкә килә. Йылдың бер көнөндә лә буш ултырмаған педагог төрлө конкурстарҙа көсөн һынарға ла ваҡыт таба. “Эшсе ҡатын-ҡыҙ”, нәфис һүҙ оҫталары конкурстарында еңеү яулаған, былтыр “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында гран-при яулап, республика кимәленә сығыуға ирешкән.
Лагерҙың һәр минутын фәһемле итеп үткәреү маҡсатында дәртле һәм йәш вожатыйҙар йәлеп ителгән. Уларҙың араһында уҡыу йорттарында белем алыусылар ҙа, хеҙмәт юлын башлаған йәш белгестәр ҙә бар. Асылғандан алып эшләгән Нәркәс Хөснитдинова, Илгиз Әбделғазин, Азат Мортазин, Рәйлә Собханғолова, Айгөл Бәйғалина бөгөн лагер­ҙың төп көсөн тәшкил итә.
Балалар көндө нисек башлай тиһегеҙме? Иртәнге зарядканан, тиерһегеҙ. Уныһы ла хаҡ. Шулай ҙа лагерҙың күркәм үҙенсәлеге – ул да булһа – уҡыусылар һәр көн иртәнсәк бер рәткә теҙелеп, Зөһрә Кашапова һәм Мәүлит Ямалетдинов ижад иткән лагерь гимнын башҡара.
Көнөнә бер нисә сараның үтеп тороуы уҡыу­сыларҙың һәләтен асып ҡына ҡалмай, улар­ҙы дуҫлаштыра, берләштерә. Баҡтиһәң, бөтөнләй йомоҡ балалар ҙа асылып ҡайтып китә икән. Бөгөнгә тиклем “Йондоҙҙар ҡабыҙабыҙ”, “Ирәндек бөркөтө” менән “Ирәндек гүзәле”, “Алтын тирмә”, “Байыҡ” конкурстары шаулап-гөрләп уҙып киткән.
Саралар уйын-көлкөгә генә ҡорола, тип уйлай күрмәгеҙ. Уларҙың һәр береһенең нигеҙендә заманға яраҡлашыу, илһөйәрлек тәрбиәләү, тыуған еребеҙ тарихын өйрәнеү, сәләмәт тормош алып барыу идеяһы ята. 10 отрядтың барыһы ла тиерлек “Салауат тоҡомдары”, “Илһөйәрҙәр”, “Аманат” кеүек яңғырауыҡлы исемдәр йөрөтә. Ә бына уҡыусыларҙы динопарк, аквапарк, планетарийға алып йөрөү, күңелле минуттар бүләк итеүҙән тыш, уларҙың аң-белемен үҫтерә.
Шул арала яныбыҙға йыйылып киткән уҡыу­сылар менән дә аралашабыҙ.
– “Ирәндек”кә тәүге тапҡыр килдем. Бер нисә көн эсендә яңы дуҫтар таптым. Әбйәлилдең тәбиғәте лә матур. Экскурсияларға йөрөү оҡшай, – тип фекере менән бүлешә Көйөргәҙе районынан килгән Илнур Айҙаров.
Бер нисә аҙым атлауым булды – иғтибарымды ҡулдарына Башҡортостан әләме тотҡан, туған телебеҙҙә йыр башҡарған уҡыу­сылар йәлеп итте. Бәй, былар – күренекле шәхесебеҙ Мәрйәм Бураҡаеваның “Йәйләү” программаһы буйынса “Арғымаҡ” лагерында ял итеүселәр бит. Республиканың “иң-иң”, башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында, “Урал батыр” һәм “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурстарында алдынғылыҡ бирмәгән 105 уҡыусы йыйылған. Малай-ҡыҙҙар отрядтарға түгел, ә Үҫәргән, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Мең ырыу­ҙарына бүленгән. Мәғариф ветераны, тәрбиәсе Илүзә Яхина әйтеүенсә, “Арғымаҡ”тар яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, сәсәниә Гөлнур Мамлеева менән осрашҡан, ҡурайсы Дәүләт Ҡадиров, ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетди­новты оҫталыҡ дәрестәренә саҡырып, фекер алышҡан, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар тапҡан. Бынан тыш, бейеүселәр Рәшиҙә Туйсина, Мөхәммәт Иҙрисов, йырсылар Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова исемендәге приздарға көс һынашҡан. Инша яҙыу, матурлыҡ һәм батырлыҡ бәйгеләрендә еңеүсене асыҡлағандар.
Әлбиттә, “Арғымаҡ” үҙенә һыйындырған “Ирәндек”тәр менән барлыҡ сараларҙы тиерлек берлектә уҙғара.
Киләсәк быуын аң-белемле, рухлы, сәләмәт булып үҫергә тейеш, тигән һүҙҙәрҙе йыш телгә алабыҙ. Бөгөн балаларҙың ялын дөрөҫ һәм файҙалы уҙғарыуға иғтибар биреү бының бер өлгөһө түгелме ни?

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға